Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 06:59

Бер тәүлектә 17 операция яһаған

Баҙыҡовтар оҫталыҡ серҙәрен уртаҡлаша.

VK.comVK.com
Фото:VK.com

Республиканың медицина өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырған талантлы хирург, ғалим, остаз, Өфөнөң почетлы гражданы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовты пациенттарҙың хөрмәтен һәм ихтирамын яулаған тере легенда тип атарға мөмкин. Былтыр 90 йәшен билдәләгән аҡһаҡал – оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре араһында профессияһына тоғролоғо, эшенә яуаплылығы һәм кешеләргә киң күңеллелеге менән  ҙур абруй ҡаҙанған шәхес. Уның хеҙмәт биографияһына күҙ һалыу ғына ла табиптың ниндәй ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та юл үтеүе, береһенән-береһе ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшеүе хаҡында һөйләй.

 

Ғүмер юлы һис үкенерлек түгел

 

 Үҙенсәлекле операциялар яһап, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған танылған хирург, ул саҡта Республика онкология диспансерының торакаль бүлексәһе мөдире Рәшит Ғәзиз улы менән байтаҡ йылдар элек редакция заданиеһы буйынса барғанда танышырға насип бул­ғайны. Улы Русландың да атаһы­ның һөнәре менән яҡындан танышып йөрөгән сағы. Асыҡ сырайлы, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып иҫтә ҡалған Рәшит Ғәзиз улы. Бала саҡта тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татырға тура килһә лә, кешеләргә күңеле ҡатмаған, йы­лы мөнәсәбәте менән пациент­тарҙа ҡурҡыу, икеләнеү тойғоларын иретә алған ҙур йөрәкле табиптың 60 йыл буйына халыҡ һаулығын хәс­тәрләүе, сәғәттәр буйы операция өҫтәле янында тороп, ҡатмар­лы әмәлиәттәр яһауы үҙе батыр­лыҡ, сыҙамлыҡ өлгөһө ләбаһа. Хәҙер табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтерлек заманса ҡорамал­дар, йыһаздар етерлек, ул дәүерҙә аныҡ диагностика үткәреү, дауалау ысулдарын ҡулланыу, операциялар яһау ваҡыты ла оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Биш-ете сәғәт буйына аяғөҫтө ҡатмарлы операциялар яһау өсөн ниндәй ҙур сабырлыҡ, сыҙам­лыҡ, көс һәм энергия кәрәк!

Бәләкәйҙән ауыл тормошон белеп, хеҙмәттә сынығып үҫеүе, атаһы һуғышҡа киткәс, туғыҙ йәштә генә хужалыҡ эштәрен үҙ өҫтөнә алыуы, әсәһенә һәм туғандарына терәк булыуы ваҡытынан алда, иртәрәк өлгөрткәндер ҙә. Өлкәндәр менән бер рәттән ер һөрөү, мал көтөү, бесән сабыу уны физик яҡтан нығыта, ә атаһы бүләк иткән гармунда уйнарға өйрәнеү ҡулдар һиҙгерлеген көсәйтә. Буласаҡ күренекле йәмәғәт эшмәкәре, юғары класлы белгес, медицина фәндәре докторы, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы мәртәбәле “Алтын скальпель”, “Йыл табибы” конкурстары еңеүсеһе булып та танылды, оҙайлы хеҙмәте Дуҫлыҡ һәм Салауат Юлаев ордендары менән баһаланды. 

Рәшит Ғәзиз улының хәләл ефете Диләрә Абдулла ҡыҙының да һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт итеүе бер-береһен аңлап, кәңәш­ләшеп эшләргә ярҙам иткәндер. Диләрә Абдулла ҡыҙы 18 йыл буйы онкология диспансерында, аҙаҡ 2-се республика клиник дауахана­һында эшләй. Ҡыҙҙары Гүзәл – юғары категориялы эндоскопист, ә улдары Руслан Рәшит улы атаһы кеүек хирург-онколог һөнәрен һайлаған, медицина фәндәре кандидаты.

“Ни өсөн медицина юлын һай­ланығыҙ?” тигән һорауҙы танылған шәхескә журналистар аҙ бирмә­гәндер. Был ҡарарға этәргән сәбәп­тәр етерлек булғандыр, күрәһең. “Атайымдың 46 йәшендә генә 40 йәшлек ҡатынын, береһенән-береһе бәләкәйерәк дүрт балаһын ҡалдырып, яҡты донъянан китеүе мине ныҡ тетрәндерҙе. Атайға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәүе, уны ҡотҡарып ҡала алмауҙары йөрәктә ауыр таш булып ғүмергә ҡалды. Бәлки, шуғалыр ҙа күңелдә ауыр хәлдәге кешегә ярҙам итеү, ғүмерен оҙайтыу теләге уянғандыр”, – тип иҫкә ала йәшлек мәлен Рәшит Ғәзиз улы.

 

Ҙур йөрәкле кеше

 

Туймазы районының Ҡандра дауаханаһында ике йыл эшләгән­дән һуң Ҡазан ҡалаһына квали­фикацияһын камиллаштырыу өсөн биш айға уҡытырға ебәреү йәш табиптың яҙмышына ҙур йоғонто яһай. Билдәле профессорҙар, хирург-онкологтарҙың операцияларына эләгеү, белемен арттырыу өсөн ул дауахананың бер ҡатынан икенсеһенә йүгереп йөрөй. Михаил Сигал, Юрий Ратнер кеүек остаздар менән осрашыуҙар, алтынға бәрәбәр кәңәштәр эҙһеҙ ҡалмай, әлбиттә. “Мин хатта тағы бер айға Ҡазанда ҡалдырыуҙарын һораным, әмәлиәттәрҙе башҡарыу ысулдарын, эш нескәлектәрен ентекләп өйрәнеү теләге бик көслө ине. Уҡыу һөҙөмтәле булды, мине Башҡорт­ос­тан дәүләт медицина институ­тының дөйөм онкология кафед­раһы эргәһендәге ике йыллыҡ клиник ординатураға инергә саҡырҙылар. Тәжрибә туплау менән бергә “күтәрелмәгән сиҙәм”де өйрәнеүҙе, алдынғы ысулдарҙы үҙләштереүҙе дауам иттем”, – тип хәтерләй үҫеш юлдарын шәхес. Ныҡышмал, үҙ өҫтөндә эшләүҙән туҡтамаған табипҡа уңайлы осраҡтар табылып ҡына тора. Мәскәүҙәге Герцен исемендәге медицина институтында кандидатлыҡ диссертацияһы етәксеһе Юрий Грисмандың ҡиммәтле һабаҡтары һәм башҡа танылған академик­тарҙың кәңәштәре фән өлкәһендә ырамлы аҙымдар яһауға булышыу менән бергә табип этикаһы, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ сифаттарын үҫтереүгә этәргес була.

Хирург өсөн белемдән, “ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү” кәңәшенән тыш, ҡайһы саҡта тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарҙың кәрәклеге лә көн кеүек асыҡ. Ҡандра дауаханаһында эш башлаған кисәге студентҡа тәүге тапҡыр ғәҙәттән тыш хәлдә йөклө ҡатынға кесарь киҫеме менән операция яһарға тура килә. Әмәлгә ҡалғандай, ул көндә хирург та дауаханала булмай, ә акушер-гинеколог бығаса ҡулына скапьпель тотоп та ҡарамаған! Йәш табип тәүге тапҡыр ҙур тулҡынланыу менән үҙаллы операция яһарға мәжбүр була. Был һиңә институтта уҡыу түгел, эргәңдә кәңәш биреүсе лә юҡ, барыһы өсөн дә үҙең яуап бирәһең. “Шул ваҡытта мин кемдеңдер ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойоуҙың нимә икәнен аңланым, – тип иҫкә ала тәүге хеҙмәт көндәрен Рәшит Ғәзиз улы. – Ҡатын игеҙәк бала тапты! Операция уңышлы үтте, көтөлмәгән хәлдән шаҡ ҡаттым. Ике яңы гражданға яҡты донъяға килергә ярҙам итеүем өсөн ҙур шатлыҡ кисерҙем”.

Ҡаты ҡуллылыҡ, тимер характер, һөҙөмтәне алдан күреү оҫталығы, һәр хәрәкәтен уйлап эшләү сифаты хирургка операция өҫтәле эргәһендә сәғәттәр буйы баҫып эшләргә ярҙам итә. Хатта бер саҡ тәжрибәле хирург ҡатмарлы әмәлиәтте ун сәғәттән ашыу эшләгән. Тағы бер рекорды тураһында ла әйтәйек: Рәшит Ғәзиз улына бер тәүлектә 17 операция яһарға тура килә. Ә һәр операция, оҫталыҡ һәм белемдән тыш, хирургтан физик һәм рухи көс талап итә. Торакаль онкология бүлексәһе мөдире вазифаһында Рәшит Баҙыҡов тарафынан 13 меңдән ашыу ҡатмарлы операция башҡарылған. Хәҙер инде атаһы­ның юлын дауам иткән Руслан Рәшит улы ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә ҡалған пациенттарҙы ғәҙәти тор­мошҡа ҡайтарыуға лайыҡлы өлөш индерә. “Руслан Рәшит улы – ҙур йөрәкле, йомарт күңелле кеше. Уның менән танышҡанда, ҡулында атайымдың документтарын тотҡай­ны. Табиптың “яман шеш” тигән һүҙҙәре хөкөм ҡарарылай яңғыра­ны, ҡойолоп төштөм, быуындар ҡалтырағандай булды. Тик ул миңә ентекләп аңлатып, нимәләр эшлә­йәсәге, етди операция башҡара­сағы, бөтәһе лә контролдә була­сағы хаҡында һөйләгәс, йөрәгем менән Руслан Баҙыҡовҡа ышандым. Бөтә туғандарыма һәм атайыма үҙебеҙҙең ышаныслы ҡулда булыуыбыҙҙы ышандырҙым. Ҡат­марлы операция тамамланғас та, тергеҙеү осоронда ла табип эргә­беҙҙә булды, хатта ике йыл үткәс тә ул беҙҙең менән! Руслан Рәшит улының оҫталығы, белеме, кешелеклелеге арҡаһында атайыбыҙ бәхетле ғүмер кисерә!” – тип рәхмәт белдергән пациенттарҙың береһе. “Атанан күргән – уҡ юнған” тигән­дәй, Баҙыҡовтарҙың хеҙмәт динас­тияһын лайыҡлы дауам итеүсе, ке­шеләр күңелендә аҡ халатлыларға ышаныс тыуҙырыусы, һөнәренә тоғро ул һәм ҡыҙҙары булыуы әсәй-атай өсөн ниндәй оло бәхет!

Балалар ата-әсәһенән гендар, аҡыл һәләтен, матди байлыҡты ғына түгел, йыш ҡына һөнәрҙәрҙе лә мираҫҡа ала. Бына шулай актерҙар, юристар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡа һөнәрҙәр быуыны өҙөлмәй дауам итә. Профессиональ ғаилә династиялары тупланған тәжрибәне, оҫталыҡ серҙәрен, белемде һаҡлау менән бергә уны ишәйтеү, уртаҡлашыу буйынса ла ҙур эштәр башҡара. Баҙыҡовтар – тап шундай ырыҫ­лы хеҙмәт династияларының береһе.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас