Йәмғиәт
25 Апрель 2023, 06:22

Моң һөйҙөрткән остазыбыҙ

Алты йәштә гармунда уйнарға өйрәнгән.

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Нәүфәл Мәхийән улы Ноғоманов 1943 йылда Илеш районының Ишҡар ауылында 10 балалы ғаиләлә бишенсеһе  булып тыуған. Алты йәшендә үҙаллы гармунда уйнарға өйрәнә. Мәҙәниәт йорттарында, мәктәптә уҙған сараларҙың береһе лә унһыҙ үтмәй. Концерт, яҡын-тирәләге туйҙарға ла йыш саҡырып торалар, биш ауылға бер гармунсы бик ҡәҙерле була.

Ишҡар ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфө ҡалаһында баянсылар һәм хормейстерҙар курсында уҡый. Ә 1960–1962 йылдарҙа Борай районының Салҡаҡ урта мәктәбе директоры, буласаҡ академик Камил Шәйехмырҙа улы Әхийәров Нәүфәл Ноғомановты  музыка дәрестәрен уҡытырға  эшкә саҡыра. Был ваҡытта ул тирәлә нота менән уйнаған бер баянсы ла  юҡ ине. Ул 1962–1964 йылдарҙа әрме хеҙмәтендә булғанда ла йыр-моңдан айырылмай, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, һалдаттар ансамбленә етәкселек итә.

Артабанғы тормошо ла музыкаға бәйле: Илеш ярҙамсыл  мәктәбендә музыка  дәрестәре алып бара, Өфө сәнғәт училищеһының баян класында уҡый, Башҡорт академия драма театрында күренекле композитор Таһир Кәримов етәкселегендә баянсы-концертмейстер булып эшләй, Ҡазан сәнғәт институтында белем ала, Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһында баян класында уҡыта.

Нәүфәл Мәхийән улы үҙенә лайыҡлы алмашсылар әҙерләп сығарҙы. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хәлит Фәтихов, Башҡортостандың атҡаҙанған  артисы Сибәғәт Яруллин бар, улар – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы аккомпаниаторҙары. Башҡорт­остан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат драма театры актрисаһы Гөлсәсәк Шәрипова һәм  әлеге  көндә ал-ял белмәй эшләп йөрөгән ауыл мәҙәниәт йорто директорҙары ла – Нәүфәл ағай дәрестәрен алыусылар.

Уның эш стажы 63 йылға етә. 1993–2005 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында баян класында дәрестәр бирә, артабан ошо ҡалала  5-се гимназияла  музыка уҡытыусыһы булып эшләй, В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта ла музыканан уҡыта, ә 2022 йылдың февраленән хаҡлы ялда.

Нәүфәл Ноғоманов бөтәһе 30-ҙан ашыу (хор өсөн дә) йырҙар ижад итте. Ул яҙған бик күп йырҙар, шиғырҙар  республика, район матбуғат биттәрендә донъя күрә.

2016 йылда район һабантуйында Ишҡар ауылына бағышланған йырының  (һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа) исем туйы уҙҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 245 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡала хакимиәте иң матур йырға конкурста ла үҙ көсөн һынап ҡарай. Земфира Мөхәррәм ҡыҙы Муллағәләмованың “Стәрлетамаҡ” шиғырына көй яҙып, 3-сө урынды яуланылар.

Махсус баян өсөн ике йыйынтыҡ эшләне. Беренсеһе – Волга буйы һәм Урал халыҡтары көйҙәрен баян өсөн эшкәртеү, икенсеһе – “Балалар музыка мәктәбенең I-II кластарына тәғәйенләнгән баян өсөн педагогик репертуар”.

Нәүфәл Ноғомановтың бер нисә йыры республикабыҙ радио фондына ла ингән. Уның көйҙәрен ваҡытында радио аша ишетеп торҙоҡ. Айырыуса Салауат Рәхмәтулланың “Аҡ ҡайын” шиғырына яҙған йыры милләттәштәребеҙ күңеленә хуш килде.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, ҡала мәғариф идаралығы тарафынан тапшырылған  Почет грамоталары, ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа тәүге урындар яулаған хор коллективын бүләкләгән күп төрлө маҡтау ҡағыҙҙары – тынғыһыҙ музыканттың ижад емештәре ул! Шөкөр, яңы моң ноталары тыуҙырып, тура баҫып йөрөүендә әле лә хөрмәтле остазыбыҙ.


Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА

Читайте нас