Йәмғиәт
5 Май 2023, 09:02

Гүзәллек тыуҙыра Гүзәл

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Әле көндәр һалҡынса тороуға ҡарамаҫтан, урамда яҙ һулышы һиҙелә. Барыбыҙ ҙа йылы йәмле көндәрҙе, йәшеллекте түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Матурлыҡҡа беребеҙ ҙә битараф түгел!

Ғөмүмән, яҙҙы һәм сәскә­ләрҙе яратмаған кеше юҡтыр. Һуңғы ваҡытта тере сәскәләр бүләк итеү менән бергә күңел йылыһын һалып, үҙ ҡулдарың менән яһаған гөлләмәләр бү­ләк итеү ҙә киң таралып китте. Борай ауылында йәшәгән Гүзәл Ғибаҙул­линаның һабын­дан эшләгән сәскәләрен ысын тип торорһоң! Бындай ком­пози­цияларҙы яһау менән ул ярты йылға яҡын шөғөлләнә. Йөҙҙән ашыу гөлләмәнең һәр береһе – сәнғәт өлгөһө. Гүзәл ошоға тиклем физкультура-һауыҡ­тырыу комплексында эшләгән, әле декрет ялында. Һоҡлан­дырғыс сәскә композициялары эшләү теләге ҙур булһа ла, тәүҙә эш ырамай. Хатта шөғөлөн ташларға бер нисә тапҡыр ынтылып та ҡуя. Тик әсәһе уның ҡулынан эш килеренә ышана, “өйрәнерһең әле, ҡыҙым, күреп тор, гөллә­мәләреңде сират тороп алырҙар”, тип дәртләндерә. Ысынлап та, Гүзәл көндән-көн оҫтара бара, хәҙер уның эштәренә ихтыяж ҙур.

– Күҙҙең яуын алырҙай гөл­ләмәләрҙе интернетта күреп, ныҡ ҡыҙыҡһына башланым. Композициялар эшләгәндә башта фантазия, хыял уяна, ҡулдар көндән-көн оҫтара, күнегә бара, – ти гүзәллек тыуҙырыусы Гүзәл. – Эш башлау менән өйгә хуш еҫ тарала. Бер гөлләмәне яһау өсөн ике сәғәт ваҡыт кәрәк. Өс йылға ҡәҙәр ул йортоғоҙҙо йәмләп торасаҡ. Аҙаҡ уларҙы һабын итеп ҡулланырға була.

Гүзәлдең өй эсе бере­һе­нән-береһе матурыраҡ, са­ғы­уыраҡ сәскәләр менән тулған, әйтерһең дә, йәйге баҡсаға килеп ингәнмен! Күҙҙәрҙе ҡамаштырған гүзәллектән айырылыуы еңел түгел икән.

Динә Арыҫланова

Читайте нас