

Аҙна башында Иглин районынан 12 һәм 14 йәшлек ике үҫмерҙең юғалыу сәбәбе билдәле булды. Дүшәмбелә социаль селтәрҙә уларҙың юғалыуы тураһында хәбәр таралды.
Малайҙарҙы Өфө ҡалаһында һәм Иглин районында эҙләнеләр. "Балаларҙы эҙләү" ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе П. Нестеров һүҙҙәренсә, «Автоһәүәҫкәр Өфө - Иглин» клубы вәкилдәре көн элгәре төн уртаһында балаларға тап булған. Уларҙы бысранып һәм арып бөткән килеш юл ситенән китеп барғандарында тапҡандар.
«Тәмәке тартҡаныбыҙҙы белгәс, ҡурҡтыҡ та ҡастыҡ», - тип аңлатҡан үҙҙәренең юғалыуын ҡасҡындар.
Фото newsbash.ru