Йәмғиәт
20 Апреля 2023, 17:40

Туған телде ситтә лә һаҡлайыҡ

Нижневартовск ҡалаһындағы милләттәшебеҙ туған тел курсын башлап ебәргән.

фондтанфондтан
Фото:фондтан

“Сит ергә күскәс, туған башҡорт телемдә аралашыу етмәй башланы. Мин – өс бала әсәһе, шуға ла балаларымдың телде онотмауы, халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеүе үтә лә мөһим. Шулай итеп башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге асыу идеяһы тыуҙы”, – тип һөйләй Роза Мәжит ҡыҙы Һатыбалова.

Ул Нижневартовск ҡалаһында йәшәй, бында 2017 йылда күскән. Ҡалала ете меңләп башҡорт халҡы вәкиле ғүмер итә, был ҡала халҡының яҡынса өс процентын тәшкил итә. Улар Башҡортос­танды тыуған ере итеп һанай һәм нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләп туҡта­ғас, республикаға йәшәргә ҡайта.

– Иң башта социаль селтәрҙәр аша Нижневартовскиҙа йәшәгән башҡорттар берләшмәһен – “Югра башҡорттары”н таптым, уның әү­ҙем­сеһенә әйләндем, ә бер аҙҙан мине рәйес итеп һай­ланылар. Балалар өсөн башҡорт теле түңәрәге ойошторорға тигән тәҡдимемде коллегаларым да хупланы, һәм 2021 йылдың сен­тябренән китапханала йәмәғәт башланғысы менән тәүге дәрес­тәрҙе үткәрҙек, – тип бәйән итә Роза Мәжит ҡыҙы.

Түңәрәк бик популяр булып китә. Дәрестәрҙе киңәйтергә теләп, “Хазина” башҡорт теле курстары” тигән проект менән Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашалар. Һәм улар­ға уңыш йылмая!

Курста башҡорт телен өйрәнеү халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү менән бергә үрелеп бара. Уҡтан атыу, милли аш-һыуҙы өйрәнеү, бейеү, йыр, урындағы башҡорттар менән әңгәмәләшеү кеүек практик дәрестәр ҙә бар. Уҡыу һәр йәкшәмбе үткәрелә, унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йөрөй.

– Хәҙер дәрестәргә 30 кеше – 15 бала, 15 өлкән кеше – килә. Ҡайһы саҡта бынан күпкә артыҡ бала йыйыла, тотош ғаилә менән килеүселәр бар. Тәүҙә башҡортса бөтөнләй һөйләшмәгән балалар­ҙың үҙ-ара туған телдә аралаш­ҡанын күҙәтеү ҡыҙыҡ. Улар хәҙер олатай-өләсәйҙәре менән рәхәт­ләнеп башҡортса аралаша ала.

Проектты тормошҡа ашырыу буйынса Ханты-Манси автономиялы округының алты ҡала-ҡасабаһында булыу ҡаралған: Сорғот, Когалым, Лянтор, Түбәнге Сартым, Лангепас, Совет ҡаса­баһы. Маҡсат – проект менән таныштырыу, был урындарҙа ла башҡорт теле курстарын асыу.

10 майға ҡәҙәр коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың Баш­ҡорт­ос­тандың дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә би­релгән республика Башлығы гранттарына конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Тулы мәғлүмәт Фондтың рәсми сайтында: грантыглавы102.рф. Конкурста Баш­ҡортостанда теркәлгән ойошмалар, шулай уҡ, әгәр ҙә проекттары башҡорт телен Башҡортос­тандан ситтә һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәл­телгән икән, Рәсәйҙең башҡа тө­бәк­тәрендәгеләр ҙә ҡатнаша ала.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас