Йәмғиәт
20 Апрель 2023, 17:00

Баллы төбәк

Умартасылар төйәк иткән йәмле һәм “тәмле” яҡтарҙа халыҡ нисек йәшәй?

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Башҡортостаныбыҙ күркәм, төҙөк ауылдары менән дан тота. Илдә күп ауылдар юҡҡа сығыу менән янағанда, беҙҙекеләр үҫешә, уларҙа халыҡ тырышып донъя көтә. Күптән түгел ошондай ауылдарҙың береһендә беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә булып китте.

 

Ярышып донъя көтәләр

 

Иглин районының Түбәнге Лә­мәҙ ауылы М-5 трассаһынан ун ки­лометрға төптәрәк, Силәбе өлкә­һе менән сиктәш ерҙә урынлашҡан. Шау-шыулы федераль юлдан ауыл яғына китә башлаһаң, бер урында асфальт юл юғала. Ошо сәбәпле Ләмәҙгә тәүге тапҡыр килгән кеше­ләр уны төпкөл генә ауыл тип иҫәп­ләй, әммә ныҡ яңылыша. Көтмә­гәндә тәбиғәттең иҫ китмәле матур, экологик яҡтан таҙа урынында ҙур ауыл хасил була. Уның эсе тулыһынса асфальтланған, төҙөк дәү йорттар, ныҡлы хужалыҡтар ҡаршы ала, йәшәү өсөн кәрәкле барлыҡ учреждениелар бар.

Беҙ барған көн бик ҡояшлы һәм йылы ине. Тирә-яҡта иртә яҙға ҡыуанып бал ҡорттары оса, алыҫта мал мөңгөрләгәне ишетелә. Ауыл таҙа һәм төҙөк. Беҙҙе ауыл билә­мәһе хакимиәте башлығы Раил Мирхәйҙәров ҡаршы алды һәм ауыл советы менән таныштырҙы.

– Райондың алыҫ урынлашҡан ауылдарының береһе беҙ, Иглин­дан 65 километр йыраҡлыҡта ята­быҙ. Ауыл биләмәһенә алты ауыл ҡарай, уларҙа бөтәһе 1005 кеше йәшәй. Төп халыҡ – башҡорттар, 95 процент тәшкил итә. Төп шөғөл иһә – ҡортсолоҡ, малсылыҡ, урман әҙерләү, – тине ул.

Ысынлап та, республика халҡы Түбәнге Ләмәҙҙе умартасылар ауылы булараҡ белә. Хужалыҡтарҙа 5167 баш умарта булһын әле! Тәбиғәттең бындай хозур, баллы урынында башҡаса мөмкин дә түгелдер шул. Раил Ғәлимйән улы әйтеүенсә, бында барыһы ла ҙур пасекалар тотмаған хәлдә лә, өй һайын тиерлек үҙе өсөн генә булһа ла бал ҡорттары аҫрай. Дөйөм алғанда, биләмәлә 12 крәҫтиән (фермер) хужалығы ғәмәлдә.

Бында 16 шәхси эшҡыуар бар­лы­ғы тураһында ла әйттеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләр “ауылда эш юҡ” тип ятмай, ә тырышып, бер-береһен уҙҙырып донъя көтә. Әйткәндәй, 2021 йылда улар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булған. Еңгән аҡсаларына ауылда кәрәкле хужалыҡ эштәрен башҡарыу өсөн трактор һатып алғандар.

Күңел өсөн генә башлағайным...

 

Хакимиәт башлығы беҙҙе Түбәнге Ләмәҙ менән таныштырҙы, матур урындарын күрһәтте. Мәҫә­лән, ауылды йәмләп торған урын – аҫылмалы күпер бар. Үҙәктә нур һәм иман өҫтәп мәсет ултыра. Мәҙәниәт йорто тирәһе лә йәмле, һәйкәл ҡуйылған, сәскәләр үҫә. Әм­мә нисек кенә ауыл матур булма­һын, ул тәү сиратта унда йәшәгән уңған кешеләре менән күркәм. Шундай егәрле оҫтабикәләрҙең береһен күреп сығырға булдыҡ.

Түбәнге Ләмәҙҙә Лена Әхмәт­йәнованы белмәгән, уның өйөндә булмаған кеше юҡ, сөнки ул ауылдың иң оҫта тегенсеһе. Кемгә үҙе генә теләгән дизайн буйынса кейем, йә булмаһа, кейем-һалымды йүнәтеү кәрәк – барыһы ла Лена апайға күҙ төбәп бара. Уның өйөнә килеп инһәң, бер аҙ аптырап та ҡалаһың: өймө ул, тегеү цехымы? Ҙур бүлмәлә стена буйлап төрлө техника теҙелгән. Унда төрлө туҡыма өсөн тегеү машиналары ла, пар генераторы ла, беҙ белмәгән башҡа профессиональ ҡорамалдар ҙа бар. Ике яҡ ситтә манекендар, ә уларҙа матур кейемдәр, түшелдеректәр тора.

Лена апай үҙенең ҡатмарлы яҙмышы тураһында һөйләне. Баҡһаң, ул тегенсе булып осраҡлы ғына эш башлай. Ауылда мәктәпте тамамлағас, юрист булам тип баш ҡалаға уҡырға китә. Тик уҡырға инә алмай, ә ауылға буш ҡул менән ҡайтҡыһы килмәй. Шуға күрә бер йыл ваҡытты әрәм итмәйем тип, 52-се училищеға тегенселеккә уҡырға инә. (Алға китеп шуны ла әйтәйек, ул Өфөләге Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инеп, унда дүрт йыл уҡый, тик тамамларға теләге булмай). Тора-бара һөнәре үҙенә бик оҡшап китә, Өфөләге ательела эш башлай.

– Миңә һөнәремә Ташкент ҡалаһының иң оҫта модистка­һынан өйрәнергә тура килде. Ул апай ғаилә хәле буйынса Өфөгә ҡайта ла беҙҙең ательела эшләй, шул тиклем оҫта ине, белмәгән бер эше лә булманы. Унан бик күпкә өйрәндем, тәжрибә тупланым. Шул саҡта был һөнәргә эҫенеп киттем, – ти Лена Наил ҡыҙы.

Уларҙың ательеһына бик бил­дәле йырсы ҡатын (исемен әйтмәү­ҙе үтенде) килеп йөрөгән була. Ул оҫта ҡыҙҙарҙан үҙенең концерт күлдәктәрен үҙгәртеп тектергән. Тап шул саҡта башҡорт милли орнаменттар менән кейемдәр, биҙәүестәр тегеү идеяһы барлыҡҡа килә. Улар барыһын да ныҡлап өйрәнә, буласаҡ коллекцияны әҙерләп бөтә яҙа. Тик шул саҡта алһыҙ-ялһыҙ эшләгән Лена апайҙы инсульт һуға. Ул сирҙе ауыр үткәрә, шул саҡтан уң ҡулы эшләп китә алмай. Һөҙөмтәлә ғаиләһе менән баш ҡаланы ҡалдырып, дүрт йыл элек кире ауылға әйләнеп ҡайтырға ҡарар итәләр.

Эшһеҙ ҡалған ҡатын бик моңһоҙ­лана, үҙенә урын таба алмай. Быны күргән тормош иптәше һәм балалары уға Яңы йылға бүләккә тегеү машинкаһы алып бирергә була. Лена Әхмәтйәнова бүләккә шул тиклем ҡыуана һәм яйлап ҡына яңынан яратҡан эшенә тотона. Һул ҡулы менән эшләргә өйрәнеп ала.

Тик ҙур ательеларҙа, тегеү цехтарында эшләп өйрәнгән ҡатын бер машинка менән генә ҡәнәғәт булмай. Шул саҡта адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында ишетеп ҡала һәм хакимиәткә барып белешә. Унда уға бизнес-план төҙөргә ҡушалар, һәм, барыһы ла эшләнгәс, Лена апай 250 мең һум аҡса ала. Был аҡсаға өс төрлө тегеү машинкаһы, манекендар, пар генераторы ала.

– Хәҙер рәхәтләнеп тегәм. Бер машинкам еңел трикотаж әйберҙәр өсөн, икенсеһе менән пальто кеүек ауыр әйберҙәр тегергә була. Ауыл кешеләре заказ менән килә. Кемгәлер кейем, постель тегеп бирәм, башлыса әйбер йүнәтәм. Һәр ваҡыт ҡыҫҡартырға, киңәй­тергә, тарайтырға кәрәк бит. Ямайым да ҡыуанам, тип көләм үҙем, – ти ул.

Өфөлә саҡтағы хыялы ла оно­тол­маған уның. Яйлап түшелде­ректәр тегә башлай. Килеп сыға башлағас, заказдар ҡабул итә. Хәҙер ярты ауыл ул теккән милли орнаментлы түшелдеректә йөрөй. Әхирәттәренә бүләк итеп тә эшләй уларҙы. Хәҙер иһә эш даирәһен киңәйтергә, милли камзулдар тегә башларға йыйына ул.

– Ирем өйгә төкәтмә эшләй башланы, ул әҙер булһа, ысын бер цех килеп сығасаҡ. Балалар ялға ҡайтһа, машиналар янында тығы­ны­раҡ булып китә, шуға үҙемдең махсус бүлмә-цехым буласаҡ, – тип хыяллана ул.

Лена апай тормош иптәше менән өс бала үҫтергән, улар башлы-күҙле инде, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеп өлгөргәндәр. Шулай һәүетем­сә генә үҙ һөнәренә үҙе ҡыуанып йәшәп ята Әхмәтйәновтар ғаиләһе.

– Ниндәй генә шарттар булма­һын, кешегә һәр ваҡыт ашарға һәм кейенергә кәрәк. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар бешерә йә тегә, аҙаҡ уны һата белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Һөнәрле кеше юғалып ҡалмай ул, – тип оҙатып ҡалды  ул беҙҙе.

 

Ә мәктәптә тормош гөрләй

 

Түбәнге Ләмәҙ ауылының мәктә­бенә беҙ төштән һуң ғына барып етә алдыҡ. Был ваҡытта балалар әллә ҡасан ҡайтышып бөткәндер инде тип килһәк, гөрләп торған мәктәп ҡаршы алды беҙҙе. Баҡһаң, был ауыл мәктәбенең икенсе ҡатында интернат урынлашҡан икән. Күрше ауылдан килеп йөрөгән балалар ошонда йәшәп уҡый. Беҙ уларҙың өйгә эш әҙерләп йөрөгән мәленә тура килдек.

Мәктәп ҙур, төҙөк. Уның иҫке өлөшөнә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов төкәтмә төҙөткән булған. Уны тамамлаған кешеләр араһында билдәле шәхестәр ҙә күп. Мәҫәлән, мәғариф министры булған Зөһрә Рәхмәтуллина, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рафаил Зинуров һәм башҡалар уҡыған. Хәҙер мәктәптең яңы геройҙары ла бар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр ике егеттәре батырҙарса һәләк булған, мәктәптә улар иҫтәлегенә таҡтаташ асылған.

Мәктәп директоры Таңһылыу Әсфи ҡыҙы Харунова ла урынында ине.

– Быйыл мәктәптә 98 уҡыусы бе­лем ала, шуларҙың 17-һе IX клас­ты тамамлай. Балалар хәҙер Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡа, шуға артабан ҡалғылары килмәй, һөнәр алыу яҡлылар. Күрше ауылдан балалар бишенсе класҡа килә, улар өсөн махсус интернат бар, – ти ул.

Интернат 34 урынға иҫәпләнгән, быйыл унда 37 бала йәшәй. Ике тәрбиәсе һәм ике төнгө тәрбиәсе ҡарай уҡыусыларҙы. Дөйөм алғанда, коллективта 16 педагог эшләй икән. Бынан тыш, мәктәптә биш йәшлек балалар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы тороу төркөмө ойошто­ролған. Көн һайын өс сәғәткә киләләр, уҡытыусылар уларҙы мәктәпкә әҙерләй.

– Ул төркөмгә әле 12 бала йөрөй, ә беренсе класҡа туғыҙ бала килер тип көтәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һаны яйлап кәмей шул, тик бер нимәгә ҡарамай мәктәбебеҙ тулы тормош менән йәшәй, – ти директор.

Ысынлап та, мәктәп ҡала балалары көнләшерлек. Улар төрлө программалар, шул иҫәптән “Үҫеш нөктәһе” проекты буйынса заманса ҡорамалдар, техника алып кластарын йыһазландырған, физика һәм химия дәрестәре өсөн махсус лабораториялар эшләгән. Информатика класында һәр кемгә етерлек яңы ноутбуктар тора.

Мәктәптә ике агрокласс эшләй. Береһендә балалар ҡортсолоҡ, икенсеһендә үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Уны төштән һуң дәрестән тыш сара итеп ойоштор­ғандар. Директор әйтеүенсә, уҡыу­сы­ларҙың ҡыҙыҡһыныуы бик ҙур, теләк менән йөрөйҙәр. Ҡортсолоҡ класында шөғөлләнгән балалар бал ҡорттарын үрсетергә өйрәнә. Ауылдың умартасы эшҡыуары Рәшит Аҙнабаевтың пасекаһында мәктәптең ун баш умартаһы ултыра. Тәжрибәле ҡортсо балаларҙы һөнәр нескәлектәренә өйрәтә, улар йәйен бал ҡорттары ҡарап, үҙҙәренә ҡыш буйы ашханала ашарлыҡ бал һығып ала.

Үҫемлекселек класы ла популяр. Мәктәп янында участка бар, унда балалар үҙҙәре әҙерләгән орлоҡтан үрсетмә үҫтерә, уларҙы ултыртып, көҙөн ҙур уңыш ала һәм ҡыш дауамында картуф, кәбеҫтә, кишер кеүек йәшелсә ашап ҡыуана.

Таңһылыу Әсфи ҡыҙы әйтеүен­сә, мәктәптә түңәрәктәр ҙә күп. Көрәш, волейбол, шахматты ярата балалар, фольклор ансамбле, театр, вокал, оҫта ҡул түңәрәктәре эшләй. Балалар район кимәлендәге ярыштарҙа ихлас ҡатнаша һәм призлы урындар алып ҡайта.

Интернатта йәшәгән балалар менән дә танышып сыҡтыҡ. Кемдер тәрбиәселәре Динара Ҡотл­әхмә­това менән бергә өйгә эш әҙерләй, кемдер ял итә ине. Балаларҙы ашханала дүрт тапҡыр тәмле итеп туҡландыралар. Улар шулай уҡ буш ваҡыттарында түңәрәктәргә йө­рөй. Ә ял көндәрендә мәктәп автобусы уларҙы өйҙәренә илтеп ҡуйып, дүшәмбе кире килтерә.

Ауылды ғаиләләр йәмләй

 

Ауылдарға командировкалар барышында мотлаҡ рәүештә күмәк, өлгөлө ғаиләләрҙе барып күрергә тырышабыҙ. Был юлы ла шулай иттек. Тәүҙә Түбәнге Ләмәҙҙә йәшәгән Рәсимә Хәлитова менән Наил Шәйхетдиновтарҙа булып киттек. Йәш ғаиләлә өс һәм бер йәшлек ике бәләкәй бала үҫә. Рәсимә йорт эштәре, балалар ҡарау менән мәшғүл булһа, ғаилә башлығы – оҫта. Ул ағас менән эш итергә ярата.

Ғаилә күптән түгел генә иркен өй һалып ингән. Бында хужаның оҫта ҡулы тейгәне күренеп тора. Йортта төҙөлөш эштәре тамам­лан­маһа ла, уның киләсәктә бик күркәм буласағы аңлашыла. Наил өҫтәл-карауаттарҙы, башҡа йыһаз­дарҙы үҙе эшләгән. Үҙенең оҫта­ха­наһында заказ буйынса кешеләр­гә лә әҙерләп бирә. Ауылда умартасылар күп булғас, был шөғөл өсөн дә күп кәрәк-яраҡты ул үҙ ҡулдары менән яһай.

– Бәләкәйҙән ағас эшен ярата иптәшем. Үҙенә кәрәкле инструменттар һатып алды ла эш башланы. Хәҙер өйҙө бөтәйтеп бөткәс, ауылда ныҡлап төпләнергә, умарта тоторға, күп итеп мал-тыуар аҫрарға йыйынабыҙ. Ауыл тормошо ҡурҡытмай, бында рәхәтләнеп көн итергә була, – ти хужабикә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт хужа­һын тап итә алманыҡ. Яҙғы эштәр гөрләп торған саҡ булғас, ул малайы менән сүп-сар ташларға кит­кәйне. Әммә уның ҡулы йылыһы тейгән әйберҙәрҙе күреп, һоҡланып киттек.

Икенсе ғаилә ауыл биләмәһенең Оло Ҡарамалы ауылында йәшәй. Бында беҙҙе биш балаға ғүмер биргән Мирхәйҙәровтар ҡар­шы алды. Үкенескә, бында ла ғаилә башлығы эше буйынса Өфөгә кит­кән булып сыҡты. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ баш ҡалала медицина колледжында уҡып йөрөй. Өйҙә хужабикә Римма Мирхәйҙәрова һәм дүрт бәләкәй бала ҡаршы алды. Айназ – һигеҙенсе, Айҙар – алтынсы класта уҡый, Гөлдәр беренсе класҡа барырға әҙерләнә. Бәләкәй Хәйҙәргә иһә өс кенә йәш. Ғаилә башлығы Ғәлей Ғәлимйән улы Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбендә водитель булып эшләй.

Бынан тыш, улар ҙур хужалыҡ та тота икән. Егермеләп баш аты, 30 баш һыйыр малы, ҡош-ҡорт, ваҡ мал аҫрай егәрле ғаилә. Ит, әҙләп булһа ла, һөт-май һата улар. Хужалыҡта тракторҙар һәм башҡа кәрәкле техника бар. Шулай уҡ Ғәлей Ғәлимйән улы урман менән дә шөғөлләнә, уның ҙур булмаған пилорамы бар. Унда өс эшсе эшләй, бура бурайҙар, ағас яралар. Һәм был яҡтың йолаһы буйынса умарта тотоп, бал ҡортон бағырға ла ваҡыт таба улар.

– Һәр эштә балалар ярҙам итешә, малайҙар ҡул араһына инеп бөттө. Тик уларҙан күпте талап итмәйбеҙ, әле иң мөһим эштәре уҡыу, белем алыу, төрлө яҡлап үҫешеү, – ти Римма ханым.

Был күркәм йорттан йылылыҡ бөркөлөп торған кеүек. Татыу балалар бер-береһенә ярҙам итә, әсәләренең ныҡлы терәктәре икәне лә күренеп тора. Бәләкәйҙәре иһә ата-әсә ҡосағында иркәләнеп кенә үҫә. Бер һүҙ менән әйткәндә, был ғаиләнән, ғөмүмән, ауылдан йылы, матур тойғолар менән ҡайтырға сыҡтыҡ.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас