

Башҡортостандың ике вәкиле йыһанға осоу өсөн дәғүә итәсәк. Был турала Республикаға идара итеү үҙәгенә Рәсәй Космонавтика федерацияһы Башҡортостан бүлексәһенең башҡарыусы директоры Сергей Плюхов хәбәр иткән.
Уның белдереүенсә, кандидаттар – ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ.
– Минә әлегә уларҙың исемдәрен атай алмайым. Әммә беҙ уларҙы космонавттар отрядына алһындар өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Был беҙҙең маҡсат. Әлегә беҙҙең республикала “Буран” программаһы буйынса махсус әҙерлек үткән бер генә космонавт бар. Ул – Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, программаны яптылар һәм ул йыһанға оса алманы, – тигән Сергей Плюхов.
Шулай уҡ киләһе йылда республика Байконур космодромына һәм Мәскәүҙең космонавтика музейына сәфәрҙәрҙе яңыртасаҡ.