Йәмғиәт
5 Май 2023, 08:22

Илһөйәрлек – уның ҡанында

Афған һуғышын кисергән яугир бөгөн дә иленә хеҙмәт итә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ир-егеттәр – рух ныҡлығы, илһөйәрлек өлгөһө. Армияла ғына түгел, артабан тормошта ла юғалып ҡалмай, тыуған еренә файҙа килтереп йәшәгән замандаштарыбыҙға һәр заманда ла таянып булған.

Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Бә­ләбәй бүлексәһе етәксеһе Рим Бағ­манов менән ошо ойошма тураһында һүҙ башланыҡ.

Был ойошмала Рим Зөфәр улы күптән эшләй, 2020 йылдан уның етәксеһе итеп һайлана.

– Беҙҙең төп маҡсат – йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү. Техникум, учи­лище, мәктәп, балалар баҡсала­ры­на йөрөйбөҙ, йәш быуын менән осра­шабыҙ, әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Хәр­би хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр­ҙең исемен мәңгеләштереү тураһында ла онотмайбыҙ, – тип иң элек төп бурыстары менән таныштырҙы әңгә­мәсем.

Әйтергә кәрәк, әлеге көндә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугир­ҙәргә гуманитар ылауҙар оҙатыуҙа ла ойошма ағзалары әүҙем ҡатнаша.

Ошо райондың Ҡайынйылға ауылынан сыҡҡан Рим Зөфәр улы үҙе лә йәш кенә килеш утлы һуғыш кисергән. Ул 18 йәше тулғас, 1984 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Афғанстанға оҙатыла. Армияға барыу ҙур ғорурлыҡ һаналған осорҙа үҫкән егет ауыр­лыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмай.

Төркөстан хәрби округында танк командиры һөнәрен алып сыға. Ярты йылға яҡын күнекмәләрҙә булғас, Афғанстанда хәрби хеҙмәтен дауам итә. Рим Зөфәр улы Кандагар про­винцияһына, танк батальонына эләгә. Уларҙың төп маҡсаты колонналарҙы оҙатып йөрөү була.

– Ауыл егеттәре бит беҙ. Хеҙмәттә нығынып үҫкәнбеҙ, шуға күрә ҡурҡыу хисе бик булманы, ҡыйынлыҡтар алдында ла юғалып ҡалманыҡ. Өйҙән хаттарҙы көтөп ала торғайныҡ, – тип хәтергә төшөрҙө ул үҙенең һалдат осорон.

Дөйөм алғанда, Афғанстандағы хеҙ­мәте 1 йыл 9 айға һуҙыла. 1985 йылда уға яраланырға ла тура килә. Ташкент, Ленинград ҡалаларында госпиталдә дауаланғандан һуң, хәрби хеҙмәтен арта­бан Афғанстанда дауам итә. Танк командиры булып хәрби операция­ларҙа ҡатнаша, биләмәне һаҡлау, колонналарҙы оҙатыу кеүек яуаплы бурыстарҙы ла үтәй. 1986 йылда демобилизациялана. “Рәхмәтле Афған халҡынан”, “Хәрби хеҙмәттәге отличие өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.

– Ауылға ҡайтҡан мәл, әлбиттә, хәтерҙә, 2 август ине ул. Тәүҙә Таш­кентҡа, шунан Өфөгә остоҡ. Өйгә ҡайтып инһәм, барыһы ла бесәндә. Әлеге һымаҡ телефон аша хәбәр­ләшеү мөмкинлеге юҡ ине бит. Берҙән-бер аралашыу сараһы хат ине. Шуға яҡынса ғына ҡасан ҡайтырҙы беләләр ине. Әсәйем, туғандар менән күрешкән мәл әле лә күңелде йылытып хәтергә төшә, – тине әңгәмәсем.

Артабанғы хеҙмәте лә бик яуаплы була Рим Бағмановтың. Тәүге осорҙа Бәләбәйҙәге хәрби часта контракт буйынса хеҙмәт итә. Ә 1997 йылдан уның эше Бәләбәй ҡалаһындағы эске эштәр бүлеге менән бәйле. Рим Зөфәр улы патруль-пост хеҙмәтендә лә, дежур часта ла, башҡа тармаҡтарҙа ла ауыр һәм яуаплы бурысты башҡара. 2011 йылға тиклем унда эшләп, өлкән лейтенант дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.

Афған һуғышын үткән, ғүмер буйы йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү бурысын үтәгән яугирҙең йәштәргә әйтер һүҙҙәре лә бар:

– Балалар Тыуған илебеҙ тарихын өйрәнһен ине. Ватаныңдың патриоты булып үҫеү өсөн иң беренсе тарихи тамырҙарыңды белеү мөһим. Тыуған еребеҙҙең билдәле шәхестәре, батыр­ҙары, яугирҙәре тураһында ла оно­торға ярамай. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һөйләгәндәрен тыңлап, уларҙың илһөйәрлеге өлгө­һөндә үҫтек. Бөгөнгө йәш быуын да илебеҙҙең ҡаһарман һалдаттарын белергә тейеш. Шулай уҡ һаулыҡтарын да йәштән хәстәрләһендәр, спорт менән шөғөлләнһендәр, – тине хәрби хәрәкәттәр ветераны.

Ғаиләһенең дә ысын ҡалҡаны Аф­ған яугире. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәр бағыу бәхетенә эйә.

Тыуған илеңдең патриоты булыу өсөн күп кәрәкмәй. Бары тик уға файҙа килтереп йәшәһәң, шул етә. Быны беҙ Бәләбәй яугире өлгөһөндә лә яҡшы күрәбеҙ.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас