Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2023, 18:00

Данлы көрәшсе тыуған ерен үҫтереү өсөн тырышып эшләй

"Башҡортостан" гәзите конкурсында Федоровка районынан Венер Аҡсурин ҡатнаша.

Данлы көрәшсе тыуған ерен үҫтереү өсөн тырышып эшләй
Данлы көрәшсе тыуған ерен үҫтереү өсөн тырышып эшләй

“Башҡортостан” гәзите 21 апрель - Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша.

Улар араһында Федоровка районының Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Мөнир улы Аҡсурин да бар. Ул 1999 йылдан алып бөгөнгәсә Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып тора.

Венер Мөнир улы Аҡсурин Федоровка районының Батыр ауылында тыуып үҫкән. 1984 йылда Батыр урта мәктәбен тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. 1985 – 1987 йылдарҙа Сик һағы ғәскәрҙәрендә Ливаның Клайпеда ҡалаһында хәрби хеҙмәт юлын үтә. 1993 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ауыл мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Хәрби әҙерлек, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Бер аҙҙан мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр, 1999 йылда ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар.

Венер Мөнир улы көрәш спорты менән шөғөлләнә: 19 тапҡыр республика күләмендә, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яулай, Рәсәйҙең спорт мастеры. Төркмән, ҡаҙаҡ көрәше, билбау көрәше буйынса донъя күләмендәге яраштарҙа ҡатнаша.  

2004 – 2007 йылдарҙа ул Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем ала.  

Михайловка ауыл биләмәһенә Михайловка, Батыр, Юлдаш ауылдары ҡарай. Венер Мөнир улы уларҙы үҫтереү өсөн бар күңелен һалып эшләй. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында, “Реаль эштәр” һәм башҡа проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Батыр ауылы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләгәндәр, ике мәсет, бер часовня төҙөлгән, урамдарға ҡырсынташ түшәгәндәр, бер ауылда мәктәпкә зәңгәр яғыулыҡ тоташтырылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Юлдаш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән, быйыл иһә Батыр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Былтыр Батыр ауылында республика көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы ветарандарына һәйкәл асҡандар. Шишмәләр төҙөкләндерелә, урамдарҙы яҡтыртыу эштәре алып барыла. Батыр ауылында мәсетте ремонтлағандар, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында мәҙәниәт йортон ремонтлағандар.

“Атайсал” проектында да әүҙем ҡатнашалар. Уның буйынса Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл төҙөгәндәр. Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында еңеүгә өлгәшеп, республика кимәлендә ҡатнашалар. Шишмә төҙөкләндереү буйынса республика конкурсында үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн документтар тапшырғандар. Әле лә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыуға ғариза биргәндәр.

Тынғыһыҙ етәксе Венер Мөнир улы әле лә яҡташтары менән күп пландарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә янып йәшәй. Уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Венер Аҡсуриндың архивынан.

Фото: @bash_gibdd

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас