Йәмғиәт
12 Май 2023, 12:30

Себештәрҙе индереү тыйылды

Сикләүҙәр булдырыла.

Рәсәйгә Германия, Чили һәм Аргентинанан тере ҡош-ҡорт, йомортҡа, ҡош ите һәм әҙер ит продукцияһы килтереү тыйылды, тип хәбәр итә “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.

Сикләүҙәр был илдәрҙә ҡош киҙеүе таралыу хәүефенә бәйле. Тыйыу шулай уҡ ҡоштар өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡҡа, ҡош-ҡорт тотоу, һуйыу һәм күсереү өсөн ҡулланылған ҡорамалдарға ла ҡағыла. Сикләүҙәр Германияның Ольденбург округының туғыҙ предприятиеһында һәм Фехта, Кохем-Целль райондарында, Чилиҙың Моле, Биобио, Валпараис өлкәләрендә һәм Аргентинаның Кордоба провинцияһында индерелде.

Быға тиклем Франциянан, Венгриянан һәм Молдавиянан ҡош итен индереүҙең тыйыласағы тураһында мәғлүм булғайны.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас