Йәмғиәт
18 Апрель 2023, 05:00

"Штурвал"ды ышаныслы тота

"Башҡортостан" гәзите ойошторған конкурста Иглин районынан Флорида Мосейчук ҡатнаша. 

"Штурвал"ды ышаныслы тота"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Иглин районының Ҡалтыман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Флорида Мосейчук та бар. Ул был вазифала 2008 йылдан эшләй.

Флорида Мөхәмәт ҡыҙы Мосейчук 1965 йылда Ҡариҙел районының Мерәсем ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағанадан һуң ағас буйынса биҙәү рәссамы һөнәренә уҡый. Алатор ауылы егетенә кейәүгә сыға һәм Иглин районында төпләнә. Хеҙмәт юлын Иглин үлсәү заводында башлай, һуңынан - “Алатор” совхозында. Хужалыҡ тарҡалғас, ауыл мәктәбенә эшкә урынлаша. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Тырыш уҡытыусыға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеме бирелә.

2007 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем Флорида Мосейчук “Берҙәм Рәсәй” партияһының Алатор бүлексәһе секретары булып тора. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, уның яҡшы остаздары була. Ауыл биләмәһенең “штурвалы” артында эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү һәм уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеү. Ауыл биләмәһе составына 12 тораҡ пункт инә. 3188 кеше йәшәй: башҡорттар, татарҙар, урыҫтар һәм белорустар һәм башҡа милләттәр.

Флорида Мосейчук 15 йыл муниципаль хеҙмәттә, райондың иң ҙур, ҡеүәтле үҫешкән ауыл биләмәләренең береһенә етәкселек итә. Тәжрибәле етәксе эште оҫта ойоштора. Дөйөм алғанда, 20 йыл самаһы етәксе вазифаларҙа эшләһә, шул иҫәптән биш йылдан ашыу Алаторка ауылы мәктәбе директоры булған.

Ауыл биләмәһендә үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнө, армияға оҙатыу, патриотик йыр конкурсы, Еңеү көнөнә саралар үткәрелә, әһәмиәтле даталар билдәләнә. Ғаилә тормошоноң юбилярҙарын хөрмәтләү йолаға әүерелгән. Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам, яугирҙарҙың үҙҙәренә ярҙам ойошторола. Ауыл халҡы гуманитар йөк әҙерләүҙә һәм оҙатыуҙа ҡатнаша.

Алатор ауылында махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Владислав Михайловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәптә торған дүртәүҙең икәүһенә торлаҡ һатып алыуға сертификат бирелгән. Ветерандарға даими рәүештә хужалыҡ, территорияны йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса ярҙам күрһәтелә.

– Был саралар халыҡты берләштерергә, урындағы власть менән тығыҙ бәйләнеште яйға һалырға ярҙам итә, – ти ауыл биләмәһе башлығы.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың йәшәү кимәле яҡшыра. Был хаҡта дөйөм майҙаны 7807 квадрат метрға тиң 94 шәхси торлаҡ йортто файҙаланыуға тапшырыу ҙа һөйләй. Социаль өлкә объекттарын, юлдарҙы ҡарауға һәм ремонтлауға, урамдарҙы яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Ауыл хакимиәтенең үҙ техникаһы бар – “МТЗ-82” һәм “Т-150” тракторҙары ярҙамында сүп-сар сығарыу, контейнер майҙансыҡтарын йыйыштырыу, ҡышҡы ваҡытта юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу башҡарыла.

Ауыл биләмәһендә алты зыярат бар. Йыл һайын берҙәм хәтер көнөндә унда өмәләр үткәрелә. Өсөнсө йыл рәттән ауыл биләмәһе тораҡ пункттары “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. 2020 йылда Ҡалтыман ауылы муниципаль этапта еңеү яулаған, приз аҡсаһына балалар майҙансығы һатып алына һәм ҡуйыла. 2021 йылда Алатор ауылы икенсе урын ала, халыҡ ҡарары буйынса аҡсаны урындағы зыяратты кәртәләүгә файҙаланғандар, 2022 йылда Пушкинский ауылы беренсе урын яулаған. Әле улар республика кимәленә ҡатнаша.

Тырыш етәксенең хеҙмәте тейешле баһаланған – Флорида Мөхәмәт ҡыҙы Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһына һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған. Уңған етәксегә уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Флорида Мосейчуктың шәхси архивынан.

"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
"Штурвал"ды ышаныслы тота
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас