Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2023, 17:00

Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты

Һеҙҙең менән ғорурланам. Хуш ҡайттығыҙ. Һеҙ –  геройҙар!

Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты

“Махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан тағы бер төркөм хәрбиҙәрҙе ҡаршыланым. Уларҙы башҡорт еренә ҡайтып төшөүҙәре менән ҡотланым!

Һеҙҙең менән ғорурланам. Хуш ҡайттығыҙ. Һеҙ –  геройҙар!

Бар Башҡортостан халҡы исеменән үҙ бурысығыҙҙы ҡыйыу үтәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Ҡайһы бер яугирҙәр менән мобилизацияланғандарҙың, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең, уларҙың ғаилә ағзаларының алдына килеп баҫҡан көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышырға өлгөрҙөм.

Яҡындарығыҙға һәр ваҡыт ярҙам итербеҙ. Был йүнәлештәге эшебеҙҙе көндән-көн көсәйтәбеҙ. Һәр һалдатҡа ышаныслы тыл кәрәк, шуға ла һеҙ хәрби бурыстар тураһында ғына уйлаһын өсөн, Башҡортостан бар көсөн һалыр.

Әле фронт һыҙығында булғандарға гуманитар ярҙам һәм ғаиләһенән хәбәрҙәр ебәреүҙе дауам итәсәкбеҙ.

Ҡайтҡандарға ғаиләһе, яҡындары менән рәхәтләнеп ял итеп, хәрби позицияларға яңы көс туплап китеүҙәрен теләйем. Егеттәр, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Башҡортостан һеҙҙең менән!” – тип яҙҙы ул.

 

vk.com/ireksagitov

 

Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Тағы бер төркөм яугирҙәр ялға ҡайтты
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас