

Белеүегеҙсә, Өфөлә 26–28 майҙа “Китап-байрам” тип аталған тәүге китап йәрминкәһе ойошторола.
Байрам уңайынан, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы баш ҡалалағы хоспис менән берлектә “Өфө хосписының өй китапханаһы” тигән кәштә ҡуйырға ниәтләй. Акцияның маҡсаты паллиатив пациенттар – балалар һәм өлкәндәр өсөн баҫмалар йыйыу.
“Беҙ “Китап” нәшриәтенең төрлө йүнәлештәге китаптарын йыйҙыҡ та инде. Уларҙы хоспистың китапханаһына тапшырырға әҙербеҙ”, — ти агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев.
Өфө хосписының директоры Радмила Сурначева әйтеүенсә, бындай китапханалар Рәсәйҙең ошондай күп ойошмаларында бар. Әлеге башланғыс паллиатив пациенттарға тәғәйенләнгән Өфө стационарында йорт китапханаһы булдырыуға тәүге аҙым булып тора.
Агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов аңлатыуынса, Өфө хосписының буласаҡ китапханаһы фондын тулыландырыуға һәр кем – китап фестивалендә ҡатнашыусылар ҙа, күрергә килеүселәр ҙә өлөш индерә ала. Бының өсөн “Өфө хосписының өй китапханаһы” кәштәһен табып, бүләк китапты шунда ҡалдырырға ғына кәрәк. Кәштә иһә Совет майҙанында ҡуйыласаҡ.