Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе. Унда һәр ваҡыттағыса уҙған аҙнаның мөһим ваҡиғаларына йомғаҡтар яһалды һәм яңыһына бурыстар билдәләнде.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов Өфөлә үткән Экология форумы һәм VII “Экология һәм технологиялар” махсуслаштырылған күргәҙмәһе тураһында һөйләне. Унда илдең туғыҙ төбәгенән 50-нән ашыу компания ҡатнашҡан, форум барышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған, атап әйткәндә, Башҡортостанда зубрҙар төркөмөн булдырыу өлкәһендә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе бойомға ашырыу тураһында. Беларус зубрҙары популяцияһын үрсетеү өсөн быйыл 18 баш мал килтереләсәк.
– Бик шәп сара. Бар килешеүҙәрҙе үтәргә һәм был тармаҡтағы эшмәкәрлекте киңәйтергә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәр ваҡыттағыса коронавирус инфекцияһына бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Мәғлүмәттәргә ҡараһаң, ҙур булмаһа ла үҫеш күҙәтелә. Шулай, уҙған тәүлектә сир 128 кешелә асыҡланған, бер тәүлек алда – 125 булған. Рәсәй буйынса ла үҫеш күҙәтелә, алдағы аҙна менән сағыштырғанда 14 процентҡа сирлеләр артҡан.
Әлеге ваҡытта 2042 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 145 пациент дауаханала ята. Тәүлек эсендә 114 кеше һауыҡҡан. Йоғошло сирҙәр госпиталендә коронавирусты дауалау өсөн әҙерләгән урындарҙың 18 проценты буш.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская үткән аҙнала сүп-сар буйынса ялыуҙар артыуын билдәләне. “Инцидент менеджмент” һәм “Кире бәйләнештәр платформаһы” системалары мәғлүмәттәре буйынса, иң күп ялыу Өфөнән килгән – 53. 49 ялыу Мәләүез районы, 27-һе Иглин районынан, Благоварҙан – 19 һәм Нефтекаманан 17 ялыу алынған. Шулай уҡ Өфө, Ишембай, Белорет һәм Дүртөйлө райондарынан ялыуҙар артҡан.
– Башлыса ҡулланыусылар сүп-сарҙы йыйыштырыуҙың сифаты, контейнерҙар һәм улар янына барып етеү менән проблемалар, ҡалаларҙа, парктарҙа һәм урмандарҙа сүплектәр, ҡалдыҡтарҙы айырып сортҡа бүлеү, контейнер майҙансыҡтары һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған объекттар төҙөү, тейешле хеҙмәттәр өсөн түләү тураһында яҙҙы, – тине Елена Прочаковская.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова үткән өмәләр һөҙөмтәһе тураһында әйтте. Уның белдереүенсә, министрлыҡта таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәрен контролдә тотоу системаһы булдырылған. Апрель башынан алып Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре 20 ҡала һәм районда булған. Белгестәр юлдарҙың, юл ситтәренең, тротуарҙарҙың, туҡталыштарҙың, газондарҙың, ағастарҙың торошон билдәләгән.
– Белгестәр фекеренсә, Тәтешле, Илеш, Саҡмағош, Благовещен һәм Балтас райондарында, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында тирә-яҡты таҙартыу эше тейешле кимәлдә ойошторолған, ҙур киҫәтеүҙәр асыҡланмаған. Асҡын, Мишкә, Бөрө һәм Ҡариҙел райондарында, Октябрьский ҡалаһында йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү планға ярашлы бара, ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланды, ләкин улар ваҡытында бөтөрөлдө. Дүртөйлө, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ райондары һәм Ишембай ҡалаһы хакимиәттәренә белгестәр күп иҫкәрмәләр яһаны, – тине Ирина Голованова.
Бар иҫкәрмәләр ҙә район һәм ҡала хакимиәттәренә еткерелгән, яҡын арала уларҙы бөтөрөү буйынса эш башҡарыласаҡ.
Шулай уҡ Ирина Голованова ауыл һәм ҡалаларҙы яҡтыртыу программаһы тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта яҡтыртыу системаһын бюджеттан өҫтәмә аҡса тотонмай яңыртыу тәжрибәһе ҙур иғтибарға лайыҡ.
Бындай контракттарҙы тормошҡа ашырғанда иҫке яҡтыртҡыстар яңыһына, экономиялыһына алмаштырыла. Бындай механизмды һайлар алдынан территорияны тикшереү, иҡтисади һөҙөмтәне иҫәпләргә мөмкинлек биргән финанс моделен иҫәпләү бурысы тора. Контрактты тормошҡа ашырыу өсөн подрядсы һайлау конкурс нигеҙендә бойомға ашырыла. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 18 муниципалитеты ошондай контракттарҙы тормошҡа ашыра, тағы ла 14-е контракттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында мәсьәләне ҡарай. Шул уҡ ваҡытта туғыҙ муниципалитетта бындай сараларҙың маҡсатҡа ярашһыҙлығы тураһында ҡарар ҡабул ителгән, тағы 15 муниципалитетта анализ иҡтисади яҡтан файҙа булмауын күрһәткән.
Был йәһәттән, Нефтекама ҡалаһының энергия сервисы контракттарын тормошҡа ашырыуҙың уңышлы миҫалдары тип билдәләнә. Бында 2019 йылдан алып 7 мең яҡтыртҡыс алмаштырылған. Ә экономия йыл һайын 30 процент тәшкил иткән. 2022 йылда Өфөнөң Дим районында 3,5 мең яҡтыртҡыс алмаштырылған, һөҙөмтәлә ҡала бюджеты аҡсаһын йәлеп итмәйенсә урамдарҙы яҡтыртыу яҡшыртылған. 2023 йылда ҡаланың ҡалған алты районында яҡтыртыуҙы яҡшыртыуға килешеү төҙөлгән. Килешеү тамамланғас, 2030 йылда электр энергияһы өсөн түләүҙе экономиялау йылына 110 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
Фото: uust.ru