Йәмғиәт
8 Май 2023, 15:00

"Һин- йөрәгемдәге янғын..."

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре Никита Слободчиков һөйгәненә ғәҙәти булмағанса тәҡдим яһаған

"Һин- йөрәгемдәге янғын...""Һин- йөрәгемдәге янғын..."
"Һин- йөрәгемдәге янғын..."

Ғәжәп матур мөхәббәт тарихы Бөрө ҡалаһында теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре бейек йорттоң тәҙрәһенә күтәрелеп, һөйгәненә тәҡдим яһаған.

Бөрө район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге инспекторы Никита Слободчиков автобаҫҡыс ярҙамында көтмәгәндә һөйгәненең фатирына күтәрелгән һәм ошондай һүҙҙәр әйткән:

"Һин - йөрәгемдәге янғын, мин уны бер ҡасан да һүндермәм. Һинең ризалығыңды һорайым, ҡояшым, миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?"

Ҡыҙ:"Әлбиттә" - тип яуап ҡайтарған.

Йәштәргә артабан да йөрәктәрендәге мөхәббәт уттарының мәңге дөрләп яныуын теләйбеҙ!

Фото һәм видео: "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас