Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 07:49

Изге эштәре менән абруй яулаған

Рөстәм Замановтың шәхси архивынан.Рөстәм Замановтың шәхси архивынан.
Фото:Рөстәм Замановтың шәхси архивынан.

Ауырғазы районынан Рөстәм Заманов – 1997 йылдан “Ауырғазы районының Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Был ойошманың 300-гә яҡын ағзаһы бар.

Рөстәм Мырҙағәле улы 1975 йылда Салауат ҡа­лаһында тыуған. IV класҡа тиклем Мәләүез ҡалаһында белем ала, урта мәктәпте Ауырғазы ра­йонының Талбазы ауылында тамамлай. Уны 1993 йылдың декабрендә армияға саҡы­ралар. 1995 йылдың ғинуа­рынан Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияла ҡатнаша. Яҙын ул яралана, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауа­ланырға тура килә.

Армиянан ҡайтҡас, ул үҙ эшен аса һәм әлеге ваҡытта автомобилдәр ремонтлау менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Хәрби ветеран-етәксе үҙе­нең шәхси өлгөһөндә беҙҙең йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләй, гражданлыҡ яуап­лылығы һәм Ватанға фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

Рөстәм Заманов һәм уның ойошмаһындағы егеттәр төрлө сараларҙа ҡатнашыу менән генә сикләнмәй, махсус хәрби операцияла, Ватан һағында булған егеттәргә матди һәм рухи ярҙам да күрһәтә. Ватан һаҡсылары көнө алдынан фронт һыҙығына барып, яҡташтарына гуманитар ярҙам тапшырыусылар араһында ул да бар ине. Әйткәндәй, Рөстәм Мырҙағәле улы инде бер нисә тапҡыр яугирҙәр янына барып ҡайтҡан.

Егеттәр һүҙ менән генә түгел, эштәре менән дә Ватан терәге булыуын иҫбатлай. Ошондай ир-егеттәребеҙ барҙа бирешмәйәсәкбеҙ.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас