Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 08:07

Кешене дауалау – төп тормош маҡсатым

Ҡатын-ҡыҙға бала табыу өсөн иң уңайлы осор ҡасан?

Илдар Сыртлановтың шәхси архивынан.Илдар Сыртлановтың шәхси архивынан.
Фото:Илдар Сыртлановтың шәхси архивынан.

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты Илдар СЫРТЛАНОВ бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған. Тәжрибәле акушер-гинеколог, 45 йыл ғүмерен ҡатын-ҡыҙҙарҙы дауалауға арнаған табип ошо көндәрҙә 70 йәшен билдәләй. Ошо айҡанлы уны “Йома ҡунағы”на саҡырып, табиптың тормош юлы, бала табыуға ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында һөйләштек.

 

– Илдар Рафиҡ улы, педагогтар ғаиләһендә тыуған бала булараҡ, һөнәр һайлағанда һеҙҙә, бәлки, уҡытыусы булыу теләге лә уянғандыр?

– Кеше һөнәр һайлағанда уны уратып алған мөхит мөһим роль уйнай. Мин 1953 йылда Көйөргәҙе райо­нының Таймаҫ ауылында уҡытыу­сылар ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртланов сығышы менән Дәү­ләкән районынан ине. Ул география һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡытты, Көйөргәҙе районының Таймаҫ мәктәбендә директор булып эшләне, ә 1960 йылда Мораптал урта мәктәбенә директор итеп эшкә күсерҙеләр. Әсәйем Мәҙинә Ғайса ҡыҙы математиканан белем бирҙе, аҙаҡ мәктәп китапханаһында эшләне.

Ә миңә һөнәр һайлағанда атайымдың фекере йоғонто яһаны. Ул ваҡытта Башҡортостанда арҙаҡ­лы хирург, йөрәккә беренсе булып операциялар эшләй башлаған профессор Наил Ғәйнәт улы Ғатауллин ҙур абруй ҡаҙанған белгес ине. Ул атайымдың яҡташы һәм дуҫы булды. Уның ҡаҙаныштарына атайым һәр саҡ һоҡланды, беҙгә өлгө итеп ҡуйҙы. Шулай уҡ ауылдан бер төркөм иптәштәрем Башҡортостан дәүләт медицина институтында уҡый ине. Миндә лә ошо билдәле уҡыу йортонда белем алыу теләге тыуҙы. Әсәйем яғынан апайым ауыл участка дауаханаһында фельдшер-акушер булып эшләне. Ул да миңә йоғонто яһағандыр, тип уйлайым.

1970 – 1976 йылдарҙа Баш­ҡорт­остан дәүләт медицина универ­ситетында уҡыным. Беҙҙең институтта тәүге биш йылда дөйөм медицина белеме бирелде, ә инде алтынсы курста субординатура үттек, мин унда акушер-гинекология йүнәлеше буйынса махсуслаштым. Беҙ институтта уҡыған йылдарҙа ошо йүнәлештә ҙур күтәрелеш булды, шуға ла ошо һөнәрҙе һай­ла­ным. Был өлкәлә эшләгән күренек­ле профессор Василий Агеевич Кулавский ошо йүнәлеш буйынса уҡыуҙы дауам итергә саҡырҙы.

1976 йылда врач акушер-гинеколог дипломын алғас, Күмертау ҡала дауаханаһында интернатура үттем. Һуңынан, ошо һөнәр буйынса сертификат алып, йүнәлтмә менән Яңауыл район дауахана­һында хеҙмәт юлымды башланым.

 

– Йәш табип акушер-гинекологты яңауылдар нисек ҡабул итте?

– Шул ваҡытта, өс-дүрт йыл эсендә, 15-кә яҡын йәш табип Яңа­уыл дауаханаһында эш башланы. Ул осорҙо Яңауыл дауахана­һының “алтын йылдары” тип әйтергә мөмкин. Унда беҙгә эшләр өсөн уңайлы шарттар булдырыл­ғайны: эш тә күп булды. Ул саҡта йылына меңләп бала, айына яҡынса йөҙгә яҡын, сабый тыуа торғайны. Ул саҡ­та йөклөлөктән һаҡланыу сара­лары, дарыуҙар бик үк юҡ ине, шу­ға күрә аборттар һаны ла күп булды. Ҡайһы ваҡыт бер үҙемә тотош районды хеҙмәтләндерергә тура килде. Көндөҙ төп эште башҡарһаҡ та, эштән һуң һәм төндә ашығыс саҡырыуҙар күп була торғайны.

Алға ҡуйылған бурысҡа на­мыҫлы ҡарау, яуаплы булыу һөҙөмтәһендә район халҡы алдында абруй ҡаҙандыҡ.

Ошо йылдарҙа Дәүләкән районы һылыуы Зилә Зиннур ҡыҙына өйләндем. Ул кейем тегеү буйынса инженер-технолог ине. Өфөлә эшләп йөрөгән сағы. Өйләнешкәс, Яңауылға, минең эргәгә, күсте.

Бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Ләйсәнебеҙ, Башҡорт дәүләт уни­верситетының юридик факультетын тамамлап, һөнәре буйынса эш­ләй, кейәү төҙөлөш өлкәһендә. Ике ейәнебеҙ бар: Рамаҙанға – 15 һәм Артурға ете йәш. Беҙ Ноғай ауы­лында үҙебеҙҙең шәхси йортобоҙҙа торабыҙ. Балалар ял ваҡыттарында һәр саҡ беҙҙең янда.

 

– Ни өсөн Яңауылдан китергә ҡарар иттегеҙ?

– Яңауылда һәйбәт булһа ла, тыуған яҡ ныҡлап тарта башланы. Шуға ла фатирҙы алмаштырып, Мәләүез ҡалаһына күстек. 1986 –1996 йылдарҙа Мәләүез районы дауаханаһында эшләргә насип итте. Тормош иптәшем мәктәптә хеҙмәт дәресенән уҡытты.

1996 йылда мине Өфөгә 4-се бала табыу йортона бүлек мөдире итеп саҡырҙылар. 1998 – 1999 йылдарҙа Өфө ҡалаһы хакимиә­тенең һаулыҡ һаҡлау бүлегендә баш акушер-гинеколог булып эшлә­нем. Шул саҡта үҙемдең чиновник түгел, ә дауалаусы табип икәнле­гемде аңланым, шуға күрә 2000 йылда 4-се бала табыу йортона яңынан ҡайттым. Ә инде 2002 йылда Республика перинаталь үҙәге ойошторолғас, бүлек мөдире итеп саҡырҙылар. Ошо үҙәктә эшләп, 2021 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.

 

– Тынғыһыҙ эш мәлендә ва­ҡыт табып, ҡасан кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап өлгөр­ҙөгөҙ?

– 2007 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда миңә 54 йәш ине. Профессорҙар: “Ниңә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡламайһың?” – тип һәр ваҡыт әйтә килде, шуға һуңлап булһа ла тәүәккәлләргә булдым. Әйтергә кәрәк, һөнәребеҙ һәр ваҡыт ғилми эҙләнеүҙе, үҙ белемеңде артты­рыуҙы талап итә, шуға ла туплаған тәжрибәмде файҙаланып, канди­датлыҡ диссертацияһын яҡланым.

 

– Бөгөн, үкенескә ҡаршы, ҡа­тын-ҡыҙҙар араһында түлһеҙлек арта бар. Бының сәбәбе нимә­лә? Ошо хәлгә ҡалмаҫ өсөн нин­дәй һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк?

– Минең уйымса, был тәү сират­та йәмғиәттәге менталитетҡа бәй­ле. Ҡатын-ҡыҙға бала табыу өсөн иң уңайлы осор – 18 – 35 йәш. Ә хәҙер йәш ҡыҙҙар, төрлө сәбәп табып, ғаилә ҡорорға ашыҡмай һәм бала табыу өсөн уңайлы йәш­тәре үтә. Һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙҙың бала табыу йәше үткән һайын һау­лығы ҡаҡшай һәм ауырға ҡалыу, бала табыу мөмкинлектәре сикләнә.

Иртә башлаған енси тормош, аборттар һәм сәләмәт тормош рәүеше алып бармау, тәмәке тартыу, һыра һәм алкоголле эсем­лектәр ҡулланыу ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын ҡаҡшата. Был иһә буласаҡ әсәлә бала табыуға бәйле мәсьәләләр тыуҙыра.

 

– Бөгөн райондарҙа табип­тарға ҙур ҡытлыҡ күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта, совет заманындағы кеүек үк, медицина университеты күпләп кадрҙар әҙерләй. Дипломлы белгестәр һаны кәмемәй. Шуға ла “Ни өсөн табиптар етмәй?” тигән һорау тыуа

– Беренсенән, бөгөнгө йәштәр­ҙең көнкүреш шарттарына ҡарата талаптары ҙур. Икенсенән, университетты тамамлаған белгестәр шәхси клиникаларға эшкә урынлаша. Дәүләт поликлиникаларында һәм дауаханаларында эш хаҡы бәләкәй, шуға ла йәштәр, әлбиттә, яҡшыраҡ шарттарҙы һайлай.

Райондарҙа йәш белгестәргә ҡытлыҡ тыумаһын өсөн йүнәлтмә буйынса һәм бюджет иҫәбенә уҡы­ған белгестәрҙең кире ҡайтыуын талап итергә кәрәк. Әле райондан квота алып уҡырға инәләр ҙә, диплом алғас, йөкләмәләрен оноталар.

 

– Яңынан тыуған булһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?

– 45 йыл табип булып эшләнем. Меңәрләгән баланың тыуыуына ярҙам иттем – был бит изге ғәмәл. Шулай уҡ меңәрләп операция яһап, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡ­лар­ға ярҙам итә алдым. Бүлек мөди­ре булараҡ, йәш табиптарға һәм акушеркаларға хеҙмәт юлын башлап ебәрергә ярҙам иттем, шуға ла башҡа төрлө һөнәр тура­һында уйлағаным да булманы. Һайлаған эшемде яратып башҡар­ҙым. Кешене дауалау төп тормош маҡсатым булып тора һәм бынан  мин, әлбиттә, ҡәнәғәт. Ниндәй һөнәр эйәһе булһаң да, үҙ эшеңде яратып башҡарырға кәрәк, тип әйтер инем.

 

– Илдар Рафиҡ улы, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙгә һау­лыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас