Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2023, 21:10

Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды

29 апрелдә Шишмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү паркын ҡараны.

Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды
Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды

29 апрелдә Шишмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү паркын ҡараны. Бында “Ми-24” хәрби вертолетына һәйкәл асыу тантанаһы булды. Был типтағы машиналарҙа Рәсәй Геройы, атҡаҙанған хәрби осоусы, авиация генарал-майоры Риф Сәхәбетдинов осҡан. Әйткәндәй, ул бала сағын Шишмә районының Келәш ауылында үткәргән.

2021 йылда хәрби хәрәкәттәр ветераны башланғысы менән Шишмә районы хакимиәте “Ростех” дәүләт корпорацияһына ветролетты илһөйәрлек маҡсатында монумент ойоштороу өсөн тапшырыу мөмкинлеге менән мөрәжәғәт итте. Республика булышлығында машинаны 2022 йылда Шишмәгә килтерҙеләр һәм реставрация яһанылар.

Башҡортостан Башлығы ҡасабала йәшәүселәрҙе билдәле ваҡиға менән ҡотланы.

- Бөгөн беҙ шишмәләр өсөн оҙаҡ көтөп алынған хәрби вертолетҡа һәйкәл асабыҙ. Был яҡташыбыҙ Риф Сәхәбетдинов ярҙамында мөмкин булды. Ул – ысын хәрби, Рәсәй Геройы, шәп вертолетсы, - тине Радий Хәбиров. – Риф Рәйес улы, һеҙгә ошо башланғыс өсөн рәхмәт әйтке килә. Тыуған ерегеҙҙе онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙә 4 майҙа ҙур сара – “Атайсал” республика форумы – була. Һәм унда үҙенең тыуған яғына ярҙам итеүселәрҙе билдләй башлаясаҡбыҙ.

Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдинов  башланғысты хуплағаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

- Беҙ Афғанстанда, Тажикстанда, Төньяҡ Кавказда хәрби мәсьәләләрҙе хәл иттек. Мин бындай машиналарҙа алты меңдән ашыу сәғәт остом, - тип һөйләне ул. – Был вертолет – Ватанына тоғро хеҙмәт иткәндәргә хәтер ул. Был йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә тос өлөш.

Еңеү паркында төбәк етәксеһе йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереү менән танышты. Былтыр яҙ, “Уңайлы мөхит булдырыу” программаһына ярашлы, шишмәләр араһында тауыш биреү ойошторолған. Улар паркты яңыртыу идеяһын хуплаған. Уны 2023-2024 йылдарҙа заманлаштырасаҡтар.

Еңеү паркы эргәһендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы урынлаштырылған. Унда балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй. 2021-2022 йылдарҙа комплекстың асыҡ майҙансығында заманса спорт үҙәген булдырҙылар. “Спорт –йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы, трибуналары булған хоккей ҡабын һәм тренажерҙар коплексын ҡуйҙылар. Яҡтыртҡыстар урынлаштырылған, йүгереү өсөн “һуҡмаҡтар” бар.

Радий Хәбиров спорт майҙансығын ҡараны, йәш спортсылар менән аралашты, уҡыусыларҙың ГТО нормативтарын үтәүен күҙәтте һәм урындағы балалар футбол командалары араһындағы матчҡа старт бирҙе.

- Шишмә районы һәр ваҡыт иҡтисади йәһәттән үҫешкән район булды. Бында көслө хужалыҡтар һәм заманса шәкәр заводы бар, – тине Радий Хабиров. – “Патриот” паркын булдырҙыҡ һәм уны әүҙем үҫтерәбеҙ. Унда, нигеҙҙә, Шишмәлә йәшәүселәр эшләй. Был парк эргә-тирәһенең үҫешенә килтерҙе лә. Хәҙер муниципалитетта Евразия күсмә ҡәбиләләр музейын ойошторабыҙ. Был – бик ҙур проект. Дөйөм алғанда, райондар хакимиәттәре башлыҡтары менән үҙәк майҙандарҙы тәртипкә килтереү, яңы йәмәғәтселек киңлектәрен булдырыу буйынса даими һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Фотолар, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/n

Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды
Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды
Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды
Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды
Шишмәлә вертолетҡа һәйкәл асылды
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас