Йәмғиәт
20 Апрель 2023, 16:45

Эше менән абруй ҡаҙанған

Яугир-интернационалист илһөйәрлекте тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

Сираттағы сәфәребеҙ Башҡортостандың иң матур райондарының береһе – Ҡариҙелгә булды. Унда беҙгә Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Ветерандар ойошмаһының иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында беренсе урын яулаған Рәмил Вәлинуров менән яҡындан танышырға насип итте.

Рәмил Карам улы Вәлинуров 1968 йылда Ҡариҙел районының Тат-Ҡоҙаш ауылында тыуған. Александровка, Кирҙә ауылдары мәктәптәрендә белем ала. Урта мәктәпте тамамлағас, 1986 йылдың майында хәрби хеҙмәткә алына. Ошо йылдың октябрендә уны һәм хеҙмәттәштәрен Афған һуғышына ебәрәләр. Ул Кундуз ҡалаһында вертолет эскадрильяһында хеҙмәт итә.

– Хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, Красноярск крайының Канск ҡалаһында биш ай авиация мәктәбендә уҡыттылар. Унда “МИ-24” вертолеттарын кәрәкле әйберҙәр менән тулыландырыуға һәм осошҡа әҙерләүгә өйрәттеләр. Ошо уҡ йылдың октябрендә Афғанға ебәрҙеләр. Ҡабулға 16 егет килеп төштөк, беҙҙе төрлө частарға бүлделәр. Түҙеп торғоһоҙ эҫе. Вертолеттар көнө-төнө осоп тора, беҙ уларҙы әҙерләп торабыҙ. Шулай уҡ башҡа частарға ла барып, вертолеттарҙы әҙерләйбеҙ. Беҙҙең офицерҙар ысын геройҙар ине. Егеттәребеҙ лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтты.

Беҙҙең ил Афған халҡына ярҙам итергә барҙы. Халыҡҡа зыян килтергән бандит төркөмдәренә ҡаршы көрәштек. Был илдең халҡы шул тиклем ярлы йәшәй, наҙанлыҡ хөкөм һөрә, тапма ауырыуы таралған ине. Хатта мал егеп, ер эшкәрткәндәрен дә күрергә тура килде. Ундағы халыҡ беҙгә хөрмәт менән ҡараны. Халыҡ милицияһын да беҙҙекеләр әҙерләне. Илебеҙ Афғанға ярҙам йөҙөнән мәктәптәр, дауаханалар, юлдар, заводтар төҙөнө. Шулай бер-беребеҙгә ярҙам итергә, түҙемле, сабыр булырға өйрәндек, – ти Рәмил Карам улы.

Мәғлүм булыуынса, Ҡариҙел районынан 100-ҙән ашыу егет Афғанда хеҙмәт иткән, уларҙың алтыһы һәләк булған.

Старшина Вәлинуров 1988 йылда тыуған еренә әйләнеп ҡайта. 1988 йылда “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы һәм башҡа бихисап миҙалдар менән наградланған.  

Артабан ул Бөрө дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Эшләп тә, уҡып та йөрөй. Институтта уҡыған саҡта буласаҡ биология-химия уҡытыусыһы Роза Миңлефәтих ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. Йәш ғаиләгә йәм өҫтәп, улдары Радим тыуа.

Рәмил Карам улы Александровка мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып эшләй. Бер аҙҙан уны Ҡариҙелдәге 2-се мәктәпкә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шул йылдарҙа яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. “Тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улына рәхмәт. Төҙөлөштө ул һәр саҡ контролдә тотто”, – ти Рәмил Карам улы.

 Булдыҡлы етәксене 2007 йылда Ҡариҙел ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы  итеп һайлайҙар. Ул ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, урамдарҙы яҡтыртыу, кәртәләрҙе яңыртыу, һыу үткәргестәр һуҙыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә айырыуса иғтибар бирә. Ҡариҙел ауылында яңы биҫтәләр, урамдар барлыҡҡа килә. Шул йылдарҙа уҡ Рәмил Карам улы йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәләү йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып бара.

– Ҡариҙел ауылында обелисктарҙы яңыртыуға ныҡлап тотондоҡ, беҙҙән күреп, башҡа ауылдарҙа ла халыҡ обелисктарҙы яңыртыуҙы һорай башланы. Райондың һәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелисктар асыла. 2013 – 2015 йылдарҙа Ҡариҙел ауылында биш парк барлыҡҡа килде: Ҡарағай урманы, Яр буйы, Геройҙар аллеяһы, Еңеү һәм хәтер паркы, Йәштәр паркы. Геройҙар аллеяһында ике яҡташ геройҙың һәйкәлен ҡуйҙыҡ: Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Семенович Дульцевтың һәм Рәсәй Геройы Владимир Ришадович Алимовтың.

Дульцев бик тыйнаҡ кеше ине. Ҡариҙел районы урманлы төбәк булғас, ошо тармаҡта хеҙмәт иткән батырҙы йәштәр белеп үҫһен тинек. Алимовтан да рөхсәт алып, һәйкәл эшләттек. Былар бөтәһе лә район бюджеты иҫәбенә атҡарылды, – ти Рәмил Карам улы.

Ҡариҙелдә булғанда, хәрби техника ҡуйылған Еңеү һәм хәтер паркы иғтибарҙы йәлеп итте – өс хәрби техника, бер пушка. Ҡариҙелдә бындай экспонаттар нисек барлыҡҡа килгән? 

– 2015 йылда, башҡаларҙың тәжрибәһенә ҡарап, ошо эшкә тотондоҡ. Беҙҙең яугирҙәр Афғанда ошондай хәрби техника менән һуғышты. Шуға ла беҙҙең яугир-интернационалистар был фекерҙе хупланы, район етәкселеге лә күтәреп алды. Һөҙөмтәлә Еңеү һәм хәтер паркы барлыҡҡа килде. Һәйкәл бер эш, ә бындай экспонаттар торһа, икенсе күренеш бит. Танктарҙы  Свердловск өлкәһенең Ҡамышлы ҡала­һынан, пушканы Ҡурған өлкәһенең Щучье  ҡалаһынан алып ҡайттыҡ. Төрлө инстанцияларҙы үтеп, рөхсәт документтарын алыуға һәм районға алып ҡайтыуға ике йыл ярым ваҡыт китте. Үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән атҡарып сыҡтыҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рифат Ғарипов техника менән ярҙам итте, – ти Рәмил Карам улы. 

Әйткәндәй, Рәмил Вәлинуров 1994 йылдан “Рәсәй Афған ветерандары союзы” ойошмаһының Ҡариҙел районы бүлексәһе етәксеһе лә. Ул – ойошма барлыҡҡа килгән көндән алып бөгөнгәсә алыштырғыһыҙ етәксе. Бүлексә 50-гә яҡын Афған яугирен берләштерә.

– Беҙ яугир-интернационалистарға госпи­талдә дауаланыу, юридик мәсьәләләр буйынса ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ Афған һуғышында һәләк булған яҡта­шыбыҙҙың әсәһе Динә Сафа ҡыҙы Мортазинаны дауаханаларға йөрөтәбеҙ, башҡа йомоштарын да үтәйбеҙ. Ошолай бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Беҙҙең ойошма егеттәре махсус хәрби опе­рациялағы яҡташтарыбыҙға ла ярҙам итә. Мәҫәлән, аҡса йыйып, инструменттар алып барҙыҡ. Ун йыл дауамында республиканың төньяҡ райондары хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығында үҙ-ара ярыштар үткәрәбеҙ, аралашып йәшәйбеҙ. Яугирҙәр “Батырлыҡ дәресе”ндә, осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Еңеү көнө, Ватанды һаҡлаусылар көнө кеүек байрамдарҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын да ҡотлап торабыҙ, – ти ул. 

Рәмил Вәлинуров 2015 йылдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй.

Ул “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтау билдәһе һәм башҡа бихисап наградаларға лайыҡ. Яугир-интернационалист яуҙа ла, тормошта ла һынатмай, бөгөн дә тыуған ил мәнфәғәтенә намыҫлы эшләй. Ул үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән райондаштары араһында ла абруй ҡаҙанған.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас