

Сағыу ҡояшы, көмөштәй тамсылары менән күңелдәрҙе илһамландырған быйылғы яҙ Әминә Закирйән ҡыҙына ҙур ҡыуаныс алып килде. Уға республиканың сауҙа тармағын үҫтереүгә индергән күп йыллыҡ намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Юғары бүләкте нәҡ 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан тантаналы шарттарҙа тапшырыу икеләтә шатлыҡлы булды. Асылда ошо мәртәбәле бүләк Әминә Ғиззәтова хаҡында бөтәһен дә әйтә ала.
“Атай-әсәйемә рәхмәтлемен”
Әминә Краснокама районының Яңғыҙнарат ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы Закирйән Лоҡманов Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан. Әсәһе Әдиә лә һуғыш осоро йәштәренең иңенә төшкән бөтә ауырлыҡты кисерә. Улар, тыныс тормош башланғас, ғаилә ҡора һәм ун бер балаға ғүмер бүләк итә. Лоҡмановтар татыу, эшкә сәмле һәм тырыш була. Шуға ла тормоштары гөрләп тора. Ғаилә башлығы ауыл хужалығы тармағында, унан һуң байтаҡ йылдар сауҙала әҙерләүсе булып эшләй. Әсәләре лә колхоздағы бер эштән дә ҡалмай. Шуға ҡарамаҫтан, йорт-ерҙә һәр саҡ бөхтәлек, тәртип була, сөнки ата-әсә балаларын да үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш, эшһөйәр итеп тәрбиәләй. “Ғүмерем буйы тоғро ҡалған шәхси сифаттарым ғаиләлә тәрбиәләнде, бының өсөн атай-әсәйемә мәңге рәхмәтлемен”, – ти Әминә.
Атаһының һөнәре Әминәгә айырыуса йоғонтоло була. Мәктәпте тамамлағас, ул Бөрө ҡалаһындағы кооперация училищеһына уҡырға инә. Бәләкәйҙән зирәк, ҡыйыу, етеҙ ҡыҙға уҡыу еңел бирелә, спортта ла, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем була. Уҡыуын тамамлағас, ҡалала ҡалырға мөмкинлек булһа ла, үҙҙәренең ауылына магазинға һатыусы булып эшкә ҡайта, сөнки ауыл барыһынан да яҡыныраҡ була.
Көн һайын иртә менән бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған иҫкергән магазинға эшкә килеп кереүгә, Әминәнең күңеленә бер уй тынғы бирмәй. Ә ниңә яңы бина һалдырмаҫҡа? Тәү ҡарашҡа, егерме йәшлек ҡыҙҙың үҙ шөғөлөн башҡарып, күңел асып йөрөр сағы ғына ла бит... Әммә уның маҡсаты ныҡлы була. Ауылға яңы магазин кәрәклеген раҫлау өсөн ҡыҙ район етәкселәренең ишектәрен ҡыйыу асып инә, үҙ һүҙендә ныҡ тора. Ул замандарҙа ауылда социаль объекттар төҙөү шаҡтай ҡатмарлы һанала. Шуға ҡарамаҫтан, Әминә үҙенең ныҡышмалылығы менән ауыл халҡының өмөтөн аҡлай – Яңғыҙнаратта тирә-яҡ ауылдар араһында тәүгеләрҙән булып яңы магазин төҙөлә. Был уның тыуған ауылы һәм ауылдаштары өсөн башҡарған тәүге ҙур игелекле эше була. Әйткәндәй, әлеге бина халыҡҡа өс тиҫтә йылдан күберәк хеҙмәт итә. Шуныһы ғәжәп, иҫкергәс, нәҡ Әминәнең үҙенә уны һүттерергә лә тура килә. Был хаҡта һүҙ алдараҡ булыр.
Тыуған ауылында бер нисә йыл эшләгәс, Әминә Нефтекама ҡалаһына күсенә, ғаилә ҡора. Унда ла хеҙмәтен сауҙа тармағында дауам итә. Ҡалалағы ҙур сауҙа предприятиеларында төрлө вазифаларҙа эшләй. Ә инде һөнәри тәжрибә туплағас, үҙ эшен ойошторорға тәүәккәлләй. Ул халыҡтың ниндәй тауарға ихтыяжы юғары булыуын яҡшы белә. Шуға ла Мәскәүҙән келәмдәр алып ҡайтып һата башлай. Сауҙа итеү өсөн ҡала баҙарында урын арендалай. Аҙна һайын Мәскәүгә тауарға юллана. Аҙым һайын криминал һағалаған ул саҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ өсөн йыраҡ юлдан тауар ташыу ифрат ауыр һәм хәүефле була, әммә Әминә заман ауырлыҡтарын сыҙамлыҡ, рух ныҡлығы менән еңә. Ниһайәт, ул үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәшә – Нефтекама ҡалаһында “Келәмдәр донъяһы” тигән тәүге магазинын аса. Яңы магазин ассортиментының байлығы, тауарҙарҙың юғары сифатлы булыуы менән тиҙ арала ҡалала ғына түгел, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәге халҡы өсөн яратҡан сауҙа үҙәгенә әүерелә.
Бында затлы келәмдәрҙең классик һәм дизайн төрҙәрен, ебәктән һәм йөндән генә эшләнгәндәрен, келәм изделиеларының теләгәнен һайларға мөмкин. Әминә ассортиментты байытыу өсөн Рәсәй һәм сит ил етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек урынлаштыра. Хәйер, Әминә Ғиззәтоваға ҡала халҡы тикмәгә генә “келәмдәр батшабикәһе” тигән ҡушамат бирмәгәндер. Булдыҡлы эшҡыуар артабан халыҡ ихтыяжына йүнәлтелгән йәнә бер нисә магазин аса.
“Келәмдәр батшабикәһе”
Әминә Закирйән ҡыҙы заманса эшҡыуарлыҡ серҙәрен тәрән итеп өйрәнә. Был иһә юғары һатыу технологияларын һөҙөмтәле ҡулланыуға, конкурентлыҡ һәләтен күтәреүгә, сауҙа күләмен интенсив арттырыуға булышлыҡ итә. Сауҙа нөктәләрендә әленән-әле халыҡты йәлеп итерлек акциялар үтә. Былар бөтәһе лә Әминәнең үҙ иңенә алған бурысты мөкиббән бирелеп, ихлас, иң мөһиме, һөҙөмтәле башҡарырға күнеккәнлегенән килә.
Әминә Ғиззәтова сауҙа эшмәкәрлеген юғары дәрәжәлә ойошторған бер ваҡытта, тыуған Краснокама районына, үҙе йәшәгән Нефтекама ҡалаһына ла бар яҡлап та игелекле булырға ынтыла. Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, социаль учреждениеларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, һабантуйҙар үткәргәндә лә ярҙамы ҙур. Ҡала һәм район күләмендә бойомға ашырылған социаль программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Был Әминә Ғиззәтованың матди хәленән генә түгел, ә бай рухлы булыуынан да килә. Әйтәйек, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы коронавирусҡа бәйле бик тә хәүефле осорға тура килде. Әммә үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында ла Әминә үҙенә генә бикләнеп ҡалмай. Магазиндарҙың эшләүен ваҡытлыса туҡтата ла күңелендә йөрөткән уй-ниәтен бойомға ашырыу өсөн тыуған ауылына юл тота. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә Еңеү аллеяһына нигеҙ һалырға ҡарар итә. Уның ниәтен ауыл советы хакимиәте, барса энеләре һәм һеңлеләре лә хуплай. Әминә Өфөнән заказ буйынса 45 дана шыршы үҫентеһе һатып ала. Еңеү байрамы көнөндә Закирйән ағайҙың бөтә балалары, дәррәү өмә үткәреп, аллея ултырта. Ауылдың рухын йәнләндергән ҡыуаныслы ваҡиға була ул.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта беҙҙең республикала “Атайсал” проекты бойомға ашырыла. Баҡтиһәң, Әминә Ғиззәтова проект иғлан ителгәнгә ҡәҙәр бик күптән был эшкә ең һыҙғанып тотонған икән. Ул үҙенең атайсалы – тәбиғәттең иң гүзәл ерендә урынлашҡан Яңғыҙнарат ауылы, йәштән ҡолас ташлап йөҙгән Ағиҙел йылғаһы, уның сәскәле болондары хаҡында йыш һөйләй, уларҙы әле лә бала сағындағылай ярата. Уныңса, атайсалға – кесе Ватанға ҡарата һөйөү һүҙҙә генә түгел, эш-ғәмәлдәр менән раҫланырға тейеш. Был йәһәттән ул күптәргә өлгө күрһәтә. Үҙенең Яңғыҙнаратын йәшәртергә, яңыртырға, йәшәтергә теләй. Юҡһа, бөтә төбәктәрҙәге кеүек, ауылдан йәштәр китә, иҫкергән буш өйҙәр арта. Бына күпме ваҡыт инде ошо күренеш күңеленә һис тынғылыҡ бирмәне. Һәм ауылға йән өрөргә, бүтән төбәктәрҙәге ауылдаштарының күңелендә сәм уятырға теләп, тыуған ауылында йорт һалырға ҡарар итә. Ә бит ҡалала бына тигән фатиры бар, улының да тормошо етеш. Иң мөһиме, Әминәне ауыл менән өҙөлмәҫ рухи ептәр бәйләй. Ни ғәжәп, йорт төҙөү өсөн бүленгән биләмәлә әле һөйләп үткән, ҡасандыр Әминә үҙе юллап төҙөткән, инде иҫкереп файҙаланылмаған магазин бинаһы торған була. Әлбиттә, донъяны яңыртыу, матурлау өсөн уны һүттерергә тура килә. Был ваҡиға уның йәшлеге менән бәйле матур, бер аҙ моңһоу ҙа иҫтәлектәрҙе яңырта.
Йәшәлгән йылдар бейеклегенән ҡарағанда, ”келәмдәр батшабикәһе”нең юлына бер кем дә келәмдәр йәйеп ҡуйманы. Әминә Ғиззәтова тормош хәстәрлектәрен иңләп, аныҡ маҡсат ҡуйып, ҡыйынлыҡтарға бирешмәйенсә, кешеләргә һәм йәмғиәткә файҙалы булырға тырышып, үҙ юлынан бөгөн дә ышаныслы атлай. Ул шуға инанған, шуға күрә киләсәктә уны тормошҡа ашыраһы матур уй-хыялдар, яҡты маҡсаттар көтә.
- Лира ҒӘЛИМОВА