

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге яҙмаһы менән уртаҡлашҡан.
- Бөгөн православие кешеләре Христов Воскресение байрамын билдәләй, – тигән Радий Хәбиров. – Был байрам тормошта еңеү, изгелек һәм яҡтылыҡ байрамы. Бер ерҙә йәшәгән һәм төрлө дин тотҡан халыҡтарҙың берҙәмлеге, дуҫлығы, бер-береһенә хөрмәте – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төп байлығы ул.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул өйҙәгеләрҙе лә, ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы ла байрам менән ихлас ҡотлай.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.