

Әбйәлил районы үҙенсәлекле матур тәбиғәте, хеҙмәт һөйөүсән халҡы, шифалы ял йорттары менән дан тотҡан төбәк. Объекттарҙың инженер селтәрҙәре торошон үҙ эшенең оҫталары, шулай уҡ “Әбйәлил махсус коммуналь хеҙмәтләндереү” муниципаль унитар предприятиеһы белгестәре даими күҙәтә һәм тәртиптә тота. Уларҙың намыҫлы эше Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғтибарынан да ситтә ҡалманы, ул былтыр август айындағы эш сәфәре барышында предприятие директоры Йәлил Насип улы Зәйтүновҡа профессиональ оҫталығы һәм оҙайлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
2004 йылда төрлө объекттарҙа йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү эштәрен башҡарыу өсөн булдырылған муниципаль предприятие райондың һәм Ташбулат ауыл советының инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Предприятие тораҡтарҙы, Яҡтыкүл эргәһендәге мәҙәниәт, спорт һәм һауыҡтырыу учреждениеларын комплекслы коммуналь һәм инженер-техник хеҙмәтләндереү маҡсатында төҙөлдө. Бөгөн уның төп ҡулланыусылары – “Яҡтыкүл”, “Юбилей” шифаханалары, “Березки”, “Уральские зори” ял йорттары, “Горное ущелье” балалар һауыҡтырыу лагеры, кафе, магазин һәм ҡунаҡханалар. Бынан тыш, предприятие Ташбулат ауыл советына ҡараған тағы бер нисә ауылды хеҙмәтләндерә: Ташбулат, Бикҡол, Теләш, Ниязғол, Күсем, Зеленая поляна, Яҡтыкүл, Күсем руднигы, Геологоразведка, Ташбулат станцияһы, Айыуһаҙ, Михайловка, Таштимер ауыл советы ауыл биләмәһе.
Ойошма башҡарған эштәр ҡолас еткеһеҙ: һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү; йылылыҡ менән тәьмин итеү; эске инженер селтәрҙәрен ҡороу һәм түбә ябыу, биҙәкләү эштәре; транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү; шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыу һәм таҙартыу, төҙөкләндереү һәм башҡа эштәр. “Әбйәлил махсус коммуналь хеҙмәтләндереү” предприятиеһы газ яғыулығында йыл әйләнәһенә эшләүсе ҡаҙанлыҡтан һәм йәйен “Горное ущелье” балалар һауыҡтырыу лагерын эҫе һыу менән тәьмин итеүсе электр ҡаҙанлығынан торған йылылыҡ менән тәьмин итеү хеҙмәтен тәшкил итә. Предприятиела шулай уҡ электр менән тәьмин итеү, механизация һәм транспорт хеҙмәттәре, һыу сифатын контролләүсе үҙ лабораториялары бар. Ойошма тейешле коммуналь һәм махсус техника менән ҡоралландырылған: өс вакуумлы машина, бер “КамАЗ”, МТЗ-80 тракторы, “Терекс” йөк тейәгес-экскаваторы, Т-90 бульдозеры эшкә әҙер тора.
Берҙәм коллективта 80 кеше эшләй, араларында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ – водителдәр, тракторсылар, операторҙар, хлораторҙар... Йәлил Насип улы тәжрибәле һөнәр эйәһе, яҡшы белгес, предприятиеның баш инженеры Фәнис Нәдир улы Атауллиндың дөйөм эшкә ҙур өлөш индереүен айырыуса маҡтап телгә алды. Ә ундай уңған, башҡаларға өлгө булырлыҡ хеҙмәткәрҙәр бында етерлек. Предприятиеның баш бухгалтеры Надежда Кухаренко, планлаштырыу-иҡтисад бүлеге начальнигы Гүзәл Суфиянова, йылылыҡ менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы Айбулат Ҡотоев, йылылыҡ менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү бүлеге начальнигы Ринат Дуланов, механизация бүлеге начальнигы Илгиз Таһиров, мастерҙар Валерий Королев, Йәмил Хөснөтдинов, Аркадий Копытов, Ғәҙел Йомағужин хеҙмәткәрҙәр араһында ҙур абруйға эйә. Коллектив ағзаларының ялын ойоштороу, сәләмәтлектәрен хәстәрләү ҙә көн үҙәгендә торған мөһим мәсьәлә. 2022 йылда предприятие эшселәрен һауыҡтырыу маҡсатында “Березки” ял йорто менән килешеү төҙөлгән. Хеҙмәткәрҙәр район күләмендә үткәрелгән сараларҙа, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй, конкурстарҙа, спорт ярыштарында юл башлап йөрөй. “Әбйәлил махсус коммуналь хеҙмәтләндереү” муниципаль унитар предприятиеһының эше бик күп Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән баһаланған. 2021 йылғы эш һөҙөмтәһе буйынса “Йылдың иң яҡшы хеҙмәтләндереүсеһе” номинацияһында еңеү яулаған һәм Әбйәлил районы хакимиәте башлығының дипломы менән бүләкләнгән.
Йәлил Насип улы халыҡ араһында эше менән абруй ҡаҙанған, ҙур тәжрибәле етәксе. Профессияһы буйынса – юрист, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Предприятиеға өсөнсө йыл уңышлы етәкселек итә. Уға тиклем Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй, Байым ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡара. “Башҡортостан Башлығының рәхмәте һәм дәртләндереү һүҙҙәре бер минең хеҙмәтемә генә түгел, ә тотош коллективтың хеҙмәткәрҙәре тырышлығына бирелгән лайыҡлы баһа ул”, – тип иҫәпләй Йәлил Насип улы.
“Әбйәлил махсус коммуналь хеҙмәтләндереү” муниципаль унитар предприятиеһы районда ғына түгел, ә республикала ла яҡшы иҫәптә. 2021 йылда ойоштороу һәм хеҙмәт шарттары буйынса иң яҡшы предприятиеларҙың береһе тип танылды. Компания йылдан-йыл камиллашыуын, үҫеүен дауам итә, башҡалар менән кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып йәшәй. 2023 йылға ҡорған пландары ла ҙур: эш күләмен арттырыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү, ышаныслы аҙымдар менән ҡаҙаныштарға юл ярыу. Реклама
- Динә АРЫҪЛАНОВА