Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 08:10

Һәммәбеҙ ҙә бергә – Ватан һағында

Һеҙҙе көтәбеҙ!

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Баш ҡалабыҙ Өфөнән бигүк йыраҡ урынлашмаған Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылы эргәһенән аҡҡан Көгөш йылғаһы күпере эргәһендә үҙенсәлекле баннер ҡуйылған. Унан өс яугир егет яҡташтарын, районға килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләй һәм һәммәһенә лә хәйерле юл теләй. Ул Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан ҡуйылған. “Имен-һау булығыҙ, яугирҙәребеҙ, һеҙҙе көтәбеҙ!” – ти урындағы халыҡ та.

 

Бер кем дә ситтә ҡалмай

 

Республикабыҙҙың һәр төбәген­дә кеүек, Ғафури районында ла мах­сус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡандар өсөн гуманитар ярҙам ойоштороу эше бер көнгә лә туҡтамай. Улар был изге ғәмәлгә баштан уҡ бик әүҙем ҡушылғайны. Егеттәребеҙгә аҙыҡ-түлек, йылы кейем, медикаменттар, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡ даими ебәрелә. Ауыр минуттарҙа бергә булырға, бер-береңә ярҙам итергә кәрәк, тигән изге уй-ниәт менән эш итә ғафуриҙар. Ә еңеүгә ышанысы­быҙ, ярҙамыбыҙ, доғаларыбыҙ – барыһы ла хәҙер көнүҙәк, шуға күрә һәр кем ҡулынан килгәнсә изге ғәмәл ҡылырға ынтыла. Мәҫә­лән, Аҡкүл ауыл биләмәһе хакимиә­тенән урындағы эшҡыуар Ильвир Сәғиҙуллин яугирҙәргә "УАЗ" шәхси автомобилен ебәрергә ҡарар иткән. "У Бати" автосервисында белгестәр Андрей Кулагин, Рәфис Яҡупов, Арыҫлан Сәлихов һәм Сергей Карачевский менән бергә алғы һыҙыҡҡа киткән автомобилде ремонтлап буяғандар. Бынан тыш, дөйөм эшкә Василий Калачигов, Ильвина Эмамова, Регина һәм Илшат Ҡоҙаяровтар, Владимир Иванов, Руслан Ғәзизов үҙ өлөшөн индергән. Был ғафуриҙар атҡарған изге эштәрҙән бер нисә миҫал ғына.

Ғафури районы хакимиәте баш­лығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов шәхсән үҙе лә ике тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға гуманитар йөк алып барҙы.

– Яҡташтарыбыҙ булған урынға тыуған яҡ күстәнәстәрен уңышлы ғына барып етеп тапшырҙыҡ.  “УАЗ”, “Нива” машиналары, запчастар, генератор, тепловизорҙар, көнкүреш өсөн мотлаҡ кәрәкле әйберҙәр, инструменттар, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек – уларҙың барыһы ла тиерлек егеттәребеҙҙең һорауы буйынса ине. Бынан тыш, туғандарынан, яҡындарынан посылкалар, хаттар һәм балаларҙан һүрәттәр тапшырылды. Шулай итеп, егеттәребеҙҙең кәйефен һәм рухын күтәрҙек, – тине Фәнзил Фәйез улы. – Маҡсатыбыҙ барыһын да мөмкин тиклем яҡшы итеп ойоштороу ине. Һәм ошо уй-ниәтебеҙгә өлгәштек – барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Гуманитар йөктө йыйыуҙа иһә ғафуриҙар бик ихлас ҡатнаша. Эшҡыуарҙар, ойошмалар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, төрлө яуҙарҙа ҡатнашҡандар һәм башҡа­лар – береһе лә ситтә ҡалмай. Һәммәһе лә дөйөм эшкә ҡулынан килгәнсә күңел йылыһын өҫтәргә тырыша. Артабан да егеттәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ.

Февралдә Луганск Халыҡ Рес­пуб­ликаһына Ғафури районынан район хакимиәте баш­лығы Фәнзил Сыңғыҙов, район советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ф. Яҡупов исемендәге район хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров һәм ветерандар, Красноусол ауыл билә­мә­һе советы депутаты Максим Виденеев һәм башҡалар барҙы.

– Йәнә бер тапҡыр ир-егеттә­ребеҙҙең ысын илһөйәрҙәр икәнле­генә инандым. Тәүәккәл, ҡыйыу яҡ­ташта­рыбыҙ тыуған ерҙе рәнйетер­гә бирмәҫ. Дөрөҫлөк беҙҙең яҡта, шуға күрә еңәсәкбеҙ, тип ныҡлы ышана улар, – ти Фәнзил Фәйез улы. – Райондан мобилизация­ланған егеттәребеҙ менән осрашып һөйләштек. Яҡташтарыбыҙ беҙҙе күреүҙәренә бик шат булды, ғаилә­ләренә, туғандарына ҡайнар сәләм­дәр һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтеп ҡалды. Гуманитар ылауҙарҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән район халҡына рәхмәтлебеҙ.

 

Бындай хәстәрлек бик мөһим

 

Февраль аҙағында Донецк Ха­лыҡ Республикаһына юлланған  гуманитар конвойға әҙерлек эштә­ренән дә ситтә ҡалманы ғафуриҙар. Автомобилдәр, егеттәргә аҙыҡ-түлек, медикаменттар, йылы әй­берҙәр, техник ҡорамалдар, шулай уҡ туғандарынан посылка һәм уҡыусыларҙың хаттары тапшырылды.

– Икенсе тапҡыр барғанда Лу­ганскиҙан Донецкиға тиклем ҙур команда менән юл үттек, яугирҙәре­беҙҙең хәлен белештек. Уларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланыҡ, туғандарынан бүләктәр тапшырҙыҡ, – тип һөйләне сәфәр тураһында Фәнзил Сыңғыҙов. – Бындай ярҙам һалдаттарға бик мөһим. Тыуған төйәгенән, ғаиләһе­нән алыҫта булған яҡташтарыбыҙ, әлбиттә, яҡындарын һағына, әммә  төшөнкөлөккә бирелмәй. Уларға рух күтәренкелеге, ныҡлыҡ, мотлаҡ Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Шулай итеп, гуманитар йөк бер нисә урынға алып барылған һәм барыһын да адресаттарға биреү өсөн ҙур эш башҡарылған. Беле­үебеҙсә, Башҡортостан хәрбиҙә­ренә гуманитар ярҙам республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса күрһәтелә. Гуманитар ярҙам Ғафури районында  Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 адресы буйынса йыйыла.

 

Ғаиләләр хаҡында онотмайҙар

 

Бөгөн Башҡортостандан мең­ләгән ир-егет, Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальондары яугирҙәре илебеҙҙе нацизмдан һаҡлай. Бынан тыш, тағы “Ватан” башҡорт ирекле отряды, Даян Мурзин исемендәге батальон ойошторолдо һәм улар махсус хәрби опе­рацияға юлланды. Был отрядтар иҫәбендә Ғафури районынан 100-ҙән ашыу ир-егет бар. Яугирҙәр хәрби бурысын уңышлы үтәй һәм берҙәм рәүештә барлыҡ ауырлыҡ-ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырына ышана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар ҙа юҡ түгел. Ғафури­ҙар яҡташтары Ринат Ҡаранаев, Радмир Йәнбәков, Рәил Алламоратов, Максим Чернов, Алмас Шафиҡов һәм башҡаларҙың  батыр­лығы тураһында онотмаҫ. Уларҙың барыһы ла – Ватаныбыҙ­ҙың ысын улдары, геройҙарыбыҙ. Батырлыҡтары тураһындағы хә­терҙе мәңгеләштереү, уны һаҡлап ҡалыу һәм киләһе быуындарға тапшырыу өсөн барыһы ла эшләнәсәк.

Махсус операцияла ҡатнашыу­сылар һәм уларҙың ғаиләләренә кәрәкле ярҙам күрһәтеү өсөн районда әһәмиәтле саралар күрелә. Әйткәндәй, был – төбәктә алып барылған эштәрҙең төп йүнәлеш­тәренең береһе. Уларҙы ҡабул итеүҙә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, хәрби комиссариат вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнаша.

– Һәр осраҡты айырым ҡарау зарур. Ентекләп өйрәнеүҙе һәм күберәк ваҡытты талап иткән ауырыраҡ мәсьәләләр ҙә бар. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһын да хәл итергә тырышасаҡбыҙ, – ти Ғафури районы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүлә­това. – Күпселек мөрәжәғәттәр хәрби операцияла ҡатнашыусы­ларҙың йорттарын газға тоташ­тырыуға бәйле, ҡайҙалыр “зәңгәр яғыулыҡ” ҡорамалдарын алмаштырыу кәрәк. Шулай уҡ хәрби округ зонаһынан яралы яугирҙе дауалау өсөн республикабыҙға ҡайтарыуға бәйле мөрәжәғәт бар ине, был осраҡта ла ярҙам ысулын таптыҡ.

Граждандарҙың барлыҡ мөрә­жәғәт­тәре һәм үтенестәре ентекле тыңланыла, өйрәнелә, ғариза би­реү­селәр менән берлектә аныҡ ғәмәлдәр планы билдәләнә. Ра­йонда йәшәгәндәрҙең барыһы ла, бигерәк тә мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итеүгә тос өлөш индерә, – тип белдерҙе Ғафури районы хаки­миәте башлығының социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы. 

Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге бер нисә хәйриә концертын ойошторҙо. Һөҙөмтәлә билет һатыуҙан килгән 400 мең һум аҡса хәрбиҙәргә ярҙамға сарыф ителгән. Тағы район хаки­миәтенең мәғариф бүлеге лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан­дарға ярҙамға 550 мең һум тирәһе аҡса йыйған.

Әйткәндәй, күптән түгел республикала “Герой әсәһе” тигән яңы сара старт алды. Проектты башлаусылар – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнова, Рәсәй ДОСААФ-ының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Гөлнара Мануйлина, психотерапевт, коуч-психолог, “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй ойошмаһы юрисы Раиса Мөхәмә­ҙиева Ғафури районында яугирҙәр­ҙең әсәләре менән осрашты һәм уларҙы борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләште.

Әсәйҙәрҙе борсоған, һөйләшеү­ҙәге был мәсьәләләр ҙә, әлбиттә, мотлаҡ ҡараласаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас