Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2023, 11:00

"Көнөбөҙ уға ҡала бит..."

...Мәктәп директоры киләсәкте асыҡ күҙаллаған.

"Көнөбөҙ уға ҡала бит..."
"Көнөбөҙ уға ҡала бит..."

Хәйбулла районында булған тарих.

СССР осоронда ауыл мәктәбендә уҡытыусы бер уҡыусының имтиханда яҙған иншаһын тотоп директорға килгән. Уҡығыҙ, ни эшләйек икән, тип.

Иншала хап-хаталы биш кенә һөйләм ти: "Аттестат бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә, мин Әнүәр ағай кеүек тракторист булам. Миңә "икеле" ҡуйған уҡытыусыларға утын-бесән килтермәйем".

Директор уҡытыусыға: "Хаталарын төҙәтеп, "өслө" ҡуй. Киләсәкте уйлайыҡ", - тигән.

Иншар Асҡаровтан.

Фото: photocentra.ru

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас