Башҡортостан халҡы Өфөлә 9 Май байрамы сиктәрендә үткән төп байрам сараларын тура эфирҙа ҡарай аласаҡ. БСТ телеканалы, шулай уҡ "Башҡортостан 24" һәм "Бөтә Өфө" каналдары Еңеү парадын күрһәтәсәк.
Хәрби парадта Өфө территориаль гарнизоны, хоҡуҡ һаҡлау органдары учреждениелары, хәрби операцияларҙа ҡатнашыусылар һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары ҡатнаша. Тура эфир 12.00 сәғәттә башлана. Артабан тамашасылар 19.00 сәғәттән алып Өфөлә Совет майҙанында үтәсәк Башҡортостан сәнғәт оҫталарының «Көслөләр ваҡыты!» концертын тура эфирҙа ҡарау мөмкинлеге менән файҙалана ала. Ә 23.00 сәғәттә байрам уңайынан атылға салют та тура эфирҙа трансляцияланасаҡ.
Бынан тыш, көн дауамында телеканалдарҙа республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ илдең башҡа ҡалаларынан тура бәйләнештәр күрһәтеләсәк.