

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тотош Рәсәй буйынса "Яңы заман өсөн көслө идеялар" тигән ҙур конкурс бара. Ойоштороусылары – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды. Сараның маҡсаты – Рәсәйҙе нығытыуға йүнәлтелгән инициативаларҙы һәм проекттарҙы асыҡлау һәм тормошҡа ашырыу.
Башҡортостанда иһә көслө идеяларҙы бер урынға туплау өсөн махсус сайт булдырылған.
– Тап Башҡортостанда идеяларҙы туплау өсөн айырым портал булдырыуға "Яңы заман өсөн көслө идеялар" дөйөм Рәсәй форумы этәргес бирҙе лә инде, – тип һөйләй БашҡортостанХөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Беҙҙең сайт ярҙамында, ә ул ИнвестРБ порталында урынлашҡан, беҙҙең яҡташтар тәҡдим иткән идеяларҙың әүҙемлеге күҙәтеп барыла, проекттың ни хәтлем алға китеүенә эксперт баһа бирә, һәр береһенә ярҙам итә аласаҡтар.
Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу өсөн идеяларҙы 2023 йылдың 26 апреленә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин әйтеүенсә, ябай ғына булған электрон майҙансыҡ үҙенә юғары идеяларҙы туплауға һәләтле.
Шул иғтибарға лайыҡ, бөтә Рәсәй буйынса "Яңы заман өсөн көслө идеялар" тигән конкурс рәттән өс йыл уҙғарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин уны үткәреүҙе Стратегик башланғыстар агентлығына һәм Росконгресс фондына йөкмәтте.
Ойоштороусылар төбәктәрҙән килгән бер мең иң һәйбәт идеяны һайлап аласаҡ. Ошо идеялар Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә тикшерелә. Унан инде иң яҡшы 10 идея Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарамағына тапшырыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.