Йәмғиәт
19 Апрель 2023, 10:20

20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта

"Башҡортостан" гәзите ойошторған конкурста Көйөргәҙе районынан Нурия Шәрипова ҡатнаша.

20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша.

Улар араһында Көйөргәҙе районының Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова ла бар. Ул 2003 йылдан алып ошо вазифала эшләй.  

Нурия Нуриман ҡыҙы Шәрипова Күмертау районының Ҡалта ауылында тыуып үҫкән. 1976 йылда Мораптал урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1981 йылда Стәрлетамаҡ районындағы Фрунзе исемендәге колхозда ветеринар булып башлай һәм 2003 йылға тиклем ауыл хужалығында эшләй.

Нурия Шәрипова инде 20 йыл Бахмут ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Ошо йылдарҙа ул, фиҙакәр хеҙмәте менән урындағы халыҡ алдында абруй ҡаҙанып, үҙ кешегә әйләнгән. Биләмәне үҫтереү өсөн бихисап эштәр ғәмәлгә ашырылған, һәм әле лә был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Мәҫәлән, былтыр ауыл биләмәһе тораҡ пункттары урамдарына 16,489 километр юл түшәлгән, шул иҫәптән 3,5 километры - асфальт япма. Хәүефһеҙлек маҡсатында белем биреү учреждениелары алдында светофорҙар, ҡоймалар, билдәләр ҡуйылған, яһалма тигеҙһеҙлек йыһазландырылған.

2022 йылда эсәр һыуҙың сифатын контролдә тотоу һәм анализлау буйынса эштәр атҡарылған. Урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәренә электр, йылылыҡ, газ һәм һыу менән тәьмин итеү инә. 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарының һыу ҡыуҙырыу башняларын (үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларын) ағымдағы һәм капиталь ремонтлау программаһы буйынса һыу һурҙырыу башняһын алмаштырғандар һәм Покровка ауылында һыу үткәргес торба һуҙғандар. Был эштәр  “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты комплекслы үҫтереү” һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бөтәһе 1, 843 мең миллион һумға торошло булған. Шулай уҡ ауыл биләмәһендә  77 дана урам яҡтыртҡыстары хеҙмәтләндерелә.

Бахмут ауыл биләмәһенең адреслы хужалығын яҡшыртыу буйынса саралар күрелә. Адреслы хужалыҡтың торошо тикшерелә, 47000 һумлыҡ номер билдәләре һәм урамдарҙың атамалары яҙылған табличкалар һатып алынған һәм ҡуйылған.

Ауылдарҙы төҙөкләндереү даими алып барыла: тирә-яҡты таҙартыу, ағас ултыртыу буйынса өмәләр үткәрелә. Ауыл хакимиәте һәм мәғариф учреждениеһы көсө менән “Дуҫлыҡ” аллеяһында һәм учреждениелар биләмәләрендә 350 төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртҡандар.

Бахмут ауыл биләмәһе туризмды үҫтереү ҡеүәтенә эйә, сөнки ауыл биләмәһендә дүрт ҡуртымға алынған быуа бар. “Голд-Фиш” ял базаһы, Яңауыл ауылынан ике километр алыҫлыҡта Кудряшка йылғаһы башланған урында балыҡ быуаһы урынлашҡан. Биләмәлә ағас өйҙәр, балалар һәм волейбол майҙансығы, бассейндар, мангал зонаһы бар. Әүҙем ял итеү өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. Йәш эшҡыуарҙарҙың Бахмут ауыл биләмәһендә туризмды үҫтереү буйынса үҙ проекттары бар.

Ауыл биләмәһендә рөхсәтһеҙ ҡалдыҡтар урындары бөтөрөлгән. Бахмут ауыл биләмәһе халҡы зыяраттарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай, сүп-сарҙы таҙартыу, тышҡы күренешен яҡшыртыу буйынса өмәләр үткәрелә.

Бахмут ауыл биләмәһендә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. 20 йыл ауыл хакимиәте башлығы булып эшләү еңелдән түгел, әммә тәжрибәле етәксе Нурия Нуриман ҡыҙы бөтәһе менән дә уртаҡ тел табып, эште дөрөҫ ойоштоуға өлгәшә. Уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Нурия Шәрипованың шәхси архивынан.  

20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
20 йыл хакимиәт башлығы йөгөн тарта
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас