

Республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү матур йолаға әүеүерелде һәм йылдан-йыл уға ҡыҙыҡһыныу арта бара. Халыҡтың бер төптән ҡубып конкурста ҡатнашыуҙары, эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙәре, мәҙәни һәм спорт сараларының әүҙемләшеүе, ауылдарының төҙөклөгө өсөн тырышыуҙары – былар барыһы ла конкурстың ыңғай йоғонтоһон дәлилләй. Республикабыҙ ауылдарында матур ыңғай күренештәр, бүлешер тәжрибәләр етерлек.
Берлектә эшләгәндә маҡсатҡа өлгәшеп була
Был аҙнала Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практикалар” тип исемләнгән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция ла әлеге конкурс сиктәрендә уҙғарылды.
Заман йәмғиәтенең көнүҙәк проблемаларын тикшереүҙә Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин, табип психиатр-нарколог, Рәсәй Федерацияһының йәмәғәт палатаһы эксперты Руслан Исаев, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина һәм башҡа рәсми ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараның мөһимлеген сағылдырҙы.
Тәүҙә форумдың пленар өлөшө уҙғарылды. Конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, конференцияны асып, “Айыҡ ауыл” конкурсы буйынса һөҙөмтәләрҙе барлау йәһәтенән дә әлеге осрашыуҙың әһәмиәтле булыуын билдәләне.
Конкурстың координаторы Сәлиә Мырҙабаева үҙ-ара бәйләнештә эшләгәндә генә маҡсатҡа өлгәшеү мөмкинлеге тураһында белдерҙе:
– Беҙҙең конкурс механизм һымаҡ, уның сиктәрендә маҡсатлы эш алып барыла. Беҙ күтәргән мәсьәләләр барыбыҙ өсөн дә дөйөм булған социаль проблемалар. Барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволарҙы, власть органдарын һәм йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеп ойоштороу комитеты булдырылыуы ла осраҡлы түгел. Бары ведомство-ара бәйләнеш булғанда ғына конкурс ҡуйған маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы хәл итеүгә юл асыла. Конкурс сиктәрендә ғаилә низағтарын көйләү, иҫкәртеү буйынса социаль дәүләт хеҙмәттәре саралары уҙғарыла, эшкә урынлаштырыуҙа халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү, психотерапевт, наркологик һәм психологик ярҙам күрһәтеү буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойоштороу, юристарҙың бушлай консультацияларын уҙғарыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Был конкурс шулай уҡ балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе бирергә, ауыл халҡын берләштереүгә лә булышлыҡ итә, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
Конкурс ыңғай һөҙөмтә бирә
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболинаның фекерҙәре лә урынлы яңғыраны. Ул үҙенең сығышында алкоголизмға ҡаршы йүнәлтелгән сараларҙың ыңғай һөҙөмтә биреүен билдәләне:
– Алкоголизмдың эште, һаулыҡты, ғаиләне, балаларҙы юғалтыуға килтергәнен беләбеҙ. Министрлыҡҡа ошо тормош күренештәре менән осрашырға, эшләргә тура килә. Шуға ла беҙгә “айыҡ ауыл” һәм бөгөнгө фәнни-ғәмәли конференция темаһы бик яҡын. Айыҡлыҡ сәйәсәте – ул эсмәү генә түгел, ә һәр ҡайһыбыҙҙың уйҙарының, ғәмәлдәренең дә айыҡлығы. Алкоголизм – ғаилә низағтарының, социаль етемлектең дә сәбәбе. Был барыһына ла билдәле факт. Ғаиләләр менән планлы һәм һөҙөмтәле эш алып барыу арҡаһында ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеүселәр һанын да кәметеүгә өлгәштек. “Айыҡ ауыл” конкурсының тыуымдың дөйөм күрһәткесенә йоғонто яһауын да билдәләү мөһим. Ошо конкурста даими ҡатнашыусы бер нисә муниципаль районда тәбиғи үҫеш күҙәтелә. Республикала дәүләт сәйәсәте ғаиләләрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙә күп балалы 59 мең ғаилә йәшәй. Бынан алда булған, 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре менән сағыштырғанда был 30 процентҡа тиерлек күберәк. Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 7-се урын яулаһа, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер булып тора, – тип билдәләне Анна Николаевна.
Форумдың пленар өлөшөндә ауылдарға ойоштороу комитетының дипломдары, активистарға республиканың министрлыҡ һәм ведомстволарҙың Рәхмәт хаттары тапшырылыуы ла сараның йәмле өлөшө булды.
Шулай уҡ конференция сиктәрендә төрлө темалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ҙә уҙғарылды. “Рәсәй биләмәһендә сәләмәт тормош алып барыуҙы популярлаштырыу буйынса муниципаль район һәм төбәктәрҙең иң яҡшы практикалары” темаһына түңәрәк өҫтәл бик йәнле барҙы. Һәр сығыштан ниндәйҙер тәжрибә, фәһем алырға мөмкин ине. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Бөрйән, Йылайыр, Тәтешле, Хәйбулла, Күгәрсен райондарында “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуҙың ыңғай һөҙөмтәләре менән танышты. Шулай уҡ Саха (Якутия) Республикаһында, Свердловск өлкәһендә был йүнәлештәге яңылыҡтар ҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Бөрйәндәр өлгө күрһәтә
“Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнашыуҙа, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә Бөрйән районы ла өлгө булып тора. Һуңғы йылдарға күҙ һалғанда, 2019 йылда Тимер ауылы финалсылар рәтенә сыҡһа, икенсе йылына урта ауылдар араһында Брәтәк республика кимәлендә 3-сө урын алыуға өлгәшә, 2021 йылда иһә ҙур ауылдар иҫәбендә булған Әбделмәмбәт 1-се урын яулай.
Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов Әбделмәмбәт ауылында спортты үҫтереү һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
– Был ауыл спортҡа ылығыуҙары менән айырылып тора. Конкурста ҡатнашҡанда ла улар “Спорт аша айыҡ ауыл” тигән девиз аҫтында эшләне. Уңыштың төп сере – халыҡтың үҙенең спорт менән мауығыуында. Был йәһәттән мәктәптең дә өлөшө ҙур. Әбделмәмбәт ауылында спортҡа һөйөү мәктәптең спорт залында, физкультура дәресендә, ошо предметтың уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов аша һалына. Ауылым тип янып йәшәгән ағайҙарҙың береһе ул һәм үҙенең артынан ауылдаштарын да әйҙәй белә. Хәҙер уның уҡыусылары, үҙҙәре атай-әсәй буһа ла, әле лә “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” тигән девиз менән йәшәй. Мәктәптең спорт залы бер ҡасан да буш торғаны юҡ. Дәрестәрҙән һуң төрлө түңәрәктәр эш башлай, кисен спорт яратҡан ауылдаштар йыйыла. Спорт залында грэпплинг, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, грек-рим көрәше, йәйәнән атыу буйынса күнекмәләр, секциялар ойошторолған. Еңел атлетика буйынса стадион, саңғы трассаһы, хоккей майҙансығы бар. Әбделмәмбәттәр ҡайҙандыр ярҙам көтөп ултырмай, күп нәмәне үҙ ҡулдарына ала белеүҙәре менән дә өлгөлө. Мәҫәлән, берҙәм тырышлыҡ менән көс гимнастикаһы комплексы урынлаштырҙылар. Йәй аҙағында уның буйынса ярыштар уҙғарыла, һәм теләгән һәр кеше ҡатнаша. Йәйәнән уҡ атыу буйынса “Ҡыпсаҡ мәргәне” ярыштары ла йолаға ингән. Бөгөнгө көндә был ауылда физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөргә тигән ҙур маҡсатыбыҙ бар, – тине хакимиәт башлығы.
Спортҡа ынтылыш бәләкәйҙән тәрбиәләнгәс, төрлө ярыштарҙа алдынғы урындар яулауҙары ла ғәжәп түгел. Һуңғы 10 йылда мәктәп уҡыусыларының, республикала ғына ҡаҙаныштарға өлгәшеп ҡалмай, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа призер булыуҙары, Волга буйы федераль округы ярыштарында еңеү яулауҙары был ауылда спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙың көслө булыуын дәлилләй.
Быйыл Бөрйән районынан “Айыҡ ауыл” конкурсында Исламбай ауылы ҡатнаша. Исламбайҙар ҙа – һөнәрле, тырыш халыҡ. Әлеге конференцияла конкурста әүҙем ҡатнашыу өсөн бүләкләнеүселәр араһында ауыл старостаһы Флүзә Әхмәтйәнова ла бар ине.
– Исламбайҙа тыуып үҫтем, ауылымды, ауылдаштарымды бик яратам. Берҙәм, егәрле, һөнәрле халыҡ йәшәй беҙҙә, – тип яҡташтарына рәхмәт әйтергә лә онотманы ул.
Спорт, мәҙәни тормош, төрлө ҡыҙыҡлы һөнәрҙәргә йәлеп итеү юлдары аша ауылда тормошто йәнләндереүгә этәргән был конкурстың киләсәккә лә маҡсаттары ҙур. Конкурста ҡатнашыусылар күбәйгәндән-күбәйеп, йәмғиәтебеҙ киләсәктә эскелек тигән яман ғәҙәттән арынһын ине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 – 2023 йылдарҙа “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 5235 ауыл ҡатнашҡан, 209 ауыл муниципаль этапта, 39 ауыл республика кимәлендә еңгән, 5000 спорт ярыштары, 4000 мәҙәни, белем биреү саралары уҙғарылған, 550 тематик түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парктар һәм йәмәғәт биләмәләрен булдырыу, урамдарҙы, ауыл клубтарын төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ саралар күрелгән.
Ғөмүмән, республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы тәүге тапҡыр 2011 йылда уҙғарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2019 йылдан ул ҡабаттан тергеҙелә һәм даими үткәрелә башлай. Проект халыҡтың әүҙемлеге менән уңышлы тормошҡа ашырыла.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА