Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 07:45

Илһөйәрлек тәрбиәләйҙәр

Вәсил Әлмәтовтың ғаилә архивынан.Вәсил Әлмәтовтың ғаилә архивынан.
Фото:Вәсил Әлмәтовтың ғаилә архивынан.

Белорет ҡалаһынан Вәсил Әлмәтов “Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы Афғанстан ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһына 2005 йылдан етәкселек итә. Был ойошма 100-гә яҡын яугирҙе берләштерә.

Вәсил Мирхәт улы Әлмәтов 1968 йылда Белорет ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 104-се мәктәбен тамамлаған. 1986 – 1988 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә. 1987 – 1988 йылдарҙа Афған һуғышында ҡатнаша, йәғни СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш разведка идаралығының 22-се айырым махсус тәғәйенләнештәге бригадаһының 186-сы  отрядында Шахджойҙа хеҙмәт юлын үтә. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.  

Армиянан ҡайтҡас, 1992 – 1999 йылдарҙа ситтән тороп Урал дәүләт урман техник университетын тамамлай. Ике йыл Белорет леспромхозында инженер булып эшләгәс, 2002 йылда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Белорет ҡалаһындағы янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенә тәүтикшереүсе булып эшкә урынлаша. 2015 йылда хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

– Йәмәғәтселек эше менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, мәктәптәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләү маҡсатында асыҡ дәрестәр үткәрәбеҙ, райондарға сығабыҙ. Армия йырҙары фестивалдәрен уҙғарабыҙ. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыуҙы, “Ветерандар тураһында”ғы 16-сы федераль законға ярашлы, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хәрби хәрәкәттәр ветерандарын ҡабул итеүҙе ойошторабыҙ, – ти Вәсил Мирхәт улы.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: Вәсил Әлмәтов кеүек яугир-ветерандар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас