

Хәбәр итеүебеҙсә, уҙған шәмбелә “Өфө-Арена” һарайында Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллиндың юбилей концерты үтте.
Унда Үзбәкстандан легендар йырсы, "Ялла" вокаль-инструменталь ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров, “Земляне” төркөмө, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдинов һәм башҡорт-татар эстрадаһы артистары ҡатнашты.
Баш ҡалабыҙға килгән ҡунаҡтар Совет майҙанында урынлашҡан Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды һәм уның тураһында фекерҙәрен уртаҡлашты.
Фәрух Закиров: “Бындай һәйкәлдәр - Ватандың лайыҡлы улдарына. Һәйкәл өсөн рәхмәт”, – тине. Салауат Фәтхетдинов та һоҡланыуын белдереп: “Радий Фәритович, был гениально! Рәхмәт һеҙгә!” – тип һәйкәлгә юғары баһа бирҙе.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: vk.com/id