Йәмғиәт
2 Май 2023, 09:15

Илдең именлеге лә, етеш тормош та уларҙан башлана

Дәүләт йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтә.

“Башинформ”.“Башинформ”.
Фото:“Башинформ”.

Ғаиләне беҙ йәмғиәттең нигеҙе тип ҡарайбыҙ, әммә уртаҡ тормош башлап китеү еңелдән түгел, айырыуса матди яҡтан иҫәпләгәндә, шуға күрә лә беҙҙең республикала “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” Закон ҡабул ителгән. Уның талаптары нисек үтәлә? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболинаның ошо туралағы сығышын тыңланылар.

 

Йәш ғаиләләр беҙҙә күпме?

 

Министр урынбаҫары тәүҙә үҙ ведом­стволарының ошо Законға ярашлы эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләне:

l күп балалы һәм аҙ килемле йәш ғаиләләр өсөн социаль пособиелар системаһын үҫтереү;

l йәш ғаилә ағзаларына эшкә урынлашырға ярҙам итеү;

l айырылышыуҙарҙы иҫкәртеү, ғаилә­һе тарҡалған ир менән ҡатындың мөнә­сә­бәттәрен яйлау, яңғыҙ әсә­ләрҙе һәм атайҙарҙы реабилитациялау буйынса социаль-психологик ойошма­лар­ҙың эшмәкәрлегенә ярҙамлашыу;

l хеҙмәт эшмәкәрлеген ғаиләләге йөкләмәләр менен бергә алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыу;

l йәш ғаиләләрҙең республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итеү.

Йәш ғаилә – ҡануниәткә ярашлы, ир менән ҡатындың йәше 35-тән артмаған, бер һәм унан да күберәк балаһы булған ғаилә; йә иһә йәше 35-тән дә өлкән булмаған яңғыҙ ир йәки яңғыҙ ҡатындан торған һәм бер йәки унан да күберәк бала тәрбиәләгән тулы булмаған ғаилә.

2021 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары күрһә­теүенсә, республикала 387 мең йәш ғаилә бар, шуларҙың 343 меңе рәсми никахта тора. 2010 йылдағы халыҡ иҫә­бен алыу менән сағыштырғанда, йәш ғаиләләр һаны 171 меңгә кәмегән, был илдәге демографик хәлдең үҙенсәлек­тәренә ярашлы, халыҡтың йәш струк­тураһы үҙгәреүе менән аңлатыла.

 

Уртаса килем түбән тип танылһа...

 

– Балалы ғаиләләргә ярҙам дәүләттең ғаилә сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Былтыр Башҡортостан Хөкүмә­тенең 2014 йылдың 31 декабрендәге ҡарары менән раҫланған “Башҡортостан Республикаһы халҡын социаль яҡлау” дәүләт программаһы нигеҙендә пособиелар һәм компенсациялар рәүешендә 21 миллиард һумдан ашыуыраҡ социаль ярҙам күрһәтелгән, шуның алты миллиард һумы – республика ҡаҙнаһынан, – тине Анна Таболина Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сығышында.

Федераль ҡануниәттә ҡаралыуынса, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ошо субъекттар ҡаҙналары иҫәбенә түләнергә тейешле берҙән-бер түләү – балаға айлыҡ пособие. Ул бала тыуғандан алып 16 йәшкә еткәнсе (уҡыған осраҡта 18 йәш тулғансы) уртаса йыллыҡ килеме йәшәү минимумынан юғарыраҡ булмаған ғаиләләргә бирелә. Былтыр Башҡортостанда 60,2 мең ғаилә 145,2 мең балаға дөйөм суммаһы 1 024,6 миллион һум булған пособие алған.

Шул уҡ ваҡытта 2023 йылдың 1 ғинуарынан күп кенә төбәктәрҙә был төр пособие туҡтатылған, сөнки бала тыуыуына һәм уны тәрбиәләүгә бәйле ай һайын түләнә торған яңы пособие индерелде, уны Рәсәйҙең Пенсия һәм социаль страховка фонды бирә. Башҡортостан, үҙ сиратында, ошо элекке пособиены һаҡлап ҡалды, һәм ул йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә түләнә.

 

Социаль ярҙам – ҡаҙна иҫәбенә

 

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә республика ҡаҙнаһы иҫәбенән түбәндәге социаль ярҙам саралары бирелә:

l ике бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ пособие. Ул һәр ба­лаға өс йәшкә еткәнсе 519-ар һум күлә­мендә бирелә. 2022 йылда бындай пособие 736 ғаиләгә 1479 бала өсөн түлән­де, дөйөм суммаһы – 7,4 миллион һум;

l инвалид бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие. Уның күләме төрлөсә, нигеҙ күләме – 60 һум, ә йәшәү эшмәкәрлегенең төп категорияларынан өсөнсө дәрәжә сикләүгә дусар булған инвалид баланы тәрбиәләгән кешенең пособиеһы – 1200 һум. Былтыр ошо пособие 9283 баланы ҡараған 8763 ғаиләгә 84,6 миллион һум түләнгән;

l бала тәрбиәләгән студент һәм аспирант ғаиләләренә махсус социаль ярҙам. Айына 250-шәр һум бирелә, былтыр ошо пособиеның дөйөм суммаһы 18,8 мең һум тәшкил иткән һәм ул бер йәки унан да күберәк бала тәрбиәләгән 13 ғаиләгә бирелгән.

 

Күп балалылар – айырыуса иғтибар үҙәгендә

 

Министр урынбаҫары Анна Таболи­наның сығышынан күренеүенсә, 23 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 622,8 меңәр һум пособие түләнә. Былтыр ошо пособиены 43 ғаилә алған.

Айырым төр күп балалы ғаиләләр айлыҡ пособиеға хоҡуҡлы, уның күләме түбәндәгесә:

l дүрт балалы ғаиләләргә – 1 557 һум;

l биш һәм унан күберәк балаһы булғандарға – 2 076 һум.

Былтыр 8 759 ғаиләгә 189 миллион һум пособие түләнгән.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Яңы йылды байрам итеү тураһындағы йыллыҡ указдарына ярашлы, 18 йәшкә тиклемге биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙәге 14 йәшкә хәтлемге балаларға байрам бүләктәре тапшырыла. Яңы 2023 йылды ҡаршылағанда 3779 ғаиләнән 17948 балаға дөйөм суммаһы алты миллион һум тәшкил иткән бүләктәр бирелгән.

2011 йылдан алып Башҡортостанда даими йәшәгән һәм уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) баланы тәрбиәгә алған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә. Был аҡса тәрбиәгә алынған һәр балаға әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә тапшырыла, ә инвалид баланы тәрбиәгә алған осраҡта уның күләме 100 мең һумға арттырыла. 2022 йылда ошо пособие буйынса 104 ғаиләнең ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелгән, уның дөйөм суммаһы 118 бала өсөн 53,8 миллион һум тәшкил иткән.

 

Милли проектта ҡаралғанса

 

“Демография” милли проектына ярашлы, былтыр беренсе бала тыуыуы (йәки уллыҡҡа алыу) айҡанлы бирелгән айлыҡ пособие (ул федераль ҡаҙнанан түләнә) 35138 ғаиләгә тапшырылған. Был пособиеның күләме – 11747 һум, ул 2018 йылдан арта бара һәм хәҙер дөйөм суммаһы – 3,4 миллиард һум.

Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн дә федераль бюджет иҫәбенә 11747 һумлыҡ айлыҡ пособие бирелә, уны балаға өс йәш тулғансы түләйҙәр, был аҡсаны үткән йыл 33620 ғаилә алды.

Түбән килемле ғаиләләргә матди ярҙам итеү маҡсатынан федераль ҡаҙна республика бюджетына социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү өсөн субсидиялар бүлә. Былтыр ошо маҡсатта федераль үҙәктән 613,5 миллион һум килгән. Шунан файҙаланып, республикала 5160 социаль контракт төҙөлгән, шуның 1797-һе – эш эҙләүгә, 1 118-е – индивидуаль эшҡыуарлыҡты башлап ебәреүгә, 958-е – шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға.

Бынан тыш, 2022 йылдың 1 апреленән 8 – 17 йәшлек балалар өсөн яңы түләү индерелде, ул килеме аҙ булған ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән. Был ярҙам буйынса ғаризалар граждандарҙан былтыр 1 майҙан ҡабул ителә башланы. Үткән йылда 165007 бала өсөн 108568 кешегә бирелгән, был түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Бынан тыш, быйылғы 1 ғинуарҙан балалы ғаиләләргә социаль ярҙамдың алты сараһын берләштергән берҙәм пособие ғәмәлгә индерелде. Ул ҡатын-ҡыҙға ауырлы булғандан алып балаһына 17 йәш тулғанға тиклем түләнә:

1) ауырлы булғандың тәүге айҙарында медицина ойошмаһында иҫәпкә торған ҡатындарға айлыҡ пособие;

2) беренсе бала тыуғас (уллыҡҡа алғас) түләнергә тейешле айлыҡ пособие;

3) 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған өсөнсө һәм артабанғы балаларға өс йәш тулғансы бирелгән айлыҡ пособие;

4) эшләмәгән граждандарға балаға 1,5 йәш тулғансы түләнгән айлыҡ пособие;

5) өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйға айлыҡ аҡсалата түләү;

6) һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие.

– Тыуымды арттырыу буйынса, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, беҙ республиканың демографик ҡеүәтенә анализ яһаныҡ, был материалдар белгестәр ҡарауына һығымта яһау өсөн тапшырылды, – тине Анна Таболина. – Әле тыуымды арттырыу буйынса төбәк программаһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Унда, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының 2023 йылдың 3 мартындағы ҡарары менән раҫланған методик тәҡдимдәргә ярашлы, студент ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, эшләгән ата-әсәләргә ярҙам итеү, тыуымды арттырыуҙың абруйын күтәреү, репродуктив сәләмәтлекте нығытыу һәм аборттар һанын кәметеү буйынса бүлектәр бар. Ошо программаны 5 майға тиклем тамамларға, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль ярҙам министрлығына тапшырырға тейешбеҙ. Был документ “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыуға өҫтәмә ярҙам булыр тип иҫәпләйбеҙ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас