Йәмғиәт
5 Май 2023, 09:01

Йорттоң йәме – балаларҙа

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Тормошта ишеңде дөрөҫ һайлау татыу ғаилә ҡорорға, эшеңдә уңышҡа өлгәшергә, бәхетле, маҡсатҡа ынтылыусан балалар тәрбиәләргә ярҙам итә. Был йәһәттән Инга Красильникова уңды, тормош иптәше Юрий менән тиҫтә йылдан ашыу иңде-иңгә терәп, береһенән-береһе матурыраҡ, шуғыраҡ биш бала үҫтерәләр.

Борай ҡыҙы Инга Валерьевна һөнәре буйынса – табип-педиатр, район үҙәк дауа­ханаһында участка терапевы булып эшләй. Әле кесе ҡыҙҙа­ры Маргарита менән декрет ялында. Уның рус, удмурт телдәренән тыш, башҡортса һәм татарса ла еңел аңла­шыуы ихтирам тыуҙырмай ҡалмай. 

“Тормош иптәшем менән Ижевск дәүләт медицина университетында уҡығанда таныштыҡ. Ул минең менән Борайға ҡайтып төпләнергә риза булды. Ысын күңелдән  тыуған төйәгемде үҙ итте, яратты, – ти Инга. – Тәүҙә атай-әсәйем менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек. Аҙаҡ район хакимиәте торлаҡ менән тәьмин итте. Иптәшем уға төкәтмә яһап, майҙанын 108 квадрат метрға еткерҙе. Уның уңғанлығы, ҡул эштәренә оҫталығы донъя көткәндә асыҡланды”.

Беҙ йорт хужаһының бөт­мөр, уңған икәнлеген ихата­ға аяҡ баҫыу менән тойғайныҡ инде. Биләмәләге тәртип, хужаның үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған беседкаһы, бәүелсәк, эскәмйәләр, ҡупшы мунса иғтибарҙы йәлеп итте. Йәш ғаилә ун сутый ерҙә баҡса үҫтерә. Емеш ағастары ултыр­тылған. Ә биш бала йәшәгән йорттағы бөхтәлек, матур итеп йыйыштырылған бүлмәләр хужаларҙың уңған­лығы, тырышлығы хаҡында  һөйләй.

“Ғаилә” хеҙмәте белгесе Алһыу Ғүмәрова күп бала әсәһенең район тормошонда, конкурстарҙа һәм өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыуын билдә­ләне. “Ярыштарға, күңел асыу сараларына әйберҙәр тегергә, биҙәүестәр әҙерләргә кәрәк­кәндә, Ингаға мөрәжәғәт итә­беҙ. Беҙ уның риза буласағын, һис һүҙһеҙ ярҙам итәсәген белеп торабыҙ”, – ти ул.

Ғаилә мәшәҡәттәренә ҡа­ра­май, йорт эшендә лә, йә­мәғәт тормошонда ла өлгөр­лөк күрһәткән әсә ышаныслы таянысы, тормош юлдашы Юрий Красильниковҡа рәх­мәт­ле. “Оло ҡыҙыбыҙ Елиза­ветаға – 11, Викторияға – туғыҙ, Александрға – биш, Екатеринаға – ике, ә кескәй Маргаритаға ни бары ете ай ғына. Ирем ике баланы балалар баҡсаһына илтешә, алып ҡайта, йорт эштәрен дә “ҡатын-ҡыҙҙыҡына”, “ир-аттыҡына” бүлмәй, кәрәк икән, тота ла эшләй”, – ти Инга. Ул күп балалы ғаилә булараҡ дәүләт тарафынан күрһәтел­гән матди ярҙам менән ҡәнә­ғәт булыуын белдерҙе. “Айына 60 мең һумлыҡ социаль түләүҙәр алабыҙ, ҙур ғаилә өсөн бик яҡшы ярҙам ул”, – ти әсә.

Бары бер-береңә хөрмәт, ихтирам хакимлыҡ иткән, һө­йөү йәшәгән ғаиләлә бәхет­ле, ил өсөн ныҡлы терәк бу­лырлыҡ быуын үҫәсәгенә има­ныбыҙ камил. Тормош йәмен балаларҙа күргән Кра­силь­никовтарға ҙур маҡ­сат­тарының, изге ниәт­тәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Динә Арыҫланова

Читайте нас