Йәмғиәт
5 Май 2023, 08:21

Барыһы ла – һалдаттарға

Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дауам итә.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Барыһы ла ауыр саҡта һынала. Илгә һынау килгәндә лә халҡыбыҙ юғалып ҡалманы. Олоһонан алып кесеһенә тиклем махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүгә тотондо.

Бәләбәй тарафтарында ла был йәһәттән эштең ныҡлы ойошторолоуына инанып ҡайт­тыҡ. Бер ылау оҙатылыуға икенсеһе әҙерләнә башлауы тураһында һөйләне Бәләбәй муниципаль районының ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов. Кәрәкле әйбер­ҙәр йыйыу, уларҙы оҙатыу буйынса төп яуаплылыҡты ла ойошма үҙ иңенә алған. Был эштәр урындағы хакимиәт, ауылдар, төрлө йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, халыҡ менән берлектә башҡарыла.

– Махсус хәрби операция башланыу менән ярҙам саралары хәстәрләнә башланы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Был осор­ҙа барлығы күп тонналы 11 ылау, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәр зонаһында ҡул­ланыу өсөн ете автомобиль ебәрҙек. Тәүге осорҙа егеттәр күнекмә үткән Һарытау, Ҡазан, Пенза кеүек ҡалаларға ярҙам ойошторҙоҡ. Хәҙер гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә тура ебәрелә. Тепловизорҙар, биноклдәр, рациялар һәм башҡа кәрәк-яраҡ туплауҙан башлап ебәргәйнек, ваҡыт үтеү менән был эшкә “Хәрби туғанлыҡ”, “Хәрби-диң­геҙ флоты”, Сит ил һаҡсылары ветеран­дарының йәмәғәт ойош­малары һәм башҡа бик күптәр ҡушылды. Был саралар хәҙер күмәк тырышлыҡ менән башҡарыла. Был йәһәт­тән ирекмәндәр ҙә беҙгә ярҙам итә. Әлбиттә, беҙҙең иғтибарға махсус хәрби операциялағы егет­тәр ҙә рәхмәтле, – тип һөйләне Александр Сергеевич.

Район һәм ҡала хакимиәте хәстәрлеге менән Ветерандар советы урынлашҡан бина эргә­һендә генә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн склад йыһаз­ландырылған. Килтерелгән әйбер журналға теркәлә һәм, ҡапҡа төрөп, складҡа ҡуйыла. Эш барышын күреп сыҡтыҡ. Унда иҙәндән алып түшәмгә тиклем стеллаждар ҡуйылып, әйберҙәр теҙелгән. Һуңғы гуманитар ылау апрель башында оҙатылған. Яҡташ һалдаттарға УАЗ машиналары, күсмә мунса, электр генераторҙар, шәхси посылкалар ебәрелгән.

Хәрби часть менән бәйлә­неш булдырылған. Уларҙан нимә кәрәклеген белешеп, һалдаттар һораған әйберҙәрҙе генә туплай бәләбәйҙәр.

Күрһәтелгән ярҙамды һанап бөтөү мөмкин түгел: мейес – буржуйкалар, төҙө­лөш материалдары, инструменттар, йоҡо өсөн тоҡтар, кейем, медицина кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек, төндә ҡарау өсөн приборҙар һәм башҡа бик күп әйберҙәр.

Халыҡтың битараф булмауы һоҡлан­дыра. Ярҙам тәҡдим итеп Ветерандар советына төрлө йәштәгеләр килә. Хатта өл­кән инәйҙәр ҙә, үҙҙәре бәйләгән ойоҡ­баштарҙы килтереп, өлөш индерергә тырыша. “Егеттәрҙең аяҡтары өшө­мәһен” ти­гән изге ниәт менән тапшыра улар бәй­ләгән әйбер­ҙәрен. Мәктәп уҡыусыларының һалдаттарға яҙған хаттары, һүрәттәре лә яу яландарына оҙатыла. Уларға ла йылы хистәр һалынған.

Тылдағылар һалдаттарҙы ярҙамда­ры­нан өҙмәй икән, тимәк, уларға хәрби бурыстарын башҡарыуы ла күпкә еңелерәк буласаҡ. Халыҡтың ошоно аңлай белеүе ҡиммәт бөгөн.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас