Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 07:46

Илебеҙҙең именлеге хаҡына

Ветерандар бөгөн дә сафта.

Рөстәм Хөснуллиндың ғаилә архивынан.Рөстәм Хөснуллиндың ғаилә архивынан.
Фото:Рөстәм Хөснуллиндың ғаилә архивынан.

Рөстәм Хөснуллин – инде 17 йыл рәттән Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе. Был ойошма 114 афған һуғышы яугирен, Чечен Республикаһындағы хәрби операцияла ҡатнашҡан 180 ветеранды, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы туплай.

Рөстәм Нәбиулла улы Хөснуллин сығышы менән Салауат районынан. Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалында уҡыта. Афған һуғышында ҡатнашҡан яугир-интернационалист бөгөн дә илебеҙҙең именлеге, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур эшмәкәрлек алып бара. Был эш уның тормош рәүешенә әйләнгән, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ.

– Беҙ 2015 йылдан егеттәр менән бергәләшеп, Луганск һәм Донбасс халыҡ республикаларына ярҙам итәбеҙ. Таҡта, бурса, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙән башлап ебәргәйнек, шунан бирле был эшмәкәрлекте туҡтатҡаныбыҙ юҡ. Махсус хәрби хәрәкәт башланғас, былтыр алты тапҡыр яугирҙәребеҙ янына барҙыҡ, быйыл да унда булдыҡ. Егеттәргә мунса, “УАЗ”, “Нива” автомобилдәре тапшырҙыҡ.

Мәктәптәр, район хакимиәтенең йәштәр бүлеге һәм спорт комитеты менән берлектә үҙебеҙҙең егеттәргә арналған турнирҙарҙы даими үткәреп торабыҙ. 23 февралдә махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәр исеменә Миәшәгәр ауылында волейбол ярышы үткәрҙек, ошондай уҡ сара район үҙәгендә лә ойошторолдо. Нәсибаш ауылында Афған һәм Чечен республикаларында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә Афған яугирҙәре ҡатнашлығында биатлон буйынса турнир булды. Ғөмүмән, ошондай йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша беҙҙең яугир-ветеран­дарыбыҙ, – тине Рөстәм Хөс­нуллин.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас