Йәмғиәт
25 Апреля 2023, 06:24

Ауылымдың күрке улар

Хеҙмәттәре лә, тормоштары ла өлгө.

1974 йылда Ишембай районының Ҡолғона ауылына өс йәш уҡытыусы эшкә килә. Улар – Йәмилә Бәхтигәрәй ҡыҙы Мәҡсүтова, Флүзә Хәлим ҡыҙы Ғарифуллина, Фәүзиә Шәһит ҡыҙы Мырҙабаева.

Ул ваҡытта беҙҙең ауылда юғары белемле уҡытыусылар юҡ ине. Х класты тамамлаған йәки ситтән тороп институтта уҡыған уҡытыусылар ғына белем бирә ине. Йәмилә Мәҡсүтова – рус теленән, Флүзә Ғарифуллина – математиканан, Фәүзиә Мырҙабаева шулай уҡ рус теленән уҡытты һәм уҡытыу эштәре буйынса мөдир булды. Үҙ эштәрен яратып, бөтә көсөн биреп эшләне улар. Дәрестән ҡалып, насар уҡыған уҡыусылар менән өҫтәмә шөғөлләнделәр. Ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаштылар.

1977 йылда Йәмилә Мәҡсүтованы Маҡар ауыл советына рәйес итеп күсерҙеләр һәм был яңы эшендә лә үҙен һәләтле һәм тырыш етәксе итеп күрһәтте. Шулай ҙа Йәмиләгә Ҡолғона ауылына кире ҡайтырға насип булған: беҙҙең ауыл егете Сабит Вәлиевкә кейәүгә сығып, гөрләтеп тормош ҡороп ебәрҙеләр. Иптәше лә, силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, бик уңған, тырыш ине, мәктәптә хужалыҡ мөдире булып эшләне. Тиҙҙән яңы мәктәп төҙөлдө, уға ла бик күп көс һалды. Күп тә тормай Сабитты икенсе эшкә – урман хужалығына мастер итеп күсерҙеләр. Оҙаҡ йылдар халыҡ менән эшләне. Депутат булып һайланды, ауыл Советы рәйесе итеп тә  тәғәйенләнде.

Йәмилә Бәхтигәрәй ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә эшләне. Ошо көндә лә ул ихлас күңелдән ауылдың һәүәҫкәр түңәрәгендә ҡатнаша, ағинәйҙәрҙең етәксеһе.

Ике ул һәм бер ҡыҙҙы ныҡлы аяҡҡа баҫтырып, һигеҙ ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып матур ғүмер итә замандаштарым.

 
Миңнур ҒҮМӘРОВА

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас