

Стәрлетамаҡта, мосолмандар күпләп йәшәгән ҡала булараҡ, бер нисә мәсет эшләп килә, яңыһы төҙөлә. Һүҙебеҙ Ҡаранай Моратов урамында урынлашҡан “Мөхәммәтсәлим” мәсете тураһында. Унда бөгөн төҙөлөш бара, әммә ул ҡала мосолмандарын һәм ҡунаҡтарҙы дини байрамдарҙа берләштереүсе булараҡ күптән эшләп килә.
Төҙөлөш тигәндән, иман йортон ослап ҡуйыуҙа, сер түгел, финанс ҡыйынлыҡтар ҙа булып ала. Әммә изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләгән мосолмандар ярҙамы менән төҙөлөш дауам итә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта “Риком” төҙөлөш компаниялар төркөмө ойоштороусыһы һәм етәксеһе Ринат Райманов ярҙамы менән мәсеттең эске өлөшөндә эштәр ҡайнай. Атап әйткәндә, түбә биҙәлә, иҙәнгә плитә йәбештерелә, тәҙрә яңыртыла, ҙур люстра ҡуйыла.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Райманов, ҡала ғына түгел, хатта республиканан ситтә лә төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшләп килгән бизнесмен, ҡаланың тарихи объекттарын тергеҙеүсе меценат булараҡ билдәле. Уның һымаҡ үҙ еренә битараф булмаған шәхестәр күберәк булғанда, республикабыҙ матур төбәк булып үҫешеренә шик юҡ.
Ольга ДОРОГОВА