

Ауырғазы районында оҙаҡламай һабантуйҙар үткәреү өсөн махсус биләмә барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә. Әлеге мәлдә подрядсы билдәле булған да инде.
Төҙөлөш (төҙөкләндереү) эштәре апрель айында уҡ башлана, әммә быйылғы һабантуйға биләмәне өлгөртә алмайҙар – эштәрҙе йәй аҙағына тамамларға йыйыналар. Әйткәндәй, эштәрҙең беренсе этабы былтыр уҡ булғайны – ул саҡта яҡтылыҡ үткәрелде, ҡоймалар, төп инеү урынында ҡапҡа ҡуйылды һәм йүгереү юлына асфальт түшәлде. Бынан тыш, бер нисә спорт майҙансығы ла барлыҡҡа килде: мини-футбол, волейбол, воркаут һәм трибуналы көрәш майҙансығы. Волейболға ныҡлабыраҡ туҡталғанда, бында майҙансыҡҡа ҡом түшәлде, ҡалған майҙансыҡтарҙа – махсус резина япма.
Эшләнгән эштәр араһында йәйәүлеләр өсөн юл төҙөкләндерелде, эскәмйәләр ҡуйылды, сүп ташлау өсөн һауыттар беркетелде. Подрядсы яҡтылыҡ менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар иткән: биләмәне ҙур махсус 40 лампа яҡтыртасаҡ.
Быйыл башҡарыласаҡ эштәргә килгәндә, проект буйынса биләмәлә сәхнә, тамашасы трибунаһы, эскәмйәләр, кесе архитектур формалар һәм видеокүҙәтеү урынлаштырыласаҡ.
Һабантуй биләмәһе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Проекттың маҡсаты – төбәктә үҙенсәлекле һәм зауыҡлы биләмәләр булдырыу. Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, был үҙ сиратында халыҡтың мәҙәни һәм социаль үҫеш кимәлен дә яҡшыртасаҡ.
Рәмил МАНСУРОВ