

Шундай осрашыуҙар була, уларҙан һуң үҙеңде бөтөнләй икенсе кеше итеп тояһың, донъя ығы-зығыһына, көндәлек мәшәҡәттәргә лә башҡа күҙлектән ҡарай башлайһың. Дәүләкән районында үткән гармунсылар конкурсында мин тап шундай ижади, ихлас кешеләр менән таныштым да инде.
Улар Күгәрсен районынан ирле-ҡатынлы Наилә һәм Флүр Әхмәтгәрәевтәр һәм һәүәҫкәр шағирә (уның шиғырҙарына Риф Бикбаев бер нисә йыр яҙған) Зилә Йәнбулатова. Наилә менән Зилә апайҙар – республика кимәлендә танылған гармунсылар, телевизор ҡараусылар уларҙы “Ҡурай” телеканалында иғлан ителгән гармунсылар конкурсы, интернет селтәрендәге “Халыҡ баянсылары һәм гармунсылары” төркөмө диуарында урынлаштырылған көйҙәре аша яҡшы белә.
Дәүләкән сәхнәһендә лә бик матур сығыш яһаны күгәрсендәр. Сығыш яһап ҡына ҡалманылар, башҡаларҙы ла илһамландырҙылар, рухландырҙылар.
Ниндәй конкурс, тип ҡыҙыҡһыныусылар булыр арағыҙҙа. “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә Дәүләкән районының Соколовка ауылында “Йәшлегем моңдары” тигән исем аҫтында гармунсылар конкурсы ойошторолоп, иң күләмле сараларҙың береһенә әйләнде. Унда Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәүәҫкәр гармунсылар үҙенең оҫталығын күрһәтте. Тап ошо конкурста таныштым да инде халҡыбыҙҙың ижади ҡомарын һаҡлаған, уны үҫеп килгән быуынға еткереү, йолаларыбыҙҙы, йыр-моңдарыбыҙҙы өйрәнеүгә ылыҡтырыу менән янған алсаҡ, яғымлы апайҙар менән. Улар был көндө сәхнә биҙәге, сәхнә күрке булды.
Әйткәндәй, дуҫтарса мөхиттә үткән сара ижадташ дуҫтарҙың байрамына әүерелде тиһәм, һис яңылышлыҡ булмаҫ. Дәртле бейеү көйҙәренә тамашасылар тыпырҙап төшөп китте, яратҡан йырҙарын иһә бөтә зал менән бергәләп башҡарҙылар. Тыуған ауыл, тормош, һөйөү хаҡындағы йырҙар берсә һағышландырҙы, берсә үткәндәргә алып ҡайтты. Шул тиклем дә һәләтле, моңло кешеләр йәшәгән йәнтөйәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ, шатлыҡ тойғолары кисерҙем.
Күңелдәрҙә сағыу эҙ ҡалдырҙы был халыҡ байрамы. Иң мөһиме: ике район араһында дуҫлыҡ ептәре нығынды. Киләсәктә лә ошондай сараларҙа осрашыуҙар көтөп ҡалам.
Әлиә УРАЗБАХТИНА
Дәүләкән районы.