Йәмғиәт
12 Мая 2023, 07:00

Рөстәм Нәбиев бармаҡтарын һындырған

Ул хәҙер машина ла йөрөтә алмаясаҡ...

Рөстәм Нәбиев бармаҡтарын һындырғанРөстәм Нәбиев бармаҡтарын һындырған
Рөстәм Нәбиев бармаҡтарын һындырған

Билдәле блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙә яҡын арала машина йөрөтә алмауы хаҡында яҙған. Ҡатыны Индираның фотоһын ҡуйған һәм "ай буйы минең водителем буласаҡ", тип яҙған. Баҡтиһәң, ул ҡулындағы ике бармағын һындырған.

Блогер шулай уҡ үҙе өсөн тормоштоң ҡиммәте ниҙә булыуы хаҡындағы видеояҙмаһын да урынлаштырған.

Әллә күпме ауырлыҡ һәм һынауҙарҙы үткән, күпме текә ҡаяларҙы яулаған яҡташыбыҙҙың был юлы ла Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынауҙы лайыҡлы үтеп, йүнәлеп, яңынан "тимер ат"ында елдереп йөрөүен теләп ҡалабыҙ. Бирешмә, Рөстәм!

Фото: "Интертат".

Рөстәм Нәбиев бармаҡтарын һындырған
Рөстәм Нәбиев бармаҡтарын һындырған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас