Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2023, 19:00

Торин "оскар" яуланы!

 Эт Төркиәләге ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә ҡатнашҡайны

Торин "оскар" яуланы!
Торин "оскар" яуланы!

Зеленогорскиҙа “Наҙлы һәм кәрәк хайуан” тип исемләнгән халыҡ-ара конкурс еңеүселәрен билдәләнеләр. “Йөнтәҫ оскар” номинацияһында ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандағы берҙән-бер ҡотҡарыусы бордер-колли Торин еңеү яуланы. Награданы республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәтенең штаттан тыш кинологы Надежда Отвесоваға тапшырҙылар.

Торин 20 мартта тамамланған интернет-конкурста 15 823 тауыш йыйғайны. Тағы ул Төркиәләге ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡайны.

Фото: республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас