Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2023, 13:00

Йырлай-йырлай картуф сәсә ҡыҙҙар...

Һеҙҙең яҡтарҙа "икенсе икмәк"кә тиңләнгән ризыҡты нисек атайҙар: картуфмы, бәрәңгеме, бәлки, кәртүк йәки башҡасалыр? 

Йырлай-йырлай картуф сәсә ҡыҙҙар...
Йырлай-йырлай картуф сәсә ҡыҙҙар...

Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәгән төркөмдәшебеҙ Нәйлә Әхмәтгәрәеваның йырлы-моңло сәләмдәре менән даими таныштырып барабыҙ. 

Нәйлә апай үҙе лә, уның йыр-моң яратҡан әхирәттәре лә Йомағужа ауылының тормошонда әүҙем ҡатнашып, барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ауылда “Гәрәбә” исемле фольклор ансамбле уңышлы эшләп килә. Был ханымдар – ошо ансамблдең әүҙем ағзалары. 

Был юлы Күгәрсен апайҙары йырлай-йырлай картуф сәскән мәлдәрендә төшөрөлгән видеояҙма менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡтарҙа "икенсе икмәк" тип аталған ризыҡты нисек атайҙар: картуфмы, бәрәңгеме, бәлки, кәртүк йәки башҡасалыр? 

Фото һәм видеояҙма Нәйлә Әхмәтгәрәеваның шәхси сәхифәһенән (vk.com/id773919408). 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас