Йәмғиәт
24 Апрель 2023, 18:10

Тыуған көнгә атай ҡайтҡан!

Был - иң ҙур бүләк! 

Тыуған көнгә атай ҡайтҡан!Тыуған көнгә атай ҡайтҡан!
Тыуған көнгә атай ҡайтҡан!

Социаль селтәрҙә йәнә бер матур видеояҙма таралды. Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән ир улының тыуған көнөнә килгән.

Бында нимәһе үҙенсәлекле тиһегеҙме? Баҡһаң, ир әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша һәм тап улының тыуған көнөндә ялға ҡайтҡан.

Ир таң менән ҡулына шарҙар тотоп өйөнә ҡайтып инә һәм йоҡлап ятҡан улын уятырға китә. Саҡ уянған малай тәүҙә ни булғанын аңлап та бөтмәй. Атаһын танып ҡалғас иһә, уның ҡосағына ташлана һәм шатлығынан илап ебәрә.

Күрәһең, малайҙың иң мөһим теләге тормошҡа ашҡандыр – атаһы ҡайтҡан!

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас