Йәмғиәт
2 Май 2023, 09:40

Йөрәктәргә уңалмаҫ яра һалып…

Туғаныбыҙҙы иҫкә алайыҡ.

Тәбиғәт кешене донъяға яралта, ғүмер бирә. Берәүҙәр йәшәйештән, тормоштоң ағышынан шатлыҡ, мәғәнә таба белә. Барыһынан да ҡәнәғәтләнеп, үҙенсә кинәнеп йәшәй. Уларға ҡыҙарып таң атыуы ла һоҡланғыс, йыр-моң – йыуаныс, бала йылмайыуы – һөйөнөс, йәшәү – үҙе ҙур бәхет. Ошондай кешеләр рәтенә индерер инем Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡустым Фәим Әбделғәни (Ғәни) улы Әхмәтйәновты.

 

Ғәниҙең шуҡ малайы

 

Атай һәм әсәй – бала өсөн иң ҡәҙерле, иң изге кешеләр. Беҙгә, 11 бер туғанға, ошон­дай ҙур бәхет яҙҙы. Татыу, мөхәббәтле ғаилә­лә беҙ, ике ҡыҙ һәм туғыҙ малай, әсәйебеҙҙең наҙ-тәрбиәһен күреп, атайға арҡа терәп үҫтек.

Яҙмыштың әсеһен-сөсөһөн күп кисергән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны атайым Ғәни Ибраһим улы һәм Герой-әсә, хеҙмәт ветераны Разифа Закир ҡыҙы бөтә балаларында ла хеҙмәткә һөйөү, тормошта юғалып ҡалмау, кешелекле, кеселекле булыу кеүек көслө сифаттар тәрбиәләне.

Атайымдың йыр-бейеүгә маһирлығы, бигерәк тә оҙон көйҙәрҙе башҡарыуы балаларына ла күскән. Башҡорт халҡының мәшһүр йырҙары “Шәүрә”, “Уйыл”, “Сәлимә­кәй”, “Урал”ды иҫ киткес оҫта итеп башҡара торғайны. Ошо һыҙаттары үҙен драма артисы булараҡ танытҡан, ғаиләлә етенсе бала булып тыуған Фәимдә асыҡ сағылды. Ул йылдарҙа ауыл мәктәптәрендә музыка уҡытыусылары етешмәй ине. Талантын үҫтереү маҡсатында уны Салауат ҡалаһын­дағы интернатҡа урынлаштырҙым. Быны ул бик ауыр кисерҙе. Бер-ике ай уҡығандан һуң ҡасып ҡайтты. Шуның өсөндөр инде уны “Ғәниҙең шуҡ малайы” тиҙәр ине.

 

“Һарыҡты кем ашаған?”

 

Йәмле Рәүҙәк буйы туғайҙарын яңғыратып йырлай-йырлай ағайҙары Зөфәр, Рүзәк, Мирфәйез, Зинфир, ҡустылары Әмир, Фәнир менән ҡурай еләге йыйырға бара торғайны. Урманда ҡурай еләге йыйып йөрөгәндә айыу ташланып, ай буйына төндә “Айыу! Айыу!” тип ҡысҡырып уяныуҙары хәтерҙә ҡалған.

Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө сәнғәт институтына барырға өндәй башланым. Әҙерләнә торһон тип мәҫәл ятларға ҡуштым. Еҙнәһе лә, мин дә эштә, һарыҡ көтөргә сират еткән, китте был көтөүгә. Көн ямғырлы, тау башында плащ ябынып М. Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен ятлап ята икән, ә һарыҡтар иген баҫыуында игенде “ура”. Еҙнәһе баҫыуҙа йөрөгән һарыҡтарҙы күргәс, Фәим янына барған да: “Ҡәйнеш, һарыҡтар ҡайҙа?” тип һорағас, “Һарыҡты бүре ашаған”, – тип яуаплаған Фәим. Уның ошондай шуҡлыҡтары бик күп булды. Атай-әсәйҙе, туғандарын, тыуған ауылыбыҙ – Ишембай районындағы Ибрайҙы, ауыл халҡын яратты.

 

“Үҙе матур, үҙе уҫал”

 

Институтты тамамлар алдынан атай-әсәйгә ҡайтып:

– Атай! Әсәй! Мин өйләнәм! – тип хәбәр һалды.

Атай-әсәй:

– Кем балаһы? Ҡайһы яҡтан? Кем булып эшләй, уҡыймы? – тип һораны.

– Исеме Хөснә, Әбйәлил ҡыҙы. Үҙе матур, үҙе уҫал, – тине ул.

Шулай итеп, ҡыҙҙы һоратып, туй үткәрҙек. Фәим ҡустыбыҙ менән киленебеҙ Хөснә матур ғүмер кисерҙе. Бер ҡыҙ, бер малайға ғүмер бирҙеләр. Тимәк, тормош дауам итә!

Атанан күргән уҡ юнған, ти беҙҙең башҡорт халҡы, ул атайым һымаҡ балта оҫтаһы ла ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтып йәшәйем тип, матур итеп йорт төҙөнө. Күпләп йылҡы малы, һыйыр аҫраны, тиҫтәләп умарта тотто (ағайҙары менән берлектә). Яҙ булһа, “биларусына” ултырып, йырлай-йырлай ауылдаштарҙың бәрәңге ерен һөрөп бирҙе. Шулай бөтә яҡтан уңған, изге күңелле, йомарт, оло йөрәкле булып хәтерҙә тороп ҡалды ҡустыбыҙ. Йондоҙ булып ҡабынды һәм күңелдәребеҙҙә мәңге балҡыясаҡ!..

 

Изге һүҙҙәр менән хәстәрләйек

 

Киленебеҙ Хөснә Рафиҡ ҡыҙы менән Башҡортос­тандың халыҡ артисы Фәим Ғәни улы Әхмәтйә­новтарҙың, балаларын, туғандарын, тамашасыларын, уҡыусыларын ҡалдырып, фажиғәле рәүештә баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл тулды. Ҡояштай алсаҡ йөҙлө, һәр саҡ йылмайып ҡына һөйләшкән ҡустыбыҙ Фәимде, тура һүҙле киленебеҙ Хөснәне белеүселәр, ҡәрҙәштәр ҡәҙерле кешеләребеҙҙе изге уйҙар, матур хәтирәләр менән иҫкә алһын ине.


Зәйтүнә КИНЙӘБАЕВА

Читайте нас