

“Әлшәй” ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеү кооперативы бынан дүрт йыл элек барлыҡҡа килгән. Уның директоры Денис Төхвәтшин Башҡортостан төҙөлөш колледжын “механик” һөнәре буйынса тамамлаған, малсылыҡ өлкәһендәге ҙур тәжрибәһе иһә уға үҙ эшен алып барыуға булышлыҡ итә.
Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуының тарихы 2012 йылға барып тоташа. Ағалы-ҡустылы Денис менән Артур Төхвәтшиндәр, фермер хужалығы ойоштороп, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ошо маҡсатта Һарай ауылындағы мал ҡураларын үҙгәртеп ҡоралар, мал салыу цехы төҙөйҙәр. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, бер йыл тирәһе ваҡыт эсендә уларҙың һимертеүгә ҡуйылған үгеҙҙәр һаны 100 башҡа етә. Тоҡомло мал аҫрауға иғтибарҙы йүнәлтеү ҙә хужалыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бөгөн бында “симменталь”, “ҡара-сыбар”, “герефорд” тоҡомло бер мең тирәһе баш һыйыр малы иҫәпләнә. Хужалыҡтың үҙенең көтөүлеге, мал аҙығы етештереү өсөн сәсеүлектәре бар.
Йылдар үткән һайын хужалыҡ нығына, киңәйә бара. Бында яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған икенсе мал салыу пункты ла төҙөлгән.
Төхвәтшиндәр өсөн уҙған йыл да һөҙөмтәле була. Быға тиклем итте һөйәктән айырыу цехы эшләп килгән булһа, былтыр ярымфабрикаттар етештереү цехы өсөн бина хәстәрләгәндәр. Ярымфабрикат цехында кәмендә 10 төр ит продукцияһы әҙерләү ниәтләнә. Әлеге көндә был цехта 10 кеше эшләй. Ләйлә Насирова, Эльфира Закирова, Зөбәйҙә Төхвәтшина, Илнур Вәлиев һәм башҡалар – үҙ эшенең оҫталары.
Хужалыҡ һөтсөлөк йүнәлешендә лә үҫешә. Ремонтланған мал ҡураһында 120 баш һауын һыйыры аҫрала. Ҡура заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, автоматлаштырылған һауын системаһы көйләнгән, танкер-һыуытҡыстар ҙа ҡоролған. Һауылған һөт Стәрлетамаҡ районына эшкәртеүгә оҙатыла.
Алға маҡсат ҡуйғанда, аныҡ пландар билдәләгәндә генә һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Киләсәктә туғандар сәсеүлек майҙандарын тағы ла киңәйтеүҙе күҙаллай.
Хужалыҡтар берләшеп, бер төптән эшләгәндә, һөҙөмтә тағы ла ҙурыраҡ. “Әлшәй” ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеү кооперативында 20-нән ашыу ағза: шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары бар. Уларҙың барыһының да маҡсаты бер: етештереү һәм эшкәртеү йүнәлешен артабан үҫтереү. Бөгөн улар тәҡдим иткән продукция төрҙәре киң: манты, билмән, әҙер гуляш, ҡаҙылыҡ, фарш һәм башҡа ризыҡтарҙы һатып алырға мөмкин.
Ҡулланыусыларҙың ихтыяжын хәстәрләп, “Әлшәй” кооперативы Раевкала “Хәләл” магазины асып ебәргән.
Әлшәй районы.
Гөлсирә СӘХИЕВА