

Ҡул эше оҫталары һәр ваҡыт һоҡландыра. Һөнәрмәнлек донъя көткәндә лә ярҙам итә. Үҙең белеүең – бер, белгәнеңде балаларға өйрәтеү – икеләтә изге ғәмәл. Ошо сәбәпле, үҫеп килгән егеттәрҙән әллә күпме йүнсел ғаилә башлыҡтары тәрбиәләнә.
Дәүләкән ҡалаһында ошондай һөнәрмән йәшәй. Ул – ҡаланың 4-се лицейында технологиянан һабаҡ биргән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Валерий Шәрәфетдинов. Дөйөм педагогия стажы 40 йылға еткән остаздың балалар менән бергә эшләгән музыка ҡоралдары, ағас эштәре үҙенсәлекле булыуы менән һоҡландыра. Уның уҡыусылары хатта Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсе исеменә лә лайыҡ булған.
Белем усағында дәрес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ҡорамалдар менән йыһазландырылған оҫтахана, уҡыу кластары бар. Уҡыусылар станоктарҙа эшләргә өйрәнә. Дәрестең үҙ программаһы булһа, түңәрәктә шөғөлләнеү мөмкинлеге киңерәк. Уйынсыҡ, сувенирҙан башлап ҡатмарлы эштәрҙе башҡарыуға тиклем оҫтарған бында шөғөлләнгән малайҙар.
Балалар менән берлектә булдырылған думбыра, скрипка, ҡурай ҡарап тороуға ғына матур түгел, бына тигән тауыштар, моң сығанағы ла. Мәҫәлән, X класс уҡыусыһы Егор Михайлов уҡытыусыһы етәкселегендә скрипка яһаған һәм быйыл республика олимпиадаһында призер булған. Әйткәндәй, үҫмер музыка мәктәбендә лә уңышлы шөғөлләнә.
Ағас эше менән булышҡан һайын тәжрибә һәм оҫталыҡ та арта. Тағы ла бер уҡыусы – Кирилл Пащенко стенаға элеп ҡуйырға яҡтыртҡысты думбыра рәүешендә эшләгән.
– Ниндәйҙер музыка ҡоралы яһай башлаһаҡ, балалар менән уның тарихын да өйрәнәбеҙ. Ғөмүмән, малайҙарҙың ағас эше оҫталығына өйрәнеүе үҙҙәре өсөн файҙалы. Өйҙә лә үҙаллы төрлө әйберҙәр эшләргә тырышып, кәңәш һорайҙар. Был иһә балаларҙың күңелендә ошо шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уяныуын күрһәтә, – тип оҫта ҡуллы егеттәр үҫеүенә шатланыуын белдерҙе педагог.
Үҙенең дә ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы шулай бала саҡ йылдарында уяна.
– Атайым ҡумталарҙы матур итеп яһаны. Өй һалыуға ла оҫта булды, йыш ҡына уның менән кәңәшләшәләр ине. Үҙем беренсе тапҡыр үҙаллы III-IV класта уҡығанда елкәнле карап яһап ҡараным. Һәм ул уңышлы ғына килеп сыҡты. Аҙаҡ ағастан уйынсыҡ машина, трактор эшләүгә оҫтарҙым. Уйынсыҡҡа ҡытлыҡ заманда улар бүләккә лә ярап ҡала ине, – тип бала сағын да хәтерләп алды Дәүләкән оҫтаһы.
Валерий Шәрәфетдинов армиянан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының һынлы сәнғәт-графика факультетын тамамлай. Аҙаҡ кафедрала уҡытыу мастеры булып та эшләй.
Ләкин тыуған еренең тартыу көсө нығыраҡ булып сыға һәм Суйынсы ауылына – туған мәктәбенә уҡытырға ҡайта. Һуңғы ике тиҫтә йылда ҡалалағы 4-се лицейҙа хеҙмәт һала.
Шәхси йортонда үҙ оҫтаханаһын да булдырған ул.
– Унда бер-ике көн генә инмәй торһам, күңелем тынысһыҙлана, – ти ул, ағас эшенең күңеленә ни тиклем яҡын булыуын белдереп.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тип халыҡ белеп әйткән. Валерий Шәрәфетдинов йортон, башҡа ҡаралтыларҙы төҙөгәндә лә ошо оҫталығына таяна. Йорт йыһаздарында ла һәләте сағыла. Күңел һалып эшләгәнгә һәр береһе йәм бөркөп тора.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Дәүләкән ҡалаһы.