Йәмғиәт
12 Май 2023, 12:18

Оҫтаханаһында күңеленә ял ала

Трактор йөрөтөүҙе уҡытыусылыҡҡа алмаштырған.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Арабыҙҙа ҡыҙыҡлы һөнәрҙәргә эйә булғандар аҙ түгел. Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылына ветеран-уҡытыусы Салауат Солтангәрәевтең балта эшенә оҫталығы менән ҡыҙыҡһынып барһаҡ, ул бик үҙенсәлекле кеше, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә булып сыҡты.

Ошо ауылда тыуып үҫкән егет йәштән үк тыуған ерендә төпләнә. “Атайым иртә мәрхүм булды. Бәләкәс туғандарымды ҡарашырға, әсәйемә ярҙам итергә кәрәк булғас, ситкә китмәнем. Эшкә урынлашып, ныҡлап төпләнеп ҡалдым”, – тип һөйләп алып китте ул, йәшлек йылдарын хәтергә төшөрөп.

Салауат Солтангәрәев тәүҙә 15 йыл совхозда тракторсы булып эшләй. Мәктәпкә производствоға өйрәтеү мастеры итеп саҡырғастар, уға һөнәрен үҙгәртергә тура килә. Уҡыусыларҙы трактор йөрөтөргә өйрәтеүгә тотона ул. Тәүҙә ауырыраҡ һымаҡ булһа ла, яйлап яңы һөнәргә лә күнегә. Сибай педагогия училищеһына уҡырға инеп, хеҙмәт, һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы һөнәрен дә алып сыға.

Төрлө заман балалары бер-береһенән айырылһа ла, һәр ҡайһыһының күңеленә юл табырға өйрәнеп, мәктәптә 25 йыл уҡытып хаҡлы ялға сыға.

– Нәҫелебеҙҙә педагогтар булманы, атайым да, әсәйем дә ауыл хужалығында эшләне. Үҙемдең ғаиләмдә был һөнәр ят түгел. Ҡатыным математиканан уҡытты. Балаларыбыҙ икеһе лә педагогия институтын тамамланы, – тине ул.

Мәктәптә производствоға өйрәтеү мастеры менән бергә хеҙмәт дәрестәрен дә алып барырға тура килә уға. Был иһә үҙендә яңы һәләт асырға булышлыҡ итә. Шулай итеп, ныҡлап ағас эшенә мауығып китә.

– Тәүге хеҙмәтем тәҙрә, ишек яңаҡтарына ағастан семәрләп яһалған биҙәктәр булды. Уны ауылдаштарым да оҡшатты, үҙҙәренә эшләп биреүҙе һорап мөрәжәғәт иттеләр. Аҙаҡ һандыҡ менән сәңгелдәккә тотондом. 30-ға яҡын һандыҡ, 10-лап сәңгелдәк эшлә­гәнмендер. Улар әле лә хеҙмәт итә, – тип балтасылыҡ тураһында ихлас һөйләне ул.

Йортонда ла ҡулдан эшләнгән ағас әйбер­ҙәр аҙ түгел. Шкаф өйҙө йәмләп ултыра. Ул­тырғыстар яһарға ла оҫтарған. Кейем эл­гестәре лә үҙенсәлекле, матур килеп сыға. Туғандарға алып барырға ла бик ҡупшы бү­ләк, ти ул. Буш ваҡытын үҙенең оҫтахана­һында уҙғарырға ярата Таймаҫ ауылы оҫтаһы.

Шуныһы ҡыуаныслы: хаҡлы ялда булһа ла үҙенең белгәнен балаларға өйрәтергә форсат таба. Шөғөлөнән кинәнес алып йәшәгән замандашыбыҙҙың йәштәргә лә урынлы кәңәштәре бар:

– Балаларҙың бәләкәйҙән эшләп үҫеүе мөһим. Беҙҙең быуын хеҙмәттә тәрбиәләнде. Мәктәптә уҡыған сағымда уҡ йәйен ураҡ ваҡытында комбайнсы ярҙамсыһы булдым, бесән әҙерләгәндә лә ярҙам итә инем. Йәштән эшкә өйрәнеп үҫеү файҙаға ғына, – тине ул.

Йәмәғәт сараларында ҡатнашырға ла өлгөрә Салауат Муса улы, ул – ауылдың ветерандар советы рәйесе. Ауылдағы барлыҡ эште лә урындағы хакимиәт менән берлектә алып барыуҙары тураһында һөйләне. Илһөйәрлек рухында саралар үткәреп торалар. Мәҫәлән, көҙөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ҡорбан салып, Ҡөрьән уҡытҡандар. Ауылдың һәүәҫкәр артистары ҡатнашлығында ҡуйылған концерт аҡсаһына һалдаттарға кәрәк-яраҡ алып ебәргәндәр. Халыҡ айырым аҡса йыйып та, был изге эшкә үҙ өлөшөн индергән.

Ветерандар советы башланғысы менән тағы ла бер ҙур эш башҡарылған: 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарға стела ҡуйғандар. Таймаҫ ауылынан был яуға 86 кеше киткән. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл эргәһенә атай-олатайҙарының батырлығын хәтерләтеп, яңы стела барлыҡҡа килгән. Йәш быуын менән дә бында илһөйәрлек саралары үткәрелеп тора.

Ветерандар советының киләсәккә маҡсаттары аҙ түгел. Уларҙың барыһын да хакимиәт, ауылдаштары менән башҡарып сығыуға ышана аҡһаҡал.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Көйөргәҙе районы.

Читайте нас