Благовещен районында 28 йәшлек Элина Исмәғилеваның ғәйеп булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле ҡатындың ниндәй шарттарҙа юғалыуы тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле булды.
Асыҡланыуынса, ул 4 апрелдә Благовещен районының Яңы Надеждин ауылында эте менән йөрөргә тип сығып киткән. Үҙе менән документтарын ғына алған, телефоны менән аҡсаһы өйҙә ҡалған. Ҡайҙа барасағы, ниндәй пландар менән йәшәүе тураһында ул яҡындарына бер нимә лә һөйләмәгән. Дуҫтары уның Өфөлә булыуы ихтимал тип уйлай.
– Өфөгә сығып киткәндер тип уйлайым. Баш ҡаланан эҙләргә кәрәк уны, – тигән дуҫтары.
Шулай уҡ яҡындары әйтеүенсә, был Элинаның тәүге тапҡыр юғалыуы түгел. Быға тиклем дә уның билдәһеҙ сәбәптәр буйынса ғәйеп булған саҡтары осраштырған.
– Һуңғы йылдарҙа ул даими рәүештә Санкт-Петербругта йәшәй ине. Марттың һуңғы көндәрендә ҡайтты ла апрель башында ғәйеп булды, – тигән икенсе бер әхирәте.
Ҡатындың туғандары полицияға 11 апрелдә мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ уны ирекмәндәр эҙләй.
Уның билдәләре: буйы 162 см, ябыҡ кәүҙәле, сәсе асыҡ һары төҫтә, күҙе һоро. Ҡара куртка, асыҡ йәшел кофта, күк джинсы салбар, ҡара кроссовка кейгән булған. Уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8 800 700 54 52, 112 йәки 8 937 316 74 36 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайҙар.
Фото: utv.ru