Ҡыҙҙар көнө, тиҙәр бөгөн. Йәш гүзәл зат вәкилдәре наҙлана, әсәйҙәр, өләсәйҙәр бәләкәй саҡтарын иҫләп һағышлана, күптәре был көндә сәскә гөлләмәләре лә ҡабул итәлер. Ә минең йөрәгем әрней...
...Уҙған быуат аҙаҡтары. Мин, тиҙҙән туғыҙынсы класты тамамлаясаҡ үҫмер, киләсәккә яҡты ниәттәр ҡороп, ҡанатланып йөрөйөм. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым. “Һинән һәйбәт педагог сығасаҡ”, – ти гел уҡытыусыларым, дәртләндереп торалар.
Яҙ башы. Мәктәптә 8 март байрамына әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Күңелле унда! Ә өйҙә... Һәр саҡтағыса, әсәйемдең йылмайғанын күргәнем, яҡшы һүҙ ҡушҡанын ишеткәнем юҡ. Атайым иһә һуңғы ваҡыттарҙа төн урталарында ғына ҡайтып инә лә иртә менән сығып та китә. Уға әсәйемдең ярһып-ярһып үпкә һүҙҙәре еткергәнен ишетеп уяныуҙарым йышайҙы. Ә атайым бер ни өндәшмәй...
Иртәгә 8 март тигән көндә иһә ул бөтөн әйберҙәрен йыйып алып сығып китте. Күрше ауылдағы икенсе ҡатынға... Әсәйемдең ярһып туҙыныуҙары, ике бәләкәй һеңлемдең ҡурҡып илашыуы, өләсәйемдең килеп етеп “ут”ҡа “кәрәсин” һибеүе... Ошондай мәхшәрҙә 8 мартты - ҡатын-ҡыҙҙар байрамын тойманыҡ та.
...Уҡыу йортона документтар тапшырыу мәле еткәс, электән әйтеп килгән хыялымды әсәйемдең хәтеренә төшөрҙөм. Был һүҙҙәрҙән ул сыраһыҙ тоҡанғандай булды: “Ниндәй уҡыу ти ул?! Минең хәлемде күрмәйһеңме әллә? Һинең тик үҙеңә генә һәйбәт булһын – атаң балаһы! Мин һеҙҙе - өс ҡыҙҙы - ҡалайтып ҡарар тиһең? Ана ауылда һауынсы етмәй, киләһе аҙнала йәйләүгә китәсәкһең – һөйләшкәнмен. Көҙгә фермаға эшкә төшөрһөң”.
Ошолай аҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Йәшләй фермала ауыр хеҙмәткә егелдем, шунда бергә эшләгән, үҙемдән ун йәшкә өлкән кешегә кейәүгә сыҡтым. Ул мине аҙым һайын башҡа ирҙәрҙән көнләште, туҡманы, эсте. Ауырым ике тапҡыр төшкәс, башҡа йөккә лә уҙа алманым. Ирем иһә колхоз тарҡалып, эшһеҙ ҡалғас, эске һаҙлығына бөтөнләй батты, ҡышҡы сатлама һыуыҡта туңып үлеп ҡуйҙы...
...Хәҙер инде ҡырҡ йәшкә етеп киләм. Ҡалала төҙөлөштә йөрөйөм, фатирға түләп йәшәйем. Атайымдан һуң тағы ла ике тапҡыр иргә барып айырылған әсәйем янына ҡайтып ярҙам итеп торам. Ул һау-сәләмәт, ә зарланыуы бөтмәй. “Ана күршенең ҡыҙы ауылға иномаркала килеп төшә. Ә һин? – тип ярама тоҙ һипте яңыраҡ ҡайтҡанда. – Өс ҡыҙҙы яңғыҙ үҫтерҙем - рәхмәтегеҙ шулмы?..”
...Бына шуға ла 8 март та, Әсәйҙәр, Ҡыҙҙар көндәре лә күңелемдәге әрнеүҙе йәнә ҡуҙғатып ебәрә. Яратылып үҫкән ҡыҙ булманым, үҙем һөйөр балам да юҡ. "Һәр сабый ата-әсәһенең йөрәк йылыһын тойоп үҫһен, хыялдары тормошҡа ашһын ине", - тип теләйем был көндә. Балаларҙы бәхетле итәйек!
(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: belon.club