Йәмғиәт
27 Апрель 2023, 17:30

Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде

Ҡала үҫеше ҡатлы-ҡатлы йорттар төҙөүҙән генә тормай. Уңайлыҡтар буддырыу, йәшелләндереү шарт. Ошо айҡанлы республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ҡалаларҙа һәм райондарҙа меңәрләгән ағас үҫентеләре ултыртыла. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, акция барышында “Химиктар аллеяһы” барлыҡҡа килде.

Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килдеХимиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде

Үҙенсәлекле аллея ҡала өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки Стәрлетамаҡ химия сәнәғәте буйынса алға киткән ҡала булараҡ “химиктар ҡалаһы” тип билдәле. Бында донъя кимәлендә продукция етештергән Башҡорт сода компанияһы эшмәкәрлеге генә үҙе ни тора! Әйткәндәй, үҫентеләр менән нәҡ ошо компания тәьмин иткән.

Ғөмүмән, бында Октябрь проспекты буйлап 100 тирәк ултыртылған.

– Ҡаланың предприятие директорҙары советы, ирекмәндәр, әлеге биҫтәлә йәшәүселәр менән бер сәғәт эсендә дәррәү ултыртып та ҡуйҙыҡ, – тип хәбәр итте экологик өмә хаҡында Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Өмә булғас, йыр-моң да ағылып торҙо был көндө, ағас ултыртыусыларҙы тәмлекәстәр һәм сәй менән һыйлап та алдылар.

 

Сергей Крамсков фотолары.

Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас