Яңы ғына Өфөлә агросәнәғәт форумы ҙур уңыш менән үтте, экспозициялар урап сыҡҡыһыҙ, өр-яңы техника, ашлама, ауыл хужалығындағы алдынғы алымдар, химик саралар, орлоҡтарҙы эшкәрткән мәлдән алып уңыш йыйғанға тиклемге етештереү циклы – барыһы ла күргәҙмәлә урын алған.
“Агрохим-Гарант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ғәҙәттәгесә оло форумдарҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә, продукцияларын тәҡдим итеү, танытыу менән шөғөлләнә. Ул Рәсәй баҙарында ун биш йылдан ашыу ваҡыт эсендә үҙенең лайыҡлы урынын яуланы. Билдәле немец компанияларының ышаныслы дистрибьюторы вазифаһын үҙ өҫтөнә алып, сифатлы рапс, кукуруз, көнбағыш орлоҡтарын хужалыҡтарға һатыу менән шөғөлләнә.
Быйыл баш ҡалала “Агрохим-Гарант” йәмғиәте һәм уның партнерҙары – LIDEA һәм BASF компаниялары менән ойошторолған сираттағы семинар орлоҡ сорттары һәм гибридтарын комплекслы яҡлау һәм эшкәртеү технологиялары буйынса үтте. Был саралар ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға урында төплө яуап ала. Мәҫәлән, LIDEA менеджеры Виталий Путилин көнбағыш һәм кукуруз гибридтары орлоҡтары менән таныштырҙы. Иҡтисади яҡтан был культуралар өҫтөнлөккә эйә, аграрийҙар өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. “Агрохим-Гарант” йәмғиәтендә компанияның һаҡлау саралары һәм гибрид орлоҡтарының ассортименты бик ҙур. Белгестәрҙән уларҙы ҡулланыу буйынса кәңәштәр алыу хужалыҡтарға иҡтисади яҡтан уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә.
– Ни өсөн өҫтөнлөктө BASF һәм BAYER компанияларына бирҙегеҙ? – тип һорайбыҙ йәмғиәт етәксеһе Илдар Исхаҡовтан.
– Европа орлоҡтарының сифатына тел тейҙерерлек түгел, шуға күрә уларҙы хужалыҡтарға тәҡдим иткәндә күңелебеҙ тыныс, йөҙөбөҙ ҡыҙармай. Форумда, эргәбеҙгә килеп, беҙҙән продукция һатып алған хужалыҡ белгестәре рәхмәт әйтеп, күңелде күтәрә. Төрлө кәртәләрҙе үтеп, сертификаттар менән килә орлоҡтар. Ышаныслы партнерҙар булғас, аҡсаны кисектереп түләргә лә рөхсәт итәләр. Ауыл хужалығы өсөн етештерелгән химик препараттарҙың сифаты ла юғары. Был препараттарҙың күп өлөшө тап ошо ике компанияла уйлап табылған. Уларҙы һатыу менән шөғөлләнәбеҙ. Тауар үтемле, даими яңырып тора, шуға күрә агрономдар менән уларҙы ҡайһы баҫыуҙа, ниндәй осорҙа, ҡасан файҙаланыу буйынса рецепт өлгөләрен яҙабыҙ, билдәләйбеҙ.
– Тимәк, һеҙ – хужалыҡтарҙы орлоҡ һәм препараттар менән тәьмин итеүсе генә түгел, ә тәжрибәле консультант та.
– Әлбиттә, компанияла эшләгән кешеләрҙең күбеһе – агрономдар. Йәй буйы баҫыуҙабыҙ, үҫемлектәрҙең сирен асыҡлайбыҙ, иген яландарының уңдырышлылығын, төҙөлөшөн өйрәнәбеҙ, дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн бөтә шарттарҙы тикшерәбеҙ. Үҫемлек тә, кеше организмы кеүек үк, аныҡ диагноз ҡуйылғандан һуң шифалы дауаға мохтаж. Ниндәй “диагноз” ҡуйылыуына ҡарап “дарыу рецебын” үҙебеҙ яҙабыҙ.
– Һәр баҫыуға ла “табип” кәрәк тимәксеһегеҙме?
– Һуңғы осорҙа һөрмәй сәсеү буйынса технологиялар ҡулланыла башлағас, ер яралары уңала, уңыш юғарыраҡ була башланы.
Беҙ ауыл хужалығы ғалимдары менән һәр саҡ тығыҙ хеҙмәттәшлектәбеҙ. Бөтә донъяны урап сығып, игенселек серҙәрен биш бармағындай белгән академик, профессор Хәлил Мәсәғүт улы Сафин менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы предприятиеһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ тип әйтә алабыҙ, сөнки һөҙөмтә ҡыуаныслы. Һөрмәй сәсеү ысулы ҡулланыла башлағас, тупраҡ эрозияһы бөтә, гумус һаҡлана, ер ҡеүәте арта. Ер үҙ-үҙен туйындыра, тәьмин итә.
Мәләүез районының “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте беҙҙән алған рапс, көнбағыш культураларын сәсеп, ярайһы уңышҡа өлгәште. Ҡайһы баҫыуға ниндәй препарат ҡулланыу, сүп үләндәренә, ҡорттарға ниндәй дарыу файҙаланыу кәрәклеген бергәләп хәл итәбеҙ. Был препаратты үҫемлектең ҡайһы үҫеш фазаһында файҙаланғанда тәьҫирле булыуын асыҡлайбыҙ. Беҙ ҙә оҫта ҡуллы, аҡыл менән уйлап эш иткән “табип” булырға тейешбеҙ, дозаны кәрәгенән тыш арттырһаң йәки, киреһенсә, биреп еткермәһәң, даими күҙәтмәһәң, препаратың сифатлы булып та иҫке техника ҡулланһаң, бөтә тырышлыҡтың юҡҡа сығыуы ихтимал.
– Ниндәй препараттарға ихтыяж ҙур?
– BAYER компанияһының бал ҡорттарына зыян килтермәй торған яңы төр дарыуҙарын алдыҡ. Уның сифатын яҡшы баһаланылар. Немецтар экологияға, тәбиғәт байлыҡтарына, халыҡ сәләмәтлегенә үтә ныҡ һаҡсыллыҡ күрһәтә. Тағы ла “Престиж” тип аталған тәьҫирле препарат тураһында әйтмәй булмай. Колорадо ҡуңыҙынан һаҡлай торған дарыуҙың картуфҡа зыяны юҡ. Уның менән орлоҡтоң үҙен эшкәртергә кәрәк.
– Баҫыусылыҡ, үҫемлекселек, ер кешеләре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй алаһығыҙ. Тәбиғәткә, ергә булған һөйөү һеҙгә ҡайҙан “йоҡҡан” икән?
– Моғайын, атайымдан – ғүмер буйы ерҙә эшләгән, кукуруз үҫтергән, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Фән Исхаҡовтан мираҫ булып күскәндер. Бәләкәй саҡтан баҫыуҙан ҡайтмай уның эргәһендә өйөрөлдөм, ерҙе, хеҙмәт кешеләрен хөрмәтләргә унан өйрәндем. Кем булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, барыбыҙҙы ла ошо ер туйҙыра. Үҙ ерен һөйгән кеше уның етмеш төрлө эшен дә хәл итә ала. Бураҙнаға төшкән сифатлы орлоҡ серемәй ул, тупраҡтан көс-ҡеүәт алып, тамыр ебәрер, көҙөн уңышы менән ҡыуандырыр.
“Үҙәк” МТС дәүләт ауыл хужалығы предприятиеһының баш агрономы Илдар Шиһапов “Агрохим-Гарант” йәмғиәтенән рапс, кукуруз һәм “Новамис КЛ” көнбағышы гибриды алып файҙаланыуҙарын һәм уңышынан ҡәнәғәт булыуҙарын һөйләне. “Көнбағыш гибриды айырыуса беҙҙең урман-дала зонаһы өсөн бик ҡулайлы булып сыҡты. 2021 йылда Архангел районында гектар ҡеүәте 35 центнерға етте”, – тип ҡыуанысы менән дә уртаҡлашты Илдар Фән улы.
“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы агрономы Илһам Әхмәтйәнов компанияның бик ышаныслы, үҙ һүҙендә тора белгән, уртаҡ фекергә килеү мөмкин булған партнер икәнлегенә баҫым яһаны. “Предприятие белгестәре йылына бер нисә тапҡыр килеп, консультация бирә, тығыҙ хеҙмәттәшлектән барыбыҙ ҙа отабыҙ ғына. Йәмғиәттән һатып алған үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм гибридтар орлоғо сифатлы, уңдырышлы. Беҙҙәге ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла “BAYER” компанияһының көнбағыш гибриды үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Йыл һайын тотороҡло уңыш алабыҙ. Бик тиҙ өлгөрөүе беҙҙең өсөн үтә мөһим, майлылығы ла юғары”, – тине агроном.
Цюрупа исемендәге совхоз директоры Рим Зөбәйеров һыналған партнерҙарға рәхмәтле. “Бөгөнгө баҙар мөнәсәбәттәрендә көслө конкуренция хакимлыҡ итә. Нимә һәм нисек сәсергә, нисек үҫемлектәрҙе һаҡларға, нимә менән туйындырырға, сәсеү әйләнешен нисек ойошторорға – ҡәтғи баҙар шарттары был мәсьәләләрҙе уйлап хәл итеүҙе талап итә. Тап ошо эштә партнерҙарыбыҙ ҙур ярҙам күрһәтә. Төрлө компаниялар менән эшләйбеҙ, һайлап алыу мөмкинлеге бар. Шундай ышаныслы поставщиктарҙың береһе – “Агрохим-Гарант”. Улар орлоҡто һатҡас та беҙҙең менән хеҙмәттәшлекте өҙмәй. Республикалағы компаниялар араһында ул лайыҡлы урынды яуланы. Яуаплы, ышаныслы партнер”, – тип ул йәмғиәт хеҙмәткәрҙәрен бары яҡшы яҡтан ғына телгә алды.
“Беҙҙең “Агрохим-Гарант” менән танышыуыбыҙ “ЕС Генезис” көнбағышы гибридынан башланды, – тип һөйләне “Рощинский” акционерҙар йәмғиәтенең баш агрономы Ришат Әхкәмов. – Семинарҙа ҡатнашып, ҡыҙыҡһынып киттек. Былтыр көнбағыштың “Новамис КЛ”, быйыл “Белфис КЛП”, рапстың “Белинда” орлоҡтарын алдыҡ. Сифаттары яҡшы, шуға күрә партнерҙар менән бәйләнеште нығытабыҙ ғына. Бик оператив эшләйҙәр. Былтыр ҡыҙыу сәсеү осоронда шылтыратыуыбыҙ булды, шунда уҡ орлоҡто килтереп еткерҙеләр. Ҡышҡы бойҙай һәм яҙғы арпа майҙандарын “Абакус ультра” фунгициды менән эшкәрттек. Ҡатмарлы тәбиғәт шарттарына ҡарамай, препарат тулыһынса бурысын үтәне, һәйбәт уңыш алып ҡыуандыҡ”.
“Агрохим-Гарант” йәмғиәте үҫемлектәрҙе һаҡлау, ашлау һәм орлоҡтар менән тәьмин итеү буйынса Рәсәй баҙарында 15 йылға яҡын эшләп, игенселәрҙе «Bayer CropScience», «ВАSF», ЗАО «Изагри», «Кирово-Чепецкая Химическая Компания» йәмғиәте кеүек донъяла танылған етештереүсе предприятиелар продукцияһын тәҡдим итә. Яҡшы сифат, ассортимент төрлөлөгө, белгестәрҙең ғилми ҡеүәте, партнерҙарға яуаплы ҡараш уға республикала уңышлы старт алырға һәм ырамлы аҙымдар менән алға барырға ярҙам итте. Компания үҙ абруйының ҡәҙерен белә һәм уны төшөрмәү, исеме есеменә тап килһен өсөн алға ынтылып йәшәй. Орлоҡтар бөтә стандарттар талаптарына яуап бирергә, ашламалар һәм һаҡлаусы саралар һыналған һәм ышаныслы булырға тейеш. Продукцияны һатыу менән эш бөтмәй әле, дөрөҫөрәге, башлана ғына. Баҫыуҙарҙы тикшереү, культуралар торошона мониторинг үткәреү, тейешле препараттарҙы һайлау, хужалыҡ белгестәре, ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итеү – компания белгестәре хеҙмәтенең алыштырғыһыҙ өлөшө. Башҡортостан биләмәһендә яңы гибридтарҙы теркәү йүнәлешендә лә әүҙем эш дауам итә. Йәмғиәт белгестәре төрлө кимәлдәге семинарҙарҙа туплаған тәжрибәләре, белемдәре, яңылыҡтары менән ихлас уртаҡлаша. Культураларҙың етештереүсәнлеген күтәреү, иҡтисадты яҡшыртыу маҡсатына бары шундай юл менән генә яҡынлашып була. Ул бөгөн йөҙәрләгән препараттар, сорт һәм гибридтар тәҡдим итә. Тулы мәғлүмәт менән agrohim-garant.ru (QR-кодты өҫтәргә) сайтында танышырға мөмкин.
Республика Башкортостан, Уфимский район, с. Булгаково, ул. Свободы, 1
факс: +7 (347) 652-56-16.
Динә АРЫҪЛАНОВА